Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уттар яна хәтер ташында
Уттар яна хәтер ташындаҠоншаҡтан Арғаяшҡа барып еткәнсе ҡышҡы көн ергә ҡара юрғанын ябындырып та ҡуйҙы. Таныш булмаған йорт тәҙрәләренән балҡыған уттарға ҡарап хәсрәтләнеп ултырғанда, Силәбе дәүләт университеты доценты Ҡамса Мортазин шылтыратты.
— Арғаяштан бер-ике саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан Бәжекәй ауылында Рафаэль ағай Мөхәмәтйәнов йәшәй, шуға барығыҙ, — тип кәңәш бирҙе беҙҙең өсөн борсолған милләттәшебеҙ. — Бик ҡунаҡсыл, киң күңелле кеше ул. Кире бороп сығармаясаҡ.
Төн ҡараңғыһын ярып, һирәк-һаяҡ осраған кешеләр күрһәткән йорт алдына килеп туҡтап та өлгөрмәнек, әйтерһең дә, беҙҙе генә көткәндәй, тимер ҡапҡа алдында бишмәт ябынған ағай үҙе күренде.
— Башҡортостандан киләһегеҙме, егеттәр? — Тәүге һорауы шул булды ағайҙың. — Тәҙрә аша сырамыттым, машинағыҙҙың номеры Башҡортостандыҡы.
...Етмеш өс йәшенә аяҡ баҫырға йыйынған Рафаэль Йомасолтан улының тормош юлы ифрат бай булып сыҡты. Бала сағынан телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә үтә иғтибарлы егет ауыл мәктәбенән һуң тура Өфөгә юллана. Күренекле ғалим Жәлил Кейекбаевтың студенты булған ул. Остазын һағынып иҫкә ала.
— Университет коридоры буйлап һылтыҡлап атлап килеүе әле булһа күҙ алдымдан китмәй, — Рафаэль ағай үҙе сәй ҡуя, үҙе беҙгә ҡарап хәтер төйөндәрен һүтә. — Шулай бер көндө остазыбыҙҙан: “Нисә телде беләһегеҙ, ағай?” — тип һораныҡ. Жәлил Ғиниәт улы баҫалҡы ғына йылмайҙы ла: “Барлыҡ төрки телдәре лә минеке инде”, — тине. Унан белгән телдәрен һанап алып китте. Беҙ, бармаҡтарыбыҙҙы бөкләп ултырып, телһеҙ ҡалдыҡ.
Рафаэль Мөхәмәтйәнов, остазының кәңәшен тотоп, “Арғаяш районы топонимикаһы” тигән темаға диплом эшен яҙа. Ифрат уңышлы килеп сыға был хеҙмәт. Дәүләт имтихандары комиссияһы рәйесе Ким Әхмәтйәнов та, татар һәм башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, профессор Кирәй Мәргән дә егеткә университетта ҡалырға тәҡдим итә. Әммә Рафаэль тыуған яғына ҡайтыуҙы хуп күрә.
Хеҙмәте дәүерендә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Арғаяш районының почетлы гражданы исемдәренә, Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булған, тиҫтәләгән Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Рафаэль Йомасолтан улы балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы әҙәбиәт, сәнғәт юлына баҫтырыу йәһәтенән бихисап эш башҡарған. Үҙе етәкселек иткән мәктәптә, яңы ҡәләм тирбәтә башлаған уҡыусыларҙың һәләтен киңерәк асыу маҡсатында, Арғаяш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхмүт Янбаев һәм “Арғаяш” гәзите хәбәрсеһе Луиза Әминеваның ярҙамы менән “Таң нурҙары” исемле әҙәби берекмә ойошторған. Шиғырҙары, хикәйәләре ошонда яралған бихисап талант эйәһе әле Силәбе өлкәһендә, Башҡортостанда, хатта Рәсәйҙә танылыу яулаған. Рафаэль ағай әҙәби берекмәлә шөғөлләнгән шағирҙарҙың, прозаиктарҙың әҫәрҙәрен туплап баҫтырған. Ҡамса Мортазин менән берлектә “Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы” тигән тағы бер китап сығарғандар. Әле Рафаэль Йомасолтан улы тағы ике китап әҙерләй.
— Ғәйрәтем етһә, Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтан айырмаһа, тотонам әле. Башланған эш — бөткән эш, — ти ул.
Сәләмәтлеге тураһында юҡҡа борсолоу белдермәй йорт хужаһы. Күптән түгел Силәбе табиптары ағайҙың йөрәгенә, үҙе әйтмешләй, “ремонт яһаған”.
— Атай ҡартҡа Хоҙай 84 йыл ғүмер биргәйне, — ти әңгәмәсем, һүрән генә йылмайып. — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан атайым граждандар һуғышының башынан аҙағына ҡәҙәр булған. 1943 йылдың февралендә үҙен тағы һуғышҡа алып киттеләр. Беҙ ағайым менән ишек алдында дыу-ғәләмәт килеп уйнап йөрөй инек. Атайым ихатанан сығып барғанда, әсәйем: “Һин, ҡартлас, кемгә кәрәк унда? Арғаяштан кире бороп ҡайтарырҙар әле үҙеңде”, — тип ҡысҡырып тороп ҡалғайны.
Әммә атайымды кире борманылар. 1945 йылдың йәйендә генә арбаға һалып алып ҡайттылар. Ҡоро тире менән һөйәккә генә ҡалғайны. Шулай ҙа уны ауыл әбейҙәре шифалы үләндәр менән бер ай тигәндә аяҡҡа баҫтырҙы.
Әсәйем дә баҡый донъяға 79-ын тултырып китте. Шулай булғас, миңә лә пландарымды тормошҡа ашырырға ваҡыт бирер Аллаһы Тәғәлә.
Ултыра торғас, Рафаэль ағайҙың тағы бер һәләте асылды. Баҡтиһәң, ул урындағы халыҡ театрында төп ролдәрҙе башҡарыусы һәүәҫкәр актер ҙа икән! Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах”, Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”, Әминә Яхинаның “Бабайға кәләш кәрәк” спектаклдәрендә сағыу образдар тыуҙырған. Тамашалары менән Иваново өлкәһенә лә барып еткәндәр. 2008 йылда Вычуга ҡалаһында үткән I Бөтә Рәсәй ауыл театрҙары фестивалендә уңышлы сығыш яһап, I дәрәжә дипломға лайыҡ булған Арғаяш артистары.
— Быйыл илебеҙ Ватан һуғышының 200 йыллығын киң билдәләйәсәк. Шул байрам уңайынан “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзалары беҙҙең тарафтарға ла килеп сыҡһа, шәп булыр ине! — тип тағы дөрләп тоҡанып китте Рафаэль ағай. — Ҡолой кантондың тыуған яғында булып, беҙҙең тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр менән осрашып, тарих һөйләп китһәләр, беләһегеҙме, ниндәй ҙур эш башҡарасаҡбыҙ?! Халыҡты рухи яҡтан күтәреп, тыуған илгә, милләтебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ уятырҙар ине. Бер-береһен күтәргән, ололаған халыҡ ҡына абруйға лайыҡ бит ул!
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Силәбе өлкәһе,
Арғаяш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118