Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һарыҡ йөнө файҙалы
Һарыҡ йөнө файҙалы
Халҡыбыҙҙың тарихын тәрәндән белеү, уның нигеҙендә йәш быуынды тәрбиәләү, милләтебеҙҙең онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, йолаларын күрһәтеү буйынса районда матур башланғыс барлыҡҡа килде. Мәҙәниәт йылында һәр ауыл киләсәктә үҙенең милли бренды булырлыҡ боронғо йолаларҙы тергеҙеп, уны халыҡҡа таныта. Күптән түгел ергәндәр картуф ҡаҙыу йолаһын атҡарһа, мәмбәттәр һарыҡ йөнө ҡырҡыуҙы күрһәтте.


Тормош-көнкүреш йолаларына хас булған һарыҡ йөнө ҡырҡыу малсылыҡ менән шө­ғөлләнгән Фәнүзә һәм Әхмә­ҙул­ла Мәмбәтовтарҙың иркен иха­та­һында ойошторолдо. Үҙе оло байрамға әйләнгән сараға ауылдың иң тилбер ҡатын-ҡыҙ­ҙары, “Туржы ынйылары” фольклор ансамбле ағинәйҙәре са­ҡы­рылды.
Ир-ат һарыҡтарҙы тотоп бәй­ләп бирһә, уңған килендәр, ҡул­дарында ҡайсыларын уйнатып, “һә” тигәнсе ҡырҡып та ҡуя. Элек һәр эш өмә менән башҡарылған. Һарыҡ йөнө ҡырҡыуға ауылдың иң уңғандарын саҡырыр бул­ған­дар, олораҡтар уларға эш рәтен өйрәтеп, фатихаһын биргән. Был юлы ла ауылдың ағинәйе Ғилминур Мәмбәтова өмәсе­ләр­гә: “Һарыҡтың башынан башлап ҡырҡһаң, бәрәсе орғасы булыр, ҡойроҡ яғынан башлаһаң – тәкә, тиҙәр. Малды үрсетәм тиһәгеҙ, башынан башлағыҙ”, – тип төр­лө юрау юраны. Ауылдың иң уңған килендәренең береһе Эльвира Мәмбәтова тәүгеләрҙән бу­лып бер һарыҡты ҡырҡҡас: “Үҙем аша үткәнгә ошо матур таҫманы бәйләп ҡуяйым әле, ҡулым бәрәкәтле, ҡышҡылыҡҡа игеҙ бәрәс килтерер”, – тип те­ләне. Шул арала Гөлсирә Ҡа­рабаева тәүге ҡырҡылған йөндө үлсәп ҡарай һалып: “Хужаларға афарин, малҡайҙарҙы яҡшы тәрбиәләгән — 4 килонан артыҡ тартты!” — тип һөйөнсөләне.
Һарыҡ йөнө файҙалыӘйткәндәй, һарыҡ йөнөнөң си­фаты уны нисек ҡарауҙан, тәр­биәләүҙән килә. Бесән һалғанда малдың өҫтөнә ырғытмау, һа­рыҡ­тарҙы йылы ҡурала тотоу, һо­ло­но йышыраҡ ашатыу ҙа йөн­дөң яҡшы булыуына булышлыҡ итә.
Мал аҫрауҙың бар нескәлек­тәрен бала саҡтан яҡшы белгән Әхмәҙулла Әхмәҙей улының ҡу­раһында 70-кә яҡын һарыҡ бар.
– Тәүҙә үҙебеҙҙең ябай һа­рыҡ­тарҙы үрсеттем, – ти эш­ҡыуар. – Һарыҡсылыҡ буйынса ныҡлап шөғөлләнергә уйлағас, ситтән романов һәм эдельвейс тоҡомлоларын һатып алдым. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: романов һарыҡтарының күбеһе иге­ҙәк бәрәсләй, береһенән дүртәү ҙә тыуҙы. Уйлап ҡараһаң, бындай тоҡомдо үрсетеү күпкә отош­лораҡ. Ә бына ябай ауыл һа­рыҡтарының йөнө иләү өсөн еңел һәм шифалы ла. Элегерәк үҙем дә быйма, кейеҙ баҫа торғайным. Әйткәндәй, өмәсе­ләргә ярҙамлашам: электр станогы менән һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡышам...
Өмәселәр бер-береһен уҙы­шып һарыҡ ҡырҡҡан арала йорт эсендә инәйҙәр үҙ эштәре менән булыша ине. Кемдер ти­мер та­раҡ менән йөн ҡабалай, икен­селәре тетә, өсөнсөләре уны иләй. Үҙ-ара мәрәкәләшеп тә алалар: “Әйҙә, тет, тет, Йән­бикә, танауыңа тиклем етһә, мәрйен­дәр ҡойолор” – тигән һа­маҡтар булһынмы йәки “Һауа кеүек йом­шаҡ бул, болот кеүек ҡабарып ят” кеүек юрауҙар әйтелһенме – барыһы ла дәрт­ләнеп эш баш­ҡара, гармун мо­ңона ҡушылып йыр-моң да һуҙа. Оло йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, йәш­тәр­гә йола өйрәтеп, уларға кә­ңәш биргән Ғилминур Мәмбә­това, Рәхимә Турғаева, Йәнбикә Абдуллина, Анфиса Шәрипова, Камила Ямғырова һәм Рәсимә Мәмбәтоваларға рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Һарыҡ йөнө файҙалыОшонда уҡ Мәмбәт ауыл клу­бы директоры Розалия Рәхмә­тованың тырышлығы менән йөн әйберҙәрҙән ғәжәп күргәҙмә ойош­торолған. Кейеҙ, балаҫ, юрғандарҙан тыш, хатта һарыҡ тиреһенән тегелгән толоп, тун­дарҙы ла күрергә мөмкин ине. Ә йылы, йомшаҡ быймалар ха­ҡында әйтеп тораһы ла түгел!
Ағинәйҙәр һарыҡ йөнөнөң фай­ҙаһы хаҡында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, сайырлы һарыҡ йөнөн быуындар һыҙлағанда, тире ауы­рыуҙарынан яфаланғанда бәйләгәндәр, ябынып та ят­ҡан­дар. Әйткәндәй, элек кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә һарыҡ йөнөнән һуғылған балаҫ, баҡта йөнөнән һырылған юрған булыуы мотлаҡ һаналған. Заман башҡа — заң башҡа тип әйтергә күнекһәк тә, бөгөн дә күп кенә йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән ҡорама юрғандар осрап ҡуя. Тимәк, йола әле лә дауам итә, һарыҡ йөнө әле лә әүҙем файҙаланыла.
Мәмбәттәр һарыҡ йөнө ҡыр­ҡыу өмәһен, барлыҡ йола нигеҙ­ҙәренә таянып, бик юғары ки­мәлдә үткәрҙе. Был изге эште атҡарыу өсөн бар шарттар тыуҙырған йорт хужалары Фәнү­зә менән Әхмәҙулла Мәмбәтов­тар оло хөрмәткә лайыҡ. Икеһе лә ошо ауылда тыуып, белем алып, аҙаҡ өйләнешеп, тыуған ерендә төпләнгән ғаилә – ауылдаштары өсөн өлгө лә, ныҡлы терәк тә. Фәнүзә Ҡасим ҡыҙы ғүмере буйы ауылда фельдшер булып эшләһә, Әхмәҙулла Әхмәҙей улы – аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар.
Йола тотҡан хур булмаҫ, ти халыҡ. Ысынлап та, милләте­беҙҙең рухи хазинаһын тәшкил иткән, онотола барған йола­ларҙы тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү, иң мөһиме, дөрөҫ атҡарыу – Хәйбулла районында башланған матур эштең төп маҡсаты. Артабан был эстафета һәр ауылда дауам итәсәк: кемдер ҡорот байрамын күрһәтһә, икенселәре ҡурмас өмәһенә саҡырмаҡсы. Киләсәктә бындай матур саралар онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙер­гә, үҫтерергә һәм йәштәр ара­һында киң таратырға ярҙам итәсәгенә ышаныс ҙур.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519