Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...
Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...Тәтешле районы Танып йылғаһы, күл-быуалары менән данлы. Был йәһәттән айырыуса балыҡсылар бәхетле.

Ул яҡҡа быйыл көндәр йылынғас уҡ барырға хыялланһам да, әлегә тиклем форсат сыҡмай торҙо. Беренсенән, ара йыраҡ, икенсенән, йәй тәүҙә һалҡын торһа, аҙаҡ томра эҫелеге менән эсте бошорҙо.
Шулай ҙа бына, ниһайәт, беҙ юлдабыҙ. Таң беленер-беленмәҫ мәлдә тәғәйен ергә килеп тә еттек. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, унлап балыҡсы ҡаршы алды. