Афоризмдар08.02.2014
Балыҡсы балыҡсыны ҡулынан таный.
(Владимир Борисов).

Әгәр балыҡтар һөйләшә белһә, кешеләр телдән яҙыр ине.
(Виктор Губарев).

Иренең балыҡ ҡармаҡлағанын күрмәгән ҡатын үҙенең ниндәй сабыр кешегә кейәүгә сыҡҡанын күҙ алдына ла килтерә алмай.
(Эдгар Хоу).

Ир-ат өс сәғәт буйы балыҡ сирткәнен көтә ала, ләкин ҡатынының кейенгәнен 15 минут көтөргә түҙемлеге етмәй.
(Роберт Орбен).

Балыҡ тотоу мунса инеү менән бер – түрәләр юҡ, барыһы ла тиң.
(Павел Христолюбов).

Кипкән балыҡ ҡыҫтырып балыҡҡа йөрөү — аҡылға һыймаҫлыҡ эш.
(Георгий Александров).

Балыҡҡа барыу – иртән иртүк хәмер эсеү өсөн иң һәйбәт һылтау.
(Джимми Каннон).

Даланлы балыҡсы көләмәстәр менән түгел, балыҡ менән һыйлай.
(Андрей Соколов).


Вернуться назад

Яндекс.Метрика