Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ҮҘГӘРЕРГӘ КӘРӘК БЕҘГӘ, Ә ҺЫНЫРҒА ТҮГЕЛ…”
“ҮҘГӘРЕРГӘ КӘРӘК БЕҘГӘ, Ә ҺЫНЫРҒА ТҮГЕЛ…” Һәр халыҡтың таянырҙай, ышанырҙай абруйлы үҙ шәхестәре, зыялылары була. Күренеп тә бармай уларҙың хеҙмәттәре, әммә милләт үҫешен уларҙан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Йәмәғәт эштәренә ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнаған, Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт мөхитен үҫтереүгә ҙур көс һалған аҡһаҡалыбыҙ Риф ДӘМИНЕВ – нәҡ шундай шәхестәрҙең береһе. Рух, милләт, тип янған йәштәребеҙгә өлгө алырлыҡ тәжрибәгә бай Риф Абдулла улының тормошо. Юбилейы айҡанлы уҙаман менән ҡорған әңгәмәлә шул турала һүҙ барҙы, башҡорт халҡының киләсәге мәсьәләһе лә урап үтелмәне, әлбиттә.


– Риф Абдулла улы, тел, милләт һәм рух мәсьәләләре менән тормо­шо­ғоҙ ҡасандан бирле бәйле?
– Ғүмерем буйы. Сығышым менән Хәй­булла районының иң төпкөл ауыл­да­ры­ның береһе Арыҫланғолданмын. Бил­дә­ле, башҡорт ауылы булғас, тыуған тө­йәктә туған телдә уҡыным. Тик мәктәп VI класҡа ҡәҙәр генә ине шул. Артабан белемде 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урыҫ ауылында алдым, шунда башланды ла инде тел мәсьәләләре тураһында уйланыу.
Хатта ки икмәк-тоҙлоҡ та урыҫса бел­мә­гәс, тәүге сиректә үк һигеҙ “икеле” сә­пә­гәйнеләр инде. Мәктәптә “икеләр бат­шаһы” данын тиҙ үҙләштерҙем. Баш­ҡаса уҡырға бармайым, тип ант иткән саҡтар аҙ булманы. Әлбиттә, артабан баһалар яҡшырҙы, тик Бүребай мәктә­бенә күсергә тура килде, хәйер, унда ла урыҫса уҡыталар ине. Артабанғы уңыш­тар тырышлыҡтан килгәндер, тим. Шулай ҙа урыҫ телен белмәгәнемә әсенә инем.
– Шундай бәхәс бара: ҡаланың башҡорт мәктәптәрендә балаларға пред­меттарҙы VI класҡа тиклем булһа ла тик башҡорт телендә уҡытырға кәрәк, ти ҡайһы берәүҙәр. Был һу­ңы­нан урыҫ теленә күскәндә тәрән ауыр­лыҡтар тыуҙырасаҡ, уҡыусы “наҙан” булып ҡаласаҡ, ти икенсе яҡ. Һеҙ, үҙегеҙ ошондай проблема менән йөҙ­гә-йөҙ осрашҡан кеше булараҡ, нимә тип әйтер инегеҙ?
– Башҡортса уҡытырға кәрәк, тим, тик бала нығыраҡ аңлаһын, үҫешһен өсөн урыҫ теленә күберәк сәғәттәр бүлеү фарыз. Бынан тыш, ҡала менән үткән быуаттың 50-се йылдарындағы башҡорт ауылын сағыштырһаң, ер менән күк араһы бит – хәҙер балалар урыҫса күп аралаша, ата-әсәләре лә быға булышлыҡ итә. Хатта башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарҙа урыҫ телендә “һатып ебәрерлек” кимәлдә һөйләшә. Иң мөһиме – урыҫса уҡытыуға күскәндә төрлө аңлат­ма-исемдәргә нығыраҡ иғтибар бүлергә, бәлки, берәй махсус программа ла эш­ләргә кәрәктер. Ғөмүмән, проблема юҡ. Уйлай башлаһаң, тормошомда, мәҫәлән, етәксе булып китеүҙә рус телен белмәүем бер ҙә ҡамасаулай алманы.
– Етәксе тигәндән, һеҙҙе Стәрле­та­маҡ химия-технология техникумында директор булып эшләгәндә башҡорт милләтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес булараҡ яҡшы беләбеҙ.
– …90-сы йылдар. Италияға команди­ровкаға барырға тура килде. Шулай сит ил буйлап йөрөп ятабыҙ, үҙебеҙ бер һүҙ белһәк икән. “Ҡайҙан килдегеҙ?” – тип һо­райҙар беҙҙән. “Россия”, – тигәс: “А, Россия, Горбачев”, – тип көлгән була италь­яндар. “Башҡортостанды беләһе­геҙ­ме?” – тим. “Юҡ”, – тиҙәр. Эх, шул саҡ нисек асыу килгәнде күрһәгеҙ! Донъяға билдәле химия магнаты Стәрлетамаҡты, милли батыр Салауат Юлаевты ла бел­мәгәс ни… Нисек кенә булмаһын, киләһе уҡыу йылында итальян, француз тел­дә­рен уҡытыуҙы ҡыҫҡартып, студенттар баш­ҡорт телен өйрәнә ине инде. Берен­сенән, сит илгә барғас, барыбер һүҙлек менән генә һөйләшәбеҙ, икенсенән, үҙе­беҙҙең рухи байлыҡты донъяға, үҙебеҙ ҙә белмәгәс, нисек таратырға, данларға һуң, тип уйланым.
Әлбиттә, ата-әсәләр тарафынан да, махсус органдарҙан да “сәләмдәр” булды, әммә “Тел тураһында”ғы Закон ҡотҡарып ҡалды. Шулай ҙа, ҡурҡмайынса, милли телебеҙҙе үҫтереүҙә ниндәй ҡыйыу аҙымдарға барғанбыҙ бит.
Бынан тыш, ауылдан килгән балалар менән ныҡлы эшләй инек. Уларға әрләп-туҡмап тигәндәй техник белем бирергә тырыштыҡ. Кәрәкле һөнәрҙәр һайлауына булышлыҡ итә торғайныҡ. Ошо йәһәттән шарттар ҙа булдырыу ине бурысыбыҙ: дөйөм ятаҡ, туҡланыу, юл мәсьәләләре. Шул уҡ ваҡытта барыһын да ҡалала ҡалырға өгөтләмәнек, сөнки ауылдың киләсәге нәҡ ошондай белгестәргә бәйле бит. Хәҙер барыһын да иҫләп булмай, әммә студенттарҙың төрлөһө бар ине: берәүҙәр баяғы шарттарға ла яраҡлаша алманы, икенселәр, киләсәген нығытып, халҡыбыҙҙың алтын бер бөртөгөнә әйләнде.
– Ҡала башҡорттары ҡоролтайын етәкләгәндә Стәрлетамаҡ башҡорт­та­ры өсөн генә түгел, тотош милләтебеҙ мәнфәғәтендә башҡарған эшегеҙ һа­нап һәм баһалап бөткөһөҙ. Ун йылда ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе хәл итеү генә түгел, ҙур-ҙур хеҙмәттәр ҙә башҡарып сыҡҡан кешеһегеҙ. Шулай ҙа бына ошо ваҡыт арауығында күңелегеҙ тү­рен­дә һаҡланған ваҡиғаларға туҡта­лайыҡ әле.
– Әлбиттә, бихисап сараларҙың бары­һының да осона сығырмын тимә хәҙер. Үҙебеҙҙең кеҫәнән алып булһа ла, ауыр хәлдә ҡалған милләттәштәребеҙгә аҙ ярҙам ителмәне түгел. Шулай ҙа ике конференция тураһында айырым әйтке килә: береһе – Әсә йылына, икенсеһе Бала йылына арналғайны. Шул конферен­ция­ларҙа үҙебеҙҙең һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ғалимдар менән әсә һәм бала миҫалында сәләмәт тормош аша мил­лә­тебеҙҙең киләсәген хәстәрләү һәм ҡур­салауҙы пропагандалауҙы хәтергә алырлыҡ. Артабан бит эш конференция сиктәренән сығып дауам итте, йәш­тә­ребеҙ араһында сәләмәт йәшәү нин­дәй­ҙер кимәлдә модаға әүерелде. Ә был күренеш туранан-тура милләт киләсәгенә бәйле. Тик, үкенескә ҡаршы, барыһы ла быны аңламай.
– Риф Абдулла улы, һеҙ Стәрле­тамаҡ ҡалаһына бөтөн ғүмерегеҙҙе тиерлек арнағанһығыҙ. Тарихта төрлө саҡтар булғандыр, әммә, нисек уйлай­һығыҙ, бөгөн ҡалала башҡорт мөхите бармы?
– Заманында урамда үҙ-ара үҙебеҙҙең телдә һөйләшһәң, башҡа милләт вәкил­дәре боролоп ҡарай торғайны. Аллаға шөкөр, әле магазинға ингәндә кинәнеп: “Икмәк бармы?” – тип һорайым. Иң мөһиме – мине башҡа милләт вәкилдәре лә аңлай, инде ғәжәпләнеп ҡарамау тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Тимәк, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙыуҙарҙы иҫәпкә алмағанда ла мөхит бар. Улай ғына ла түгел, мөхит булдырылған, тимәксемен. Милли уҡыу йорттары, филармония, театрҙар бар, телевизорҙан рәхәтләнеп “Йәнтөйәк” тапшырыуын ҡарайбыҙ икән, был мөхит тү­гел­ме ни?! Уның ҡарауы, шуны үҙ фай­ҙабыҙға ҡуллана белмәйбеҙ – бына ҡайҙа ята бәлә. Гел ялыулашып, һыл­танып ҡына ултырып булмай бит, дәүләт­тең дә үҙ сәйәсәте бар, үҙ программаһы тигәндәй. Иң мөһиме – тыныслыҡ кәрәк.
Мәҫәлән, мин урындағы ҡоролтай комитетын етәкләгәндә, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр менән тығыҙ бәй­ләнеш булдырылғайны. Йыраҡтағы ҡояш йылыраҡ тигән һымаҡ, шул сит ерҙәрҙә йәшәп ятҡан башҡорттарға һоҡланып бөтә алмай торғайным: бер ниндәй ҙә шарттар юҡ, ә үҙҙәре милли телдә гәзит сығарабыҙ, һабантуй уҙғарабыҙ һәм баш­ҡа эштәр атҡарабыҙ тип тырышалар. Яңылышмаһам, әле лә шулай. Ә беҙҙә киреһенсә һымаҡ. Мәҫә­лән, ҡалабыҙҙа баш­ҡорт телендә “Аш­ҡаҙар” гәзите сығып килә, тик тиражы мең дананан саҡ ҡына күберәк. 300 меңгә яҡын кешеһе булған Стәрлетамаҡта башҡорттар шулай аҙмы ни?
…Эйе, мөхит бар ҙа ул, тик уны һүн­де­рергә ярамай. Ғөмүмән әйткәндә, хәҙерге тормошта башҡасараҡ булырға кәрәк шул, ә беҙ һаман да аттарыбыҙҙың яландан үҙҙәре йөрөп ҡайтҡанын көтөп, ҡымыҙын ғына эсергә әҙерләнеп ятабыҙ. Шул уҡ ваҡытта аттарҙы ла, яланды ла башҡалар һағалап ҡына тора шул. Шуны­һы мәғлүм булһын: үҙгәрергә кәрәк беҙгә, тик һынырға түгел. Тормошҡа яраҡлашам тип, халҡыбыҙҙың илаһи һәм үҙебеҙгә генә хас күренештәренән баш тартырға ярамай, ул сағында киләсәгебеҙ икеле.
– Хәҙер Һеҙ – 75 йәшегеҙҙе тул­тырған абруйлы шәхес, хаҡлы ялда­һығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, һис тә тынғы белмәйһегеҙ: йә ижад итәһегеҙ, йә рух, милләт, тел яҙмышын хәстәрләп саба­һығыҙ. Тормоштоң уртаһында ҡалыу сере нимәлә?
– Ул ябай ғына: әгәр ҙә кеше халҡын яратһа, йәмғиәт яҙмышына битараф ҡал­май, шуның менән үҙ киләсәген дә ҡай­ғыртһа, йөрәге тибеүҙән туҡтаған­сы, ул милләте менән бергә була.
– Риф Абдулла улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518