Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Егәрле булыуҙарына һоҡланам”
Фәриҙә Айытбаева — Ер шарының барлыҡ халыҡтары менән аралаша алырлыҡ ғилемле ханым. Ул урыҫ, башҡорт, ҡытай, япон, инглиз, немец, төрөк телдәрендә иркен һөйләшә, Ҡытай сауҙа фирмаларының береһендә экспорт менеджеры булып эшләй.

Фәриҙә Төркиәләге Мәрмәр университетының киң мәғлүмәт саралары факультеты магистратураһын тамамлай. Унда уҡыу дәүерендә бер минутын да бушҡа үткәрмәй. Инглиз теле, веб-дизайнерҙар курстарын үтә, тхэквондо секцияһына йөрөп, йәшел билбау ала, мэрия үткәргән мәҙәни сараларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Хеҙмәт юлын башлағас, дипломдың ул тиклем үк көсө булмағанлығын, бәйләнештәр, тәжрибә әһәмиәтлерәк икәнен аңлай. Ул йылдарҙа барлыҡ донъяны айҡаған иҡтисади көрсөк Төркиәне ныҡ ҡаҡшатҡанлыҡтан, ошо шарттарҙа эш, аҡса табырға кәрәк була.
— Беҙҙең менән бергә уҡыған ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, азербайжан студенттары үҙ илдәренә ҡайтып, дәүләт структураларында, юғары уҡыу йорттарында, Төркиә менән бәйле ойошмаларҙа эшләй башлаһа, беҙҙән бик күптәр, төрөк фирмалары асҡан вакансияларҙан файҙаланып, Мәскәүгә бара алды, — тип һөйләй Фәриҙә. — Мин иһә, үҙ илемә ҡайтырға баҙнат итмәйенсә, докторантурала ҡалырға ҡарар ҡылдым. Бында уҡығанда япон теле буйынса курсҡа йөрөнөм, тәүге тапҡыр иероглифтар менән танышыуым шул саҡта булды. Ул йылдарҙа Төркиәлә уҡыған башҡорт, татар студенттары араһынан башҡа илдәргә эшкә йә белем алырға юлланғандар күбәйҙе. Минең Канадаға барғым килһә лә, форсат тыуманы. Был теләгемде бойомға ашырыр өсөн бакалавриатта уҡығанда уҡ инглиз телен ныҡлап үҙләштерә башлағайным.
Фәриҙә, бар ҡыйыулығын йыйып, бер нисә иптәшенән күрмәксе, Ҡытайға сығып китә. “Был төбәк мин йәшәргә теләгән ил түгел ине”, – ти ул. Тәүге мәлдә өйрәнә алмай аҙаплана, ашау-эсеү мәҙәниәте, йәшәү-эшләү рәүеше бөтөнләй ят бит. Тик әҙәм балаһы барлыҡ үҙгәрештәргә лә өйрәнә, түҙә. Эштән һуң тел курстарына йөрөп, ҡытайса яҙырға, уҡырға, һөйләшергә өйрәнә, был халыҡ вәкилдәре араһынан дуҫтар таба. Әле лә үтәһе кәртәләр, көн һайын ятлайһы иероглифтар етерлек уға. “Ҡытай телен өйрәнеү бик ауыр”, – ти Фәриҙә.
Уның ҡасан да булһа Мәскәүгә ҡайтыу уйы ла бар. Әлегә яңы офоҡтар асыуын, кәртәләр аша үтеүен дауам итә.
— Ҡытай аҙыҡтарының бик һирәген генә ашай алам, — ти ханым. — Әле йәшәгән Гуандун провинцияһы ризыҡтың төрлөлөгө менән айырылып тора. Диңгеҙ продукттарынан әҙерләнгән аш-һыу күп, урындағылар әсе, боросло тәғәм ярата. Мин йыш ҡына баоцзы һәм зияоцзы кеүек дөгө ононан әҙерләнгән, парҙа бешкән ризыҡтарҙы алам. Мосолман булараҡ, эслегендә йомортҡа, йәшелсә булғандарын ғына һайлайым.
Ҡытайҙар нимәнәндер ҡәнәғәт түгеллеген йөҙгә бәреп әйтмәй, “юҡ” тиеүҙән ҡаса, күҙгә-күҙ ҡарашыуҙы яратмай. Тәү ҡарашҡа тыныс, мөләйем йөҙлө булып, тойғо-кисерешен күрһәтеп бармаһалар ҙа, ҡайһы саҡ ҡаты бәрелеп, ҡыҙып китеү ғәҙәттәре барлығына ла шаһит булдым. Был халыҡ вәкилдәре менән аралашҡанда уларҙың нимә кисергәнен, һөйләгәндәрҙән ниндәй һығымта сығарырын аңлауы бик ауыр. Тойғоларын белдереп бармайҙар. Шуға күрә, ҡытай дуҫтарым күп булһа ла, уларҙы ниндәй кимәлдә белгәнлегемде әйтә алмайым.
Үҙҙәрен генә яратыуҙары оҡшап етмәй. Быға уларҙың демографик сәйәсәте лә йоғонто яһағандыр. “Бер ғаилә – бер бала”. Кескәй саҡтан тик үҙеңде, ғаиләңде хәстәрләргә, гел беренсе булырға өйрәтәләр.
Ҡытай ҡыҙҙарының күбеһе сит илдән бай егеткә кейәүгә сығыу тураһында хыяллана, Европа, АҠШ, Яңы Зеландия, Австралия, Канада илдәренә китергә теләгәндәр бик күп.
Бынан тыш, ҡытайҙарҙың төрлө хәлдә лә практик булыуы оҡшай, эште аҡылға килмәҫ ысулдар менән оҫта итеп теүәлләп ҡуялар. Быға уларҙың йүнселлек, ғәҙәти булмаған күренештән яңылыҡ таба белеү, маҡсатҡа ынтылыу кеүек ыңғай сифаттарын да өҫтәргә мөмкин. Ҡайһы саҡ был хафаға ла һала: һәр нәмәлә аҡса эшләү сығанағы күргән һымаҡ тойола башлай. Ҡытайҙар, япондарҙан айырмалы, перфекционист түгел, йәғни камиллыҡҡа ынтылып бармайҙар. Ҡытайҙың эре мегаполистарында фатирға хаҡтар Мәскәүҙәге кеүек. Ә сит ил кешеһенә унда торлаҡлы булыу еңел түгел. Ул Ҡытайҙа кәмендә бер йыл йәшәгән булырға тейеш. Алған хәлдә лә, торлаҡтан тик үҙең генә файҙаланаһың, ҡуртымға биреү закон тарафынан тыйылған. Етмәһә, кеше үҙ исеменә бер генә торлаҡ яҙҙыра ала. Бер нисә йорт, фатир һатып алыу Ҡытай граждандарына ғына рөхсәт ителә, әммә был осраҡта ла сикләүҙәр бихисап.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509