Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡала башҡорто ниндәй ул?
Иртәгә Күмертауҙа “Ҡала башҡорттары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы эш башлай. Унда Башҡортостан ҡалаларының социаль-иҡтисади үѕеше, башҡорттарҙың ошо ерлектә туған телен, мәҙәниәтен һаҡлауы, милли мәғариф һәм тәрбиә биреү кеүек мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк. Конференция алдынан беҙ унда ҡатнашҡан кешеләргә һәм ябай ҡала халҡына һорау менән мөрәжәғәт иттек: ҡала башҡорто булыуы еңелме?

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе:
– Ҡалала йәшәгән һәр милләт тә үѕешергә тырыша. Был яҡтан башҡорттарға ла берләшергә, үѕештең яңы юлдарын эҙләргә, милли идея тирәләй тупланырға кәрәк тип иѕәпләйем. Ҡаланыҡылар ауылдағыларға үрнәк булырға, уларға ла алға этәргес көс бирергә тейеш. Ҡайҙа табан барабыҙ, иртәгә беҙҙе нимә көтә тигән һорауҙарға яуап эҙләргә кәрәк. Ә инде телде, мәҙәниәтте һаҡлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, бының барыһы ла ата-әсәнән, ғаиләнән тора. Юғиһә тел тиһәк, шунда уҡ сәйәсәтте килтереп ҡыѕтыралар. Үҙебеҙҙән башлайыҡ!
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:
– Был ике яҡлы мәсьәлә. Ыңғай яҡтары: ҡалала мөмкинлектәр киңерәк. Балаларҙы тәрбиәләүе, үѕтереүе еңелерәк, йәне теләгән секция, түңәрәккә йөрөтөргә, театр, музейҙар менән таныштырырға була. Әлбиттә, кире яғы ла күп. Иң насары – телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы юғалтыу ҡурҡынысы янауы. Ниндәй генә ҡаланы алып ҡараһаң да, унда йәшәгән башҡорттар әҙселекте тәшкил итә. Күҙәтеүҙәремдән шуны әйтә алам: ҡалаға күсеп килгән беренсе быуын ҙур ғына ауырлыҡтарға осрай. Уларҙың балаларына тағы ла ҡыйыныраҡ. Мәктәптә уҡыусылар бәғерһеҙ бит. Кешенең йөҙөндәге айырмалыҡтан да көлә, үсекләй. Шуға ул балалар башҡортса һөйләшергә ояла. Ә бына үҙемдең ейәндәремдә – өсөнсө быуын башҡорттарында бер ниндәй ҙә кәмһенеү юҡ, рәхәтләнеп урамда башҡортса һөйләшәләр, әкиәттәремде тыңлайҙар, үҙҙәренең компьютерҙағы уйындарын да миңә үҙ телебеҙҙә аңлатырға тырышалар. Шулай булғас, киләсәккә өмөт бар.
Айбулат ПСӘНЧИН, география фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры урынбаҫары:
– Мин – өсөнсө быуын ҡала башҡорто. Һорауығыҙға яуабым шул: ауыр түгел. Бында тыуып үѕкәнгәме икән, адаптация үткәнмен. Өфөлә лә башҡорт мөхите бар: гәзит-журналдар сыға, телевидение, радио эшләй, балалар өсөн китаптар, альбомдар донъя күрә, милли мәктәптәр, балалар баҡсалары асылған. Эйе, улар етмәй, һанын арттырырға кәрәк. Әле шуныһы ҡыуандыра: ҡалаларҙа йәшәгән йәштәр Интернетта үҙ телебеҙҙә аралаша, төркөмдәр булдыра, хатта ҙур саралар ойоштора. Балалар ҙа компьютерға ылыға, шуға күрә, йәш атай булараҡ, теләгем шул: уйындар, йәнһүрәттәр, әкиәттәр башҡортса булһын ине.
Регина ЮЛДЫБАЕВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Тәүҙәрәк килмешәк тип ҡарайҙар ине. Шуға йәнем көйә торғайны. Яңы йәшәй башлағандарға ауыр, әлбиттә: торорға урын юҡ, һыйынырға туғандар әҙ. Шулай ҙа был ауырлыҡтар кире ауылға ҡайтыуға сәбәп түгел. Уңайлы ҡала шартында йәшәргә, үѕешергә кәрәк тип иѕәпләйем.
Руслан ХӨСӘЙЕНОВ, Өфө ҡалаһы, төҙөлөш фирмаһында эшләй:
– Гуманитар йүнәлештә уҡыу йортон тамамланым да, ауылда эш булмағас, баш ҡалала ҡалырға булдым. Һөнәрем буйынса эшләһәм, ҙур аҡса табып булмаѕын аңлап, төҙөлөш менән шөғөлләнә башланым. Ҡатыным да ауылдан. Беҙҙең иң ҙур проблема – торлаҡ юҡ. Аҡса йыйып, ипотекаға булһа ла фатир алырға ине, башҡа сара юҡ. Бына үҙебеҙ яҡшылап урынлашып алһаҡ, бар яҡындарҙы ла һыйындырыр, ҡалаға килеүселәргә ярҙам итер инек.
Ә. МИҢҒӘЛИЕВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118