Хәтер һандығына19.12.2018
Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә ҡайҙан икәнен әйтмәй, ҡайһылары башҡа ике аяғының береһен баҫмаҫлыҡ булып өшөп ҡайта...

Нисек кенә булмаһын, тәүге боҙҙа балыҡ тотоу ҡомары һүнмәй, киреһенсә, артҡандан-арта.

Шулай ҙа бер нисә ҡағиҙәне үтәмәү мөмкин түгел.

Беренсенән, һыу буйына яңғыҙ бармағыҙ. Үҙегеҙ менән мотлаҡ 10-15 метр оҙонлоҡтағы еп алығыҙ, кейемегеҙ ҡышҡы көнгә әҙер булһын, өшөгәнсә ултырмағыҙ.

Ҡармаҡ ебенә ике ырғаҡ ҡуйыу яҡшыраҡ булыр. Ауырын – аҫҡа, еңелерәген – өҫкә. Сәбәбе берәү: атмосфера баҫымы түбә­нәйһә, балыҡ өҫкә сыға, күтәрелһә – төптә йөрөй.

Селбәрәгә суртан, һыла, алабуға тотоусыларға кәңәш: был “ем”де өйҙә өс литрлыҡ банкаларҙа һаҡларға мөмкин, ауыҙы асыҡ булһын. Эсенә һирәк-һаяҡ ҡар йомарлап төшөрөп тороғоҙ, селбәрәләрҙе ашатмағыҙ.

Ҡыш башында балыҡты ағын ерҙән эҙләмәгеҙ. Ҡайҙа тәрән, тымыҡ – улар шунда йыйылыусан.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика