Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытай телен өйрәнергә кәрәк
Студент йылдары — ғүмерҙең иң сағыу, дәртле, бәхетле һәм онотолмаҫ мәле. Бындай мөғжизәле осор йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сарала әүҙем ҡатнашыу мөһим. БДУ-ның Сибай институты студенты Гөлсөм Исламова ла йәшлек йылдарын файҙалы үткәрергә тырыша.

Сығышы менән Учалы районының Килмәк ауылынан ул. Уңған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тыумай, башланғыс кластарҙа уҡ инглиз телен мөкиббән яратҡан Гөлсөм документтарын Сибай институтының сит ил филологияһы факультетына тапшыра. Диплом эше — инглиз теле һәм әҙәбиәте буйынса.
— Сит телдәрҙе өйрәнеү кешенең мөмкинлектәрен арттыра, донъя күрергә, башҡа ҡитғаларҙан дуҫтар табырға ярҙам итә, — ти Гөлсөм.
Ҡыҙҙың хыялдары яйлап бойомға аша. 2012 йылда уға университет студенттары менән бергә Польша, Чехия, Франция, Германияға сәйәхәт ҡылыу бәхете тейә. Был илдәрҙең матурлығы, халҡының изге күңеллелеге, йолаларына тоғролоғо, тарихи ҡомартҡыларына һаҡсыл булыуы хайран ҡалдыра. Көнбайыш йәштәре үҙ тарихын ныҡлы өйрәнә, тыуған илендә йәшәүе менән ғорурлана. “Ә бына беҙҙең ҡайһы бер егет-ҡыҙҙарыбыҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныу түгел, туған телендә һөйләшергә ояла. Был бик үкенесле”, — ти Гөлсөм.
Былтыр ноябрҙә ул БДУ-ның Сибай институты студенттары менән бергә Ҡытайҙа уҙғарылған «Enactus» бизнес-идеялар халыҡ-ара конкурсында Рәсәй намыҫын яҡлай, унда тәржемәсе ролен үтәй. Йәштәр сит тарафта уңышлы сығыш яһап ҡайта.
— Ҡытайҙа 36 илдән килгән командалар араһында һынау тот­тоҡ. Баһалама ағзалары – донъ­яға билдәле бизнесмендар, күбеһе Ҡытай эшҡыуарҙары булды. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, финалға үтмәнек. Ҡыҙыу һәм сәмле ярышта Ҡытай — беренсе, Марокко командаһы икенсе урынға сыҡты, — тип тәьҫо­раттары менән бүлеште Гөлсөм.
— Ҡытай халҡының тырыш, эшһөйәр, ярҙамсыл булыуы әсир итте. Улар эшһеҙ тормай, ҡырмыҫҡалай етеҙ. Беҙ йәшәгән йорт алдында яңы бина һалалар ине. Килгәнебеҙҙә уның беренсе ҡатын төҙөһәләр, бер аҙна эсендә өсөнсөһөн күтәреп тә ҡуйҙылар. Ә беҙҙә бындай эш оҙаҡҡа һуҙылып китә. Ҡытайҙар бик ярҙамсыл, йәштәр ололарҙы хөрмәт итә белә. Уларҙың ихтирамлы булыуын күреп, һоҡланып ҡайттыҡ. Ошо сифаттары автобуста йөрөгәндә лә күренә — транспортҡа инеү менән өлкәндәргә урын бирергә ашығалар.
Ҡытайҙарҙың аш-һыуы ғына оҡшамай Гөлсөмгә — халыҡ, нигеҙҙә, дөгө ашы, сусҡа ите менән туҡлана. Тәлмәрйендән, төрлө бөжәктән бешерелгән ризыҡты үҙ итә алмай.
— Ҡытайҙарҙың урыҫ телен яҡшы белеүе аптыратты, — ти Гөлсөм. — Айырыуса баҙар һатыусылары иркен аралаша. Башҡа ил вәкилдәре менән инглизсә һөй­ләшәләр, беҙгә урыҫса өндәшәләр. Әммә шуныһы оҡшаманы: һатып алыусыларҙы күп осраҡта алдайҙар.
Cтуденттар Ҡытай стенаһына ла бара. Ике мең тупһанан йәйәүләп күтәрелеү еңелдән булмай, шулай ҙа сәғәт ярым эсендә бейеклекте яулайҙар.
Гөлсөмдөң иң иҫендә ҡалғаны — сәй ҡаласығына барыуҙары. Унда Ҡытай сәйенең биш төрөн тәмләп ҡарайҙар.
— Бик оҡшаны, хәҙер ысын эсемлектең нисек булғанын яҡшы беләм. Уның еҫе лә, тәме лә башҡа һәм бик ҡиммәт тора: 100 грамы ғына — 700 һумдан ашыу, — ти Гөлсөм. — Эсемлекте бәләкәй кәсәләргә ҡойоп бирәләр. Яҡындарыма күстәнәскә сәй алып ҡайттым. Иң ҡыҙығы шул: Ҡытайҙың был эсемлеген бер бешерһәң, көн дауамында уны ете тапҡыр эсергә мөмкин. Һуңынан киптереп, икенсе көндә лә ҡулланырға мөмкин. Ғөмүмән, ошо рәүешле өс көн файҙаланырға була.
Ҡытайҙар рәсәйҙәрҙе хөрмәт итә. Башҡортостан тураһында ишетмә­һәләр ҙә, Урал тауҙарын яҡшы беләләр. Беҙ, ҡытайҙар бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаған, тип уйлайбыҙ. Улар, киреһенсә, Рәсәй халҡы йөҙгә бер төрлө, хатта айырып булмай тигән фекерҙә.
Пекин урамдары бик таҙа. Унда беҙҙәге һымаҡ сүп-сар һауыттары юҡ. Урам һепереүсе велосипедына бәләкәй генә арба тағып ала ла, ҡыйҙы шунда йыйып, ҡала ситенә сығарып түгә. Ә бына һауалары бысраҡ, завод-фабрикаларҙан сыҡҡан тө­төн томан һымаҡ күренә. Кешеләр, ғәҙәттә, битлек кейеп йөрөй. Ғөмүмән, сит илдә ни тиклем генә яҡшы булһа ла, үҙебеҙҙең хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙға етмәй.
Шулай итеп, фәһемле, ҡыҙыҡлы, мауыҡ­тырғыс сәфәргә барып ҡайта Гөлсөм Исламова. Хәҙер скайп аша Марокколағы, Индонезиялағы дуҫтары менән аралаша. Йәштәргә сит телдәрҙе мотлаҡ өйрәнергә кәңәш итә ул.
Киләсәктә Гөлсөм сит илдә стажировка үтергә хыяллана. Ҡытай телен мотлаҡ өйрәнергә кәрәк тигән фекергә килгән. Әйтергә кәрәк, Гөлсөм французса ла яҡшы белә. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында ҡатнашып, әҫәрҙең 100 юлын шул телдә һөйләп ишеттергән, сертификат менән бүләкләнгән.
Әле, диплом яҙыуҙан тыш, ғилми эҙләнеү менән мәшғүл. “Тыуған ауылымдың тарихында ер-һыу атамалары” тигән хеҙмәт әҙерләй. Легенда-риүәйәттәрҙе ауылдаштарынан, өлкән быуын вәкилдәренән, өләсәһе Нурия Исламованан яҙып алған.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513