“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”12.03.2019
…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып, ҡармаҡтарымды һалып йөрөһәм, күптәнге танышым Әмир Кәримов тап булды.

– Һаумы, ҡустым! – тип ихлас йылмайып иҫәнләште ул. – Хәлеңдең шәплеген күреп торам. Был оҫталығыңа мине лә өйрәт әле.
Шул йылдарҙан алып айырылмаҫ дуҫыма, кәңәшсемә әйләнде ул. Ғәжәп ихлас, йомарт, тормош тәжрибәһе бай, сәйҙәре хуш еҫле… Һөйләшеп ултырыуы үҙе бер бәхет Әмир Ғүмәр улы менән.

– Мин Ҡырмыҫҡалы районының данлыҡлы Үтәгән ауылында тыуғанмын, – ти ул. – Изге төйәгем Ағиҙел буйында урынлашҡан, эргәнән Бөҫтән шишмәһе ағып үтә. “Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” тигән лаҡап та йөрөй балыҡсылар араһында. Дөрөҫтөр ҙә был.
Ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек. Атай мәрхүм беҙҙе тәбиғәтте яратырға, хөрмәт итергә өйрәтте. Оҫта балыҡсы ине үҙе. Күмәкләп кистән селәү әҙерләп ҡуябыҙ ҙа таң менән Ағиҙелгә йәйен тоторға йүгерәбеҙ. Элек балыҡ та күп булды бит. Ырғаҡҡа биш-алты селәүсен эләктерәбеҙ ҙә 20 – 25 метр алыҫлыҡҡа ташлайбыҙ, көнөнә 15-ләп йәйен алып ҡайтабыҙ.

Бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләйем әле. Ҡустым менән таңдан йәйенгә китеп барабыҙ. Көтөү ҡыуған күрше апайҙар: “Балыҡтарығыҙҙы ҡайҙа һалырһығыҙ һуң – тоҡ алығыҙ! Хатта икәүҙе”, – тип көлөңкөрәп ҡалды. Әйткән һүҙҙәре, ысынлап та, дөрөҫкә сыҡты: ул көндә шул ҡәҙәр күп йәйен тоттоҡ, тоҡ алмағаныбыҙға үкендек. Табышыбыҙҙы ботаҡҡа теҙеп алып ҡайтырға тура килде. Күрше-күлән дә беҙҙән башҡа көлмәҫ булды. Ул балыҡтарҙы ҡыҫалаға тотҡайныҡ.

Элек ташбаш күп була торғайны. Уларға ҙур суртандар тота инек. Мин балыҡҡа айырыуса йәйгеһен йөрөргә яратам. Бала саҡта талдан мурҙа үрә, уның менән һөҙөп, ҡарман, сабаҡ, алабуға эләктерә инек. Хәҙер ҙә, олоғайһам да, көн аша булһа ла тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнәм. Кешене хәрәкәт йәшәтә бит.

Улдарым ғына түгел, ейәндәр ҙә һыу буйынан ҡайтмай. Үҙем шулай өйрәтәм, тәбиғәтте ярат­һындар, уның ҡөҙрәтен аңлап үҫһендәр тип тырышам. Эске эштәр министрлығында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән саҡта ла ғаиләм менән урман-ҡырҙарға, йылға буйына сығырға мөмкинлек таба торғайным. Кеше бит тәбиғәт балаһы. Унан айырылмайыҡ!


Вернуться назад