Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр халыҡ тарихын үҙе яҙа
Һәр халыҡ тарихын үҙе яҙа
Башҡортостан – башҡорттарҙың тарихи тыуған ере, шуға күрә дәүләт ошо халыҡтың социаль, рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. Үҙ ерендә 130-ҙан ашыу милләт вәкилен ҡабул иткән халыҡты ихтирам итеүселәр быны яҡшы аңлай. Атай-олатайҙарыбыҙ уртаҡ йортобоҙҙағы тыныс, татыу тормошҡа бер ниндәй ҙә тел, дини айырмалыҡтарҙың кәртә ҡуя алмауын йөҙҙәрсә йыл дауамында раҫлай килде.
Бөгөн донъя йылдам үҙгәрә. Милләт-ара мөнә­сәбәт­тәрҙәге ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеп, беҙгә яңынан-яңы бурыстар, талаптар менән осрашырға тура килә.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Башҡарма комитеты 2025 йылға тиклемге дәүләт милли сәйәсәте стра­тегияһын, мәғариф тураһындағы фе­де­раль һәм республика закондарын тик­­­­­­ше­реүҙә әүҙем ҡатнашты. Ошо мөһим документтарҙы ҡабул иткәндә байтаҡ тәҡдимебеҙҙең иҫәпкә алыныуы ҡыуа­ныслы. Беҙҙең “Айыҡ ауыл” акцияһын хуплағаны өсөн Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа рәхмәт­лебеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йының ошо башланғысы кире ҡа­­­­­ғыл­­­маны, республика Хөкүмәтенең махсус ҡарары ҡабул ителде. Күп кенә райондарҙа Ырыуҙар байрамы ойош­торолдо. Республикалағы юғары уҡыу йорттары араһында бәйләнештәр нығый, студенттар менән осрашыуҙар уҙғарыла.
Әле донъяла йәштәрҙең аңы һәм аҡылы өсөн ҡаты көрәш бара. Интернет, киң мәғлүмәт саралары, кино­фильмдар аша Көнбайыштың шикле идеяларын беҙгә көсләп һеңдерергә маташалар. Эскелек, наркомания, компьютеромания кеүек кире күренештәр тарала. Ватан­сы­лыҡ төшөнсәһе граждандар йәмғиәте ин­сти­туттары менән тығыҙ бәйләнгән, ә йәмәғәт ойошмалары был йәһәттән иң әүҙем һәм йоғонтоло көстө тәшкил итә, тап шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты йәш­тәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып бара.
Халыҡтың республикабыҙҙағы ауыл­дар тарихын яҙыу башланғысын ысын мәғәнәһендә ватансылыҡ өлгөһө итеп күрһәтергә мөмкин. Айырым би­лә­мәләр­ҙең тарихы буйынса тиҫ­тәләгән китап, брошюралар донъя күрҙе. Ошондай идея­лар менән янып-көйөп йөрөгән энтузиастарға урындағы власть, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар яғынан матди ярҙам күрһәтелеүе бик яҡшы булыр ине.
Йәштәр башҡорт халҡының тарихын, Башҡорт­остандың Евразия киңлегендәге әһәмиәтен яҡшы белергә, күҙалларға тейеш. Был йәһәттән бик күп ғилми-тарихи тикшеренеү үткәрелде, ете том­лыҡ “Башҡорт халҡының тарихы” донъя күрҙе, киң мәғлүмәт сараларында ла байтаҡ мәҡәлә баҫыла. Салауат Хәми­ҙуллиндың “Тарихи мөхит” телетап­шы­рыуын кеше айырыуса яратып ҡабул итте.
Быуаттар буйы дуҫ, татыу йәшәгән халыҡтар тарихына битарафлыҡ булырға тейеш түгел. Тарихты белмәү башҡа ҡәүемдәргә ҡарата ихтирамды, хөрмәтте юҡҡа сығара, ксенофобия, милләтселек күренештәренә нигеҙ һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙ дөйөм белем биреү учреждениеларында Башҡортостан та­рихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙән сит­ләшә башланыҡ. Мәк­тәптәрҙең уҡыу пла­нынан был фән юҡҡа сыҡты тиерлек. Мәғариф министрлығы уҡыу йортонда өйрәнелгән һәр фән йөкмәткеһендә төбәк компонентының кәмендә 20 процент тәшкил итергә тейешлеге тураһындағы фе­­дераль дәүләт стандартындағы төп положениеларҙың береһенә тейешле иғтибар бирмәй. Ҡануниәтебеҙҙә бала­ларҙы башҡорт телендә уҡытыу, туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар тыу­ҙырылған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өлкәлә кире күренештәр күп. Туған телен өйрәнгән балалар һаны йылдан-йыл кәмей. Уҡыу пландарынан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ төшөп ҡала.
