Өйрәнсектәр, һеҙгә әйтәм!18.05.2016
* Балыҡсыларҙың үтенесенә ҡолаҡ һалып өйрән. Кемдер ырғаҡ, батырғыс, еп, ҡалҡыуыс, селәүсен һәм башҡа кәрәк-яраҡ һорай икән, ярҙам ит. Үҙеңдең дә шундай хәлгә тарыуың бар бит.
* Кәрәк-ярағыңды таҙа, теүәл тот.
* Ҡармаҡтың ағасҡа йә ташҡа эләгеүе хәүефле: ҡоралһыҙ ҡа­лыуың йә табышыңдан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. Һыу һай икән, кисеп барып, эләккәнде ысҡындырып була. Тәрән ерҙә иһә, әгәр еп ныҡ булһа, ҡыуалды ырғаҡ яҙылғансы тартырға мөмкин.
Әгәр ҙә инде ҡармаҡ һыу аҫтындағы ҡыуаҡ, ағас тамырына эләкһә, уны еңел генә ысҡындырырмын тимә. Ҡаршы ярға сы­ғыр­ға йәки ҡолға ҡулланырға тура килер. Был ҡоралдың осон уртаға ярып, ҡармаҡ ебенең йүнәлеше буйынса тоҫҡап эш итергә кәрәк.




Тултырылған суртан

Ризыҡты әҙерләү өсөн бер суртан, малдың 100 грамм эс майы, бер-ике баш һуған, тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк булыр.

Балыҡты яҡшы итеп таҙартҡас, тиреһен ойоҡ сискән кеүек һыҙырып алабыҙ. Башын иһә ҡырҡып алып, айғолаҡтан таҙар­тырға кәрәк. Унан балыҡтың итен ваҡлап, төрлө тәмләткестәр ҡушып, тиренең эсенә тултырабыҙ. Әҙер массаны (башты ла бергә) мейестә быҡтырабыҙ. Остарын еп менән бәйләргә кәрәк.
Тултырылған суртан 180 градус эҫелектә бер сәғәттән әҙер була.


Вернуться назад