Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Торатау – беҙҙең мөхәббәт тауы
Торатау – беҙҙең мөхәббәт тауы 25.08.2013. Аңлайым, был һандар – күптәр өсөн ғәҙәти, ҡәҙимге дата. Ә минең өсөн ул — иң бәхетле һәм мөғжизә менән тулы көн. Мөғжизә иртәнән башланды. Атайым ҡустым менән икебеҙҙе Торатауға алып китте. Беҙҙең менән бергә Фидан да бар ине. Эйе, Фидан... Бер йылға яҡын танышбыҙ уның менән. Таныш ҡына түгел, көн дә осрашабыҙ. Бер көн күрешмәй торһаҡ, күк ярылыр, йондоҙҙар ергә ҡойолор, ер сатнар, һыуҙар кирегә ағыр кеүек ине. Бөтә халыҡтарҙа ла был хәлде бер генә һүҙ менән аңлаталар – МӨХӘББӘТ.
Тау итәгенә барып еткәс, атайым үргә табан берләм юлды күрһәтте лә үҙе аҫта тороп ҡалды. Әллә берәй нәмә һиҙендеме икән? Хәйер, ул саҡта уйҙар юҡ ине башта. Бары хистәр... Эргәңдә – һөйөклөң, ҡәҙерле туғаның һәм ян-яҡта – илаһи хозурлыҡ. Сал Торатауҙа мәңгелек менән бөгөнгө тоташҡан.
Тау башына менеп еткәс күңелдә тулышҡан тойғоларҙан түҙеп торорлоҡ түгел ине. Ҡысҡырып йырлағы килде. Баҡһаң, быныһы башы ғына булған икән. Артабанғы ваҡиғалар төш һымаҡ ҡына. Серле лә, мөғжизәле лә... Хатта яңынан әйләнеп ҡайтҡым килә шул мәлдәргә.
Фидан нимә һөйләгәндер, аңғарма­ным да. Бары иҫләйем: ҡайһы аралалыр ҡулында пәйҙә булған йөҙөктө усыма һалып... ул миңә тәҡдим яһаны. Нимә тип яуаплағанмындыр? Ошо илаһи мәл, изге тау, зәңгәр күк йөҙө, фотоаппараты аша мут йылмайған ҡустым – барыһы бергә ҡушылды... Торатау әллә беҙҙе Торатау – беҙҙең мөхәббәт тауыбөтөн итте, әллә сихри көсө менән арбаны, әллә тотош донъяны бер бөтөн яһаны...
Көҙгә никах булды. Киләһе йәйгә – туй. Бәхетебеҙ тәүлек әйләнәһенә, йыл уратаһына үҙебеҙ менән.
Китаптарҙан уҡып, телевидение тапшырыуҙарында күреп, йырҙар аша танып-белеп йөрөгән Торатау минең өсөн, беҙҙең өсөн иң яҡын урын­дар­ҙың береһенә әйләнде. Ни өсөндөр бит Аллаһ Тәғәлә беҙҙең иң тулҡын­ландырғыс мәл өсөн тап Торатауҙы һайлағайны. Кемдәргәлер ул – әүлиәләр ерләнгән, ата-бабалар рухын һаҡла­ған изге тау, икенселәргә ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыһы булһа, беҙҙең өсөн Торатау – мөхәббәт тауы. Фәрештәләр ҡурсалай күрһен беҙҙең яҡты тойғоларыбыҙҙы! Тормошта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал, әммә үпкәләшһәк тә, йәнебеҙҙе борсоуҙар һағалаһа ла, мин үҙем өсөн шуны күңел анты менән нығытҡанмын – То­ратауҙа әйтелгән һүҙҙәремә, яңғыра­ған тойғоларыма мәңге тоғро ҡа­лыр­лыҡ йөрәк һиҙгерлеге бирһен миңә лә, Фиданыма ла Күктәр! Теге илаһи көн иҫкә төшһә, шулай булырына һис бер шигем ҡалмай.
Тик һуңғы йылдарҙа был тауҙың яҙмышы өсөн борсолоп йәшәнек. Әгәр ҙә уны емерә ҡалһалар, бала­лары­быҙға, аҙаҡ ейәндәребеҙгә (Алла бирһә!) үҙебеҙҙең ғаилә тарихын нисек һәм ҡайҙа һөйләр инек? Һәм, ниһайәт, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов беҙҙең күңелде өйкәп йөрөгән шомға сик ҡуйҙы. Торатау һаҡланасаҡ!
Үтер йылдар, һыуҙар ағыр һәм беҙ, Алла бирһә, ейән-ейәнсәребеҙҙе етәк­ләп изге тауға күтәрелербеҙ һәм уларға үҙебеҙҙең мөхәббәт тарихын һөйләрбеҙ. Үҙебеҙҙең мөхәббәт тауында. Торатауҙы һаҡлаған кеүек, Күктәр беҙҙең яҡты тойғоларыбыҙҙы ла һаҡлаһын тим, төпһөҙ зәңгәрлеккә бағып!


