Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк…
“Үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек”, – ти белгестәр.

Балыҡтың, башҡа диңгеҙ продукттарының файҙаһы тураһында кем генә белмәй? Улар менән туҡланғандар оҙаҡ йәшәй тип беләбеҙ. Мәҫәлән, Япония халҡы был йәһәттән донъяла тәүге урынды биләй. Ә сәбәбен төпкә төшөп тикшергәндәр, бының менән ныҡлы ҡыҙыҡһынғандар аҙҙыр. Балыҡтың кеше организмына файҙаһы ниҙә һуң? Ошо һорауға асыҡлыҡ индереү маҡсатында республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгес-диетологы, юғары категориялы табип, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рушания ЯЛАЛОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Балыҡ нимәһе менән файҙалы, ул организмға ниндәй күләмдә кәрәк, Рушания Ғимаҙи ҡыҙы?
– Күптәр СССР мәлендәге бер йоланы һағынып иҫкә алалыр: аҙнаның бер йәки ике көнө тик балыҡҡа арнала торғайны. Хатта дөйөм туҡланыу урындарында ла ошо ҡанун һаҡланды. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең Башҡортостан йод етешмәгән төбәктәр иҫәбендә, әле лә шулай. Ошо мәсьәләне ниндәйҙер кимәлдә контролдә тотоу, организмдың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында башҡарылды совет осорондағы ул ғәмәл.
Ауырыған кешене күҙ алдына килтерәйек. Берәү, мәҫәлән, ҡатмарлы операция үткәрҙе, ти. Уға иң тәүҙә балыҡ һурпаһы, әҙләп итен бирә башлау мөһим. Был аҙыҡ еңел эшкәртелә, эсәктәргә, ашҡаҙанға ыңғай йоғонто яһай.

– Балыҡта һәм башҡа диңгеҙ продукттарында иң мөһим матдәләр ниндәй?
– Беҙҙең организмға тәү сиратта Омега-6 һәм Омега-3 май кислоталары кәрәк. Өҫтәүенә А, Д, В1, В2 , В12 витаминдары талап ителә. Уларҙың тәүгеләре, белеүегеҙсә, организмда кальцийҙың, фосфорҙың үҙләштере­леүенә булышлыҡ ҡыла, тештең, һөйәктәрҙең ныҡлығын тәьмин итә. Йод етешмәгән осраҡта креветкалар, диңгеҙ кәбеҫтәһе менән туҡланыу файҙалы.

– Төрлө аминокислоталар башҡа продукттарҙа юҡмы ни?
– Бар, әлбиттә, мәҫәлән, грек сәтләүегендә. Әммә балыҡтыҡы тиҙерәк үҙләштерелә.
Кешенең мейеһенә майлы балыҡтар­ҙың файҙаһы айырыуса ҙур. Ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк сирҙәрендә мотлаҡ балыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Әммә шуны онотмау зарур: шәбәйеү маҡсатында көн һайын диңгеҙ продукттары менән күпләп туҡланырға ярамай, сама белеү мөһим.

– Беҙ балыҡты киптереп тә, тоҙ­лап та, һыуҙа бешереп тә, ҡыҙҙы­рып та ашайбыҙ. Ҡайһыһы яҡ­шы­раҡ?
– Өҙөп кенә әйтеп булмай, әлбиттә. Кем ҡайһылай ярата, шулай ҡулланһын. Шулай ҙа бауыры, бөйөрө ауыртҡан­дарға ҡыҙҙырылған балыҡ ауыр буласаҡ, тоҙланған сельдь менән дә мауығырға ярамай.

– Шәкәр ауырыуы – киң таралған сирҙәрҙең береһе. Уның менән йонсоғандарға ниндәй балыҡ нығыраҡ файҙалы?
– Береһенән дә баш тартырға кәрәкмәй, яратаһың икән – аша. Зыяны булмаҫ.

– Майлы һәм майһыҙ балыҡтар тураһында һүҙ йөрөткәндә…
– Улар өс төргә бүленә. Беренсеһе – майлы балыҡтар (майлылыҡ 8-10 процент): скумбрия, сельдь, мәрсен. Уларҙың 100 грамында 200 – 250 килокалория иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн сусҡа итен алһаҡ, уның 100 грамында – 120 килокалория.
Икенсеһе – уртаса майлылар. Был төркөмгә һыла, бағры, карп, һаҙан, ставрида балыҡтары инә (майлылыҡ – дүрт процент). 100 грамында – 140 килокалория.
Өсөнсөһө – түбән майлылыҡтағы балыҡтар: ҡарман, суртан, минтай, камбала, треска, алабуға һ.б. Уларҙың йөҙ грамында – 70 – 100 килокалория. Ябығыу өсөн, әлбиттә, өсөнсө төркөмгә ингән балыҡтар кәрәк, ҡаҡланғандары менән мауығырға ярамай, сөнки яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Аҙнаһына бер ҡырҡым ашау ҙа етә.

– Магазиндан балыҡ һатып ал­ғанда нимәгә иғтибар итеү мөһим?
– “Балыҡ башынан серей” тигән әйтемде нәҡ ошонда иҫкә төшөрөргә кәрәк. Һатып алғанда мотлаҡ айғолағын ҡарарға кәңәш ителә, ул ҡыҙғылт-көрән төҫтә булырға тейеш. Күҙҙәренә иғтибар итегеҙ: асыҡ, үтә күренмәлеһе ашарға яраҡлы. Йәнә шуныһы бар: иретеп ҡабат туңдырылғандарының тиреһе теткеләнә башлай.

– Башҡа аҙыҡ-түлек араһында балыҡ ниндәй урында тип иҫәпләй­һегеҙ?
– Мин, үҙләштерелеүенә ҡарап, уны йомортҡаға, иткә, ҡатын-ҡыҙҙың күкрәк һөтөнә тиңләр инем, сөнки балыҡта 25 процентҡа тиклем аҡһым бар. Кешегә үҫеш мәлендә, мейеһе формалашҡанда барыһы ла кәрәк. Балыҡ, ит менән бергә йәшелсә-емеш тураһында ла оноторға ярамай. Яҡшы туҡланаһың икән, организмдағы майҙарҙы яндырырға ла кәрәк. Был йәһәттән физик күнегеүҙәр, эш, йүгереү файҙалы. Туҡланыу бер төрлө булырға тейеш түгел. Тағы ла шуныһы бар: тән температураһы күтәрелһә, балыҡ ашарға ярамай.
Элек башҡорттар ит, ҡымыҙ, һөт, ҡатыҡ кеүек милли ризыҡтар менән генә туҡланған. Хәҙер иһә беҙ нимә генә ашамайбыҙ. Ситтән килтерелгән цитрус емештәре, мәҫәлән, үҙебеҙҙә үҫкәндәргә етәме һуң?! Әсе баланы ла һағындыра бит ҡайһы саҡ. Әйтер һүҙем шул: магазиндарҙағы матур һауытлы ризыҡ төрҙәренә ҡыҙығырға кәрәкмәй, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте һайлайыҡ.

– Балыҡ бешереү йәһәтенән яратҡан рецебығыҙ бармы?
– Әлбиттә. Ирем ял көндәрендә суртан, табан тотоп ҡайтыусан. Уларҙы төрлөсә бешерәм. Араларынан иң ябай рецепты тәҡдим итәм.
Тултырылған суртан. Бының өсөн яҡшы итеп таҙаланған балыҡтың эсенә дөгө, кишер, һуған, һарымһаҡ һалып, тәмләткестәр өҫтәп, мейескә ҡуя­быҙ. Эсен еп йәки таяҡсалар менән ябырға кәрәк. Бер сәғәт тотҡас, алып, өҫтәлгә йәшел тәмләткестәр ҡушып ултыртабыҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән грек сәтләүеге һибергә лә мөмкин.


Автор: Х. ӘХМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518