Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәгебеҙҙе тутыҡ баҫты бит, милләттәштәр!
Йөрәгебеҙҙе тутыҡ баҫты бит, милләттәштәр! Битараф булмағандарға асыҡ хат
Әҙәм балаһы, зиһенле булып, кеше рәүешенә инеп көн күрә башлағаны бирле, хәбәр алмашып, хәл белешеп, аралашып ғүмер итеү ихтыяжын тойоп йәшәй. Үҙ мөхитенә генә бикләнеү, бүтәндәрҙән кәртәләнеү, тирә-яҡ тормошто күрмәмешкә һалышыу аңлы бер кемдең дә тәбиғәтенә хас түгел. Ихтыяж һәм күңел талабы йөрәгендә ҡуҙ булған кешеләргә бер-береһе менән фекер уртаҡлашырға, ҡыуанысты ла, ҡайғыны ла бүлешергә саҡыра. Шул саҡта ғына бит, мәғлүмдер, шатлыҡ тулҡын ише таша, хәсрәт тарала. Бәлки, әлеге сәбәптәндер, һәр осорҙа, һәр тарафта һәм һәр заманда ҡәүемдәр бер-береһенә, сула тапҡан һайын, телдән, хат аша сәләм-хәбәр ебәреп торор булған. Туғандарыңдың, алыҫ донъяның тормошо тураһында хәбәрҙарлыҡ, бер яҡтан, кешеләрҙә яҡынлыҡ тойғоһон һаҡлаһа, икенсенән, ҡарашыбыҙҙы киңәйтә. Шағир егерменсе быуат башында уҡ әйткән тел, лөғәт, ғәҙәт үә әхлаҡ уртаҡлашыу юғары фармандар менән түгел, бәлки, ябай, көндәлек аралашыу, мәғлүмәт алмашыу юлы менән бойомға ашырыла.


Йөрәгебеҙҙе тутыҡ баҫты бит, милләттәштәр! Замандың аҙымдары көндән-көн йылдамлана бара. Мәғлүмәт сығанаҡтары туҡтауһыҙ арта, хәбәр еткереү әмәлдәре камиллаша. Дәүләт-ара һәм илдәр эсендәге сәйәсәттә мәғлүмәткә хужа булыу, уны файҙаланыу маһирлығы, иҡтисад һәм ҡорал менән бер рәттән, хәҙер төп урындарҙың береһен биләй. Ташҡын рәүешендә, кеше аңына һәм йөрәгенә көндән-көн ҡағыусы мәғлүмәттәр, хәбәрҙәр, уйҙыр­ма­лар даръяһында самими­лығыңды юғалтыу, аҙашыу, сәсәү хәүефе арта бара. Был процесс көсәйә, төрләнә һәм агрессив төҫ алыуын дауам итәсәк.
Сирек быуат элек Башҡорт­ос­тан, Рәсәй Федерацияһы эсен­дә, үҙ дәүләтселеге формаларын аныҡлау форсатын алды, рес­публикаға атама биргән ҡәүемдең телен, мәҙәниәтен, милли мәртә­бәһен артабан үҫтереү юлына баҫты. Ошо йылдарҙа, ысындан да, башҡорт халҡы үҙен һәр йәһәттән ҡеүәтләнә барыусы милләт итеп тоя башланы. Көн­дәлек көнкүрештәге ҡытыр­шы­лыҡтар һәм хаталар ғөмүми йүнәлеште ҡайыра ла, булғанды инҡар итә лә алмай. Һәр хәлдә, юҡҡа бөлөнөп, барҙан төңөлөп, ағым ихтыярына бирелеп йәшәр ваҡыт түгел. Хәҙер, донъяларҙың аҫты-өҫкә килгән, халыҡ-ара һәм ижтимағи тормош сикһеҙ кө­сөргәнгән осорҙа имеш-мимеш тыңлап, тирә-йүнде күрмәмеш-белмәмешкә һалышып йәшәү үҙеңде күҙле булып та һуҡыр­лыҡҡа, ҡолаҡлы булып та һаңғыраулыҡҡа, телле булып та һаҡаулыҡҡа дусар итеү менән бер. “Вайымһыҙға ямғыр яуҙы ни, ҡар яуҙы ни”, — тигән фәл­сәфиәт менән ни рәүешле килешмәк кәрәк?
Ижтимағи тормошта өҫтөнлөк һәм үҙ һүҙеңде һүҙ итеү өсөн көрәш, конкуренция әүәлдән йә­шәп килгән. Егерме беренсе быуатта ул, хаттин ашып, яңынан-яңы формалар ала. Йоғонто яһау өлкәләрен ғәҙел бүлешеү, бер-береңә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләү аяуһыҙ көндәшлек менән алмашынһа, икенсенән, йәм­ғиәттә ғафиллыҡ милли ҡазаға әүерелде. Бына ошо эпидемия төҫөн алған ғафиллыҡ, “ярар” тип ҡул һелтәп ҡуйыу арҡаһында, айырым алғанда, башҡорт телендә нәшер ителеүсе гәзит һәм журналдар, сығарылыш данаһы йылдан-йыл ҡыҫҡара барып, тамам юғалыу сигенә етте. Бының сәбәптәрен илдәге дөйөм иҡтисади хәлгә лә, республика хөкүмәтенә лә, почта хеҙмәтенә лә, бүтән факторҙарға ла япһа­рырға мөмкин.
Күпселек халыҡтың мохтаж­лығы ла интеллектуаль сығым­дарға дәртләндермәй, әлбиттә. “Башҡортостан” республика гә­зи­тенә яҙылыусыларҙың төп өлөшөнөң ауыл ерендә йәшәүе һәм унда халыҡтың матди хә­ле­нең ауырлығы баҫманың таралыуын ҡатмарландыра. Был — инҡар иткеһеҙ объектив хәл. Шул уҡ ваҡытта мәсьәләгә икенсе яҡтан ҡарайыҡ. Йөҙҙәрсә мең милләттәшебеҙ Өфөлә, респуб­ликаның бүтән ҡалаларында һәм ҡасабаларында — эш урындары булған, тимәк, хеҙмәт хаҡы сағыштырмаса даими килеп торған урындарҙа йәшәй. Сәнәғәт предприятиеларында, төҙө­лөш­тәрҙә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында хеҙмәт хаҡы ҙур өҙөклөктәрһеҙ, көнкүреш өсөн хәтһеҙ күләмдә түләнгән ерҙә эшләй. Әгәр, мәҫәлән, Өфө ҡала­һында йәшәүсе төрлө кимәлдәге уҡытыусылар, ғилми эшмәкәрҙәр, сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, дәүләт органдарында эшләүсе тиҫтәләрсә мең башҡорт гәзиткә яҙылған хәлдә лә, ул хәҙерге көрсөктө татымаҫ ине. Ләкин был хыял булып ҡына ҡала килә, сөнки зыялы милләттәштәребеҙ зыялылыҡ бурысын онотҡан. Йәшерен-батырыны юҡ, банк-кредит өлкәһендә, газ-нефть сығарыу тармағында, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә йөрөүсе­ләр, ғөмүмән, мохтажлыҡ кисерә тип әйтеүе ситен. Мәҫәлән, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Өфөлә башҡорт милләтле 173 меңгә яҡын, Стәрлетамаҡта — 42 меңдән күберәк, Нефтекамала — 34 мең, Сибайҙа — 30 300, Мәләүездә — 29 мең, Салауатта — 28 мең, Октябрьскийҙа — 14 400, Белоретта — 13 мең, Күмертауҙа — 11 500, Бәләбәйҙә 12 меңдән ашыу кешенең йәшәүен теркәне һәм ошондай статистиканы башҡа ҡала, ҡасаба һәм муниципаль райондар буйлап оҙаҡ дауам итергә була. Шуныһы: милләттәштәребеҙҙең күпселек өлөшө, ҡалала йәшәйме ул, ауыл ерендәме, гәзит алдырып уҡырлыҡ 25-тән 65 йәшкә тиклемге араларҙа һәм хеҙмәткә яраҡлы.
Хәҙер ”Башҡортостан”ға яҙы­лыу­ҙың торошона күҙ һалайыҡ. Аңлашылалыр, статистик берә­мек булараҡ теркәлгән һәр башҡорттоң гәзит алдырып уҡыуына иҫәп тотоу мөмкин түгел. Гәзитһеҙ йәшәү өсөн ҡырҡ сәбәп табыла: туған телде белмәү, гуманитар өлкәгә һөнәре буйынса яҡын булмау, аҡса етмәү — һанай китһәң, аҡланырлыҡ сәбәптәр күп. Шул уҡ ваҡытта ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа йәшәүсе йөҙҙәрсә мең башҡорттоң теле, теләге һәм форсаты булмауға ышанғы килмәй. “Башҡорт­остан”ға яҙылыу буйынса һуңғы йылдарҙағы статистикаға ҡара­ғанда, баш ҡа­лабыҙҙа уны 532 кеше уҡый. Стәрлетамаҡта — 100, Нефтекамала — 350, Мә­лә­үездә — 270, Сибайҙа — 310, Салауатта 33 дана тарала. (Юғарыла кил­терелгән һандарҙы онотмағыҙ!) Һәм был һандар һуң­ғы йылдарҙа ҡотолғоһоҙ кәмей.
Әүәлге замандарҙа сәсеү, ураҡ һәммә халыҡты йәлеп итә торған киң кампания рәүешен ала тор­ғайны. Улар хәҙер онотолдо, ләкин гәзиткә яҙылыу редак­цияларҙың эшмәкәрлегендә иң мәшәҡәтле, иң сетерекле, хатта ижадты ситкәрәк шылдырыусы бер ғилләгә әүерелде. Уҡыу­сыларын һаҡлап ҡалыу өсөн мөхәрририәттәрҙең ниндәй генә саралар күреп ҡарауы тураһында сурытып һөйләп тороуы ла уңайһыҙ. “Ихлас һөйләнгән һүҙ ялҡытмай”, — тиҙәр. Тимәк, гәзиттең дә ысын күңелдән әйтә киленгән һүҙе йөрәктәргә юл табырға тейеш.
Йәнә донъяның бер ваҡлығына ғәжәпләнәм: тиражы кәмей барһа ла, уның даими авторҙары ла, ара-тирә яҙышыусылары ла байтаҡ. Гәзиткә мөрәжәғәт итеү өсөн сәбәп һәр саҡ табылып тора. Ғөмүмән, республиканың төп баҫмаһында автор булыу — мәртәбә лә, бурыс та. Тик мәҡәләһенең баҫылғанын күреү өсөн редакцияға гәзит һорап килеүселәрҙе генә аңлауы ҡыйын. Был да тәрбиәлелеккә һәм зыялылыҡҡа ҡағыла.
Мин — матбуғатта ярты быуат эшләгән журналист. Ғүмеремдең байтаҡ йылдары “Башҡортостан” гәзитенә бәйләнгән. Ул әле лә рухи ҡиблам булып ҡала. Быуат самаһы тарихы эсенә “Баш­ҡортостан” туған халҡының бар булмышын, барлыҡ асылын туплаған. Гәзит — башҡорт ҡәүемен милләт итеп күтәреп тороусы төп таяуҙарҙың береһе. Әгәр уны ла ҡыйшайтһаҡ, йә­шәүебеҙ ауырлашыр. Ил һүҙе булып, “Башҡортостан” күңел­дәребеҙгә мәңге ҡағып торорға тейеш. Ғәмһеҙ йәшәмәйек, халҡы ғәмһеҙ ил һис уңмай ул. Остазыбыҙ Мостай Кәримдең һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ:

“Дуҫтар, дуҫтар! Таралышмай,
Тарҡауландыҡ,
Балҡып түгел, быҫҡып яныр
Көнгә ҡалдыҡ.
Хатта ағас, хатта утын —
Күрсе, ана! —
Өйөбөрәк бергә яҡҡас,
Дөрләп ята”.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт
хеҙ­мәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504