Константин ТОЛКАЧЕВ,
Башҡортостан Республикаһының
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:


— Демократия — “кешеләр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе үҙҙәре лә хәл итә ала” тигән һүҙ. Әгәр республикала йәшәгәндәрҙең күбеһе — беҙҙең осраҡта 70 процент — тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау яҡлы, ул ғына ла түгел, был тау махсус һаҡланған тәбиғәт объекты икән, властың, ниндәй генә иҡтисади сәбәптәр күҙ уңында тотолһа ла, халыҡҡа ҡаршы барырға хоҡуғы юҡ. Дәүләт Йыйылышы ултырыштарында әлеге мәсьәлә күп тапҡыр күтәрелде. Уртаҡ фекеребеҙ — сеймалдың башҡа сығанаҡтарын эҙләү. Был йәһәттән республика Башлығының позицияһын тулыһынса хуплайбыҙ. Башҡортостан халҡы өсөн Торатау осһоҙ сәнәғәт сеймалы түгел, ә тәү сиратта — башҡорт халҡының символы.
Әлбиттә, Башҡортостан сода компанияһының да хәлен аңларға була — 10 меңгә яҡын хеҙмәткәр, сеймалға ҡытлыҡ... Был мәсьәләне уйлап, планға ярашлы хәл итергә кәрәк, республикабыҙҙа эш­ләгән башҡа ҙур предприятиелар кеүек, яңыртыу эштәрен дә әүҙемерәк башҡарыу шарт. Компа­нияның кәрәкле транспорт һәм сәнәғәт ин­фраструктураһын булдыра башларға мөмкинлеге киң. Был сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһен алдан уҡ яйға һалыу мөмкинлеген бирәсәк.

Илдус ЯХИН,
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары:


— Торатау һәм уның тирә-яғындағы башҡа шихандар айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт ҡомарт­ҡылары исемлегенә инә, һәм закон буйынса унда геологик разведка (фәнни яҡтан өйрәнеүҙән тыш), мал көтөү, дарыу үләндәре йыйыу һәм башҡа эштәр башҡарыу тыйыла. Изге тауыбыҙ киләсәк быуындар өсөн һаҡланырға тейеш. Министр­лы­ғыбыҙ Торатауҙы сеймал булараҡ файҙаланыуға ҡырҡа ҡаршы сығыш яһай. Беҙ уны тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ яҡлау яғындабыҙ. Әммә быны һис тә Башҡортостан сода компанияһына ҡаршы алып барылған сәйәсәт тип аңларға ярамай. Предприятие — стәрлеләр генә түгел, барлыҡ республика өсөн бик мөһим объект. Шуға ла алтын урталыҡты табыу шарт. Республикала айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы булмаған сеймал базалары, ысынлап та, етерлек. Тик был осраҡта ла бик һаҡ эш итеү зарур. Сөнки ғәмәлдә ҡаҙыу эштәре ҡайҙа ғына башҡарылһа ла, объектҡа яҡын йәшәгәндәр был ҡарарҙы еңел ҡабул итә алмаясаҡ. Шуға ла һәр эш, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа үтә­леүенә ҡарамаҫтан, халыҡ менән аңлашып, кә­ңәшләшеп, уларҙың теләк-тәҡ­дим­дәрен күҙ уңында тотоп башҡарылырға тейеш.

Рәшиҙә СОЛТАНОВА,
Башҡортостандың
Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе:


— Торатау — ул Йыһан менән Ер араһындағы нәҙек еп, халҡыбыҙҙы һаҡлаусы ҡалҡан. Ул минең өсөн ябай тау түгел, ә Башҡортостаныбыҙ символы. Республика Башлығының шихандарҙы һаҡлап сығыш яһауы һәм БСК өсөн альтернатив сеймал сығанаҡтары эҙләргә ҡушыуы — ысын етәксенең хаҡ аҙымы. Ғөмүмән, шихандарҙы сеймалға тото­ноуға ҡағылышлы хәл һуңғы ваҡытта үтә киҫ­кенләшкәйне, шуға ла әлеге ҡарар бик урынлы һәм ваҡытлы. Бөгөн тау итәгендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы кешеләре, ғөмүмән, бар республика халҡы башҡа уй-хыялдар менән йәшәй — оҙаҡламай Торатауҙа Ҡыш бабайҙың резиденцияһы эшләй башлаясаҡ. Бындай ҡарар берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.

Рөстәм АХУНОВ,
Башҡорт дәүләт университетының
Иҡтисад институты директоры:


— Иҡтисади һөҙөмтә һәм социаль ихтыяж... Бындай хәл бер беҙҙең төбәккә генә хас түгел. Был — донъяуи проблема. Уны хәл итеү өсөн иҡтисад, социаль өлкә һәм экология кеүек өс тармаҡтың тигеҙ үҫешен күҙаллаған тотороҡлолоҡ концеп­цияһы тәҡдим ителгәйне. Ғөмүмән, бындай мәсьә­ләләр компромисс һәм яуаплылыҡ талап итә. һәм уларҙы хәл итеү, бар ресурстар ҙа сарыфланһа, ҡағиҙә булараҡ, иң юғары кимәлгә сығарыла ла инде. Беҙҙең осраҡта республика Башлығы бик мөһим аҙым яһаны. Шул уҡ ваҡытта икенсе яҡтың да дәлилдәрен иҫәпкә алыу мөһим. БСК — ул бик ҡеүәтле сәнәғәт компанияһы. Нисәмә мең кешене эш урыны менән тәьмин итә, һалым түләй ул. Был осраҡта Торатауҙы ла, БСК-ны ла альтернатив вариант ҡына ҡотҡарып ҡала аласаҡ. Әлбиттә, хәл ниндәйҙер кимәлдә предприятиеның сығым­дарында сағылыш табасаҡ, әммә барыһын да аҡса менән генә иҫәпләргә ярамай бит. Ошоно иҫәпкә алып, шихандар мәсьәләһенең бөтөнләй көн ҡаҙағынан төшөп ҡалыуына шикләнәм, әлбиттә. Һәр хәлдә, бөгөнгө сәйәси шарттарҙа был һорауға аныҡ яуап әйтелде. Рөстәм Хәмитов үҙ позицияһын асыҡ күрһәтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118