Министрлыҡ был мәсьәләне федераль дәүләт мәғариф стандартында милли республикаларҙың дәүләт телдәрен өйрәнеү талабы ҡуйылмауы менән аңлата. Тимәк, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн йәмәғәтселек, мәғариф учреж­де­ниелары, ата-әсәләр ҙур тырышлыҡ һалырға тейеш. Мәғариф министрлығы икенсе йыл инде район, ҡала мәғариф бүлектәренә уҡыу планына башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса тәҡдимдәр ебәрмәй. Асылда, был мәсьәлә мәктәп дирек­тор­ҙарының ҡара­мағына ҡайтарып ҡалды­рыла. Ошоға бәйле башҡорт теле уҡы­тыусыларына ҙур өмөт бағлана.
Май айында “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар флешмоб үткәрҙе. Ки­ләһе йыл был сара дөйөм республика кимәлендә ойошторолор, тип ышанам.
Күптән түгел Илеш, Благовещен, Ға­фури, Архангел, Ейәнсура, Бөрйән район­дарында туған телде нисек уҡытыуҙарын тикшерҙек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы улты­рышында Ғафури һәм Ар­хангел райондары вәкилдәре ҡатнаш­лығында ошо мәсьәлә буйынса фекер алыштыҡ. Ул Бөрйәндә уҙғарылған район башҡорттары ҡоролтайы ултырышының көн тәртибенә лә индерелде.
Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты республикабыҙҙа этник туризмды үҫтереү буйынса ҙур эш башланы. Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ буйынса комиссия ойош­торолдо, уның ҡарамағында махсус Эксперт советы эшләйәсәк. Бөгөн “Урал батыр” милли туроператорын булдырыу, уны теркәү, офис асыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалына. Тиҙҙән “Өфө – баш ҡалам”, “Ағиҙел ярындағы тыуған ҡалам” исемле экскурсия маршруттары асыла­саҡ, “Урал батырҙың алтын билбауы”, “Урал батыр бишеге” кеүек маршруттар буйынса мото-автоуҙыштар ойошторо­ласаҡ.
Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү йә­һәтенән дин ҙур әһәмиәткә эйә. Сит илдәрҙән килгән традицион булмаған исламды таратыусы көстәр беҙҙе ҙур борсоуға һала. Ислам динен тоторға теләгән йәштәрҙе үҙебеҙҙә уҡытырға тейешбеҙ. Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бер тамсы ҡан тама икән, тыныслыҡ төшөнсәһе юҡҡа сығып, һуғыш логикаһы ғәмәлгә инә. Быуаттар буйы дуҫ, татыу йәшәгән этник берләшмәләр һуңғы осорҙа көтмәгәндә барыһын да онотоп, ҡулына ҡорал ала. Шуға күрә беҙ был мәсьәләләрҙе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тоторға тейешбеҙ.
Һуңғы ваҡытта тағы ла бер ҙур проблема килеп тыуҙы – беҙҙең алда башҡорт ауылдарын һаҡлап ҡалыу бурысы тора. Урындағы халыҡ һаман: “Ғүмер буйы йәшәгән йортомдан, еремдән, көтөү­ле­гемдән, сабын­лығымдан бер кем дә ҡыуып ебә­рә алмай, мин үҙем хужа” тигән иллюзиянан арынмаған. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ауылдарына төрлө яҡ­тан килеп ер алыусылар, йорт һалыу­сылар артҡандан-арта. Сит халыҡтың береһе килеп төпләнһә, уның артынса кәм тигәндә ун ғаилә ағыласағын көт тә тор. Рәсәйҙә милләт-ара ыҙғыштың күпселек осраҡта ер арҡаһында сығыуы билдәле. Шуға күрә беҙгә, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға теләһәк, тәү сиратта еребеҙҙе ҡурсаларға кәрәк.

Хәләф ИШМОРАТОВ,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты
рәйесенең беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы –
Ҡоролтай депутаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118