Хөрмәт итә лә, ҡурҡа ла бел12.12.2017
Үткән быуаттың 70-се йылдары ине. Марат еҙнәй, хәҙер мәрхүм инде, колхоз күл­дәренән балыҡ тотоп, көн һайын келәткә тапшырып бара. Әлбиттә, ау менән. Көнөнә 400 – 500 килограмм тирәһе эләгә.

Бер көн мине лә алып китте. Кәүҙәгә бәләкәймен, шулай ҙа ауыр ағас ишкәккә биреш­мәйем. Һыр бирмәйем. Ауҙар­ҙы һалып бөткәс, еҙнәм мине күл уртаһына ташланы ла:
– Ярай, ҡәйнеш, һау булып тор, барыбер бер үлергә инде, – тип ары йөҙөп китте.
Мин, йөҙә белмәгән эт кеүек, бер урында тыпырсынып тик торам. Ни кәмәгә етеп булмай, ни аяҡ ергә теймәй. Хәлемдең мөшкөллөгөн һи­ҙепме, әллә ҡурҡыпмы, еҙнәм елкәмдән эләктереп һөйрәп алды. Әйткән һүҙҙәре һаман иҫтә:
– Ҡәйнеш, һыуҙы хөрмәт итә лә, унан ҡурҡа ла белергә кәрәк.
Ул үҙе киңлеге дүрт-биш саҡрымға һуҙылған күлдең бер ярынан икенсеһенә йөҙөп сығыр ине.


Вернуться назад