Аулау тыйыла22.03.2016
Биологик һыу ресурстарын аулау (тотоу) тыйылған райондар: Яҡтыкүл һәм Көньяҡ Үләнде күлдәре; Нөгөш һыу һаҡлағысы; Ағиҙел йылғаһында – Илеш районындағы Йондоҙ һыу алғысынан Дүртөйлө районындағы Әңгәсәк ауылының административ сигенә тиклем; Өфө районындағы Ҡыҙылъяр ауылының административ сигенән Тоҙлотауға тиклем.
Биологик һыу ресурстарын аулау (тотоу) тыйылған ваҡыт: 1 майҙан 10 июнгә тиклем – һәр ерҙә, шул иҫәптән Павловка һыу һаҡлағысында боҙ ирегәндән алып 10 июнгә тиклем – барлыҡ ҡулайламалар ярҙамында. Шул уҡ ваҡытта балыҡты ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки фидерлы ҡармаҡҡа тотоу рөхсәт ителә (бер епкә тағылған ҡармаҡтар һаны икәүҙән артмаҫҡа тейеш).

Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығының Башҡортостандағы бүлеге.



Вернуться назад