Тәмле лә һуң һурпаһы!08.02.2014
Тәмле лә һуң һурпаһы!
Һәр кем үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла балыҡ һурпаһын тәмләп ҡарағандыр, моғайын. Бөтәһе лә был ашты үҙенсә әҙерләргә тырыша. Минеңсә, иң яҡшы балыҡ һурпаһы алабуғанан йә һыланандыр.

Балыҡты таҙартҡанда тик эс-ҡарыны менән айғолағын ғына алырға кәрәк. Тәңкәһен, башын ҡалдырабыҙ.
Сүлмәккә һалҡын һыу һалғас, әрселгән бер нисә картуф һәм башлы һуған төшөрәбеҙ. Һыу ҡайнағас, 2-3 баш помидор өҫтәйбеҙ. Картуф бешкәс тә балыҡ һалып, 6-7 минут ҡайнатабыҙ. Тоҙ, борос, лавр япрағы, бүтән төрлө тәмләткес үләндәр өҫтәргә мөмкин.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика