Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яҡташыбыҙ, балыҡтар тураһында дүрт китап сығарған Юрий Тепловтың кәңәштәрен еткереүҙе дауам итәбеҙ. Был юлы һүҙ ҡышҡы айҙарҙа балыҡ тотоу ысулдары хаҡында барасаҡ.

Беренсе боҙ, һәр ваҡыттағыса, балыҡсылар көтөп алған мәл. Барлыҡ кәрәк-яраҡ көҙҙән үк әҙерләп ҡуйылған бит, көнө генә етһен! Теләгәне тормошҡа ашып, йылға-күл боҙ менән ҡапланғас, балыҡсы өсөн ләззәтле мәл башлана. Ҡорман, күстерә, юрыш, сабаҡтың яҡшы ҡапҡан сағы был, уларҙы көйәнтәле ырғаҡҡа (балансир), йылтырмаға һәм, әлбиттә, ҡарышлауыҡтарға рәхәтләнеп эләктерергә мөмкин.

Алабуға тураһында айырым әйтеп үтәйек. Ҡыш уның бармаҡ буйлыһын эләктерһәң дә бәләкәй балалай ҡыуа­наһың, әммә ошо ваҡтар ара­һында эреләре лә барҙыр, тип әллә ни өмөтләнергә ярамай. Улар айырым-айырым ҡамыш, үлән араһында йөрөүҙе хуп күрә, яҙға табан ғына бергә ҡушыла. Бындай урындарҙы суртан һәм һыла ла ярата.

Алабуғаны ҡыш тотоуҙың төрлө юлдары бар. Араларында иң тарал­ғаны шул: ҡармаҡты яй ғына күтә­рәһең дә ҡапыл төшөрәһең. Быны өс-дүрт секунд һайын ҡабатларға кәрәк. Ғәҙәттә, алабуға йылтырманы өҫкә күтәреп килгәндә ҡабыусан.

Оҫта балыҡсылар өйгә ҡайтыр алдынан мәкегә тал ботағы тығып китеүсән. Ҡайһы берҙә уйған мәкегә балыҡ һыймай башлауы ихтимал, бындай осраҡта яңынан ҙурыраҡты эшләргә тура киләсәк.

Төрлө ҡарышлауыҡҡа тотҡан балыҡсы аралары 40-50 сантиметр булған өс-дүрт мәке уя, һәр береһен емләй, бер аҙ туралған селәүсен төшөрә. Беренсе боҙ аҫтында һыу әлегә ныҡлап һыуынып өлгөрмәгән, шуға күрә табыш ярайһы яҡшы эләгеүсән. Декабрҙең икенсе яртыһында йәйен, ҡарабалыҡ, табан бөтөнләй ҡапмай тиерлек.

Боҙ ҡалынайған һайын, һыуҙа кислород кәмей. Әйткәндәй, ғинуар­ҙа шамбы ыуылдырыҡ сәсеүгә әҙерләнә башлай, уға бер ниндәй һыуыҡ та ҡама­сауламай. Тәжри­бәле балыҡ­сылар иһә, ошо мәлде файҙаланып, меҫкендәрҙе күпләп тотоп ҡала. Тимәк, улар тәбиғәт йәнле түгел, яңы тормошто емереү менән бер бит был.

Аҡ тәңкәле балыҡтар тәрән урынға күсә, улар дегәнәк ҡарыш­лауығына яҡшы эләгеүсән. Яр буйындағы ошо үҫемлекте ҡырҡып алаһың да уртаға яраһың, эсендә ваҡ ҡарышлауыҡтар була. Икәү-өсәүһен бәләкәй ҡармаҡҡа эләк­тереп, рәхәтләнеп балыҡ тоторға мөмкин.

Яңы урынға барһағыҙ, мотлаҡ башҡалар янына ултырырға тыры­шығыҙ. Ни өсөн тигәндә, уларҙың күбеһе был урындарҙы электән белә. Ҡармаҡ ебегеҙ 0,15 милли­метрҙан ҡалын булмаһын. Кү­реүебеҙ­сә, күп балыҡсылар хәҙер һыу буйында сатыр ҡороп ебәрә, ҡайһы берҙәре хатта уны йылытып та ҡуя. Шәмең дә яҡтыртып торһа, төнө буйы рәхәтләнеп тот та тот, тик һаулығың ғына булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 132

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 190

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 157

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 429

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 453

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 405

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 574

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 394

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 410

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 243

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 369