Эй ултыра балыҡсы...29.03.2014
Эй ултыра балыҡсы...Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Балыҡсылыҡты мөкиббән яратҡан, уның менән ҡыҙыҡһынған дуҫтарыбыҙҙың тәҡдимен иҫәпкә алып сығара башлаған “Эй ултыра балыҡсы...” тигән махсус биткә ҡыҫҡа хикәйәләр, көләмәстәр килә башланы ла инде. Һеҙҙе тағы ла әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ, дуҫтар! Оҫта һәм һәүәҫкәр балыҡсылар, ҡармаҡлау серҙәре, табыштан әҙерләнгән аш-һыу төрҙәре хаҡында һәм башҡа ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмаларығыҙҙы көтәбеҙ. Фекерҙәрегеҙҙе, кәңәштәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе хат йә Интернет аша (bash.bashgazet.ru), шулай уҡ [email protected] электрон адресына ебәрә алаһығыҙ.


Вернуться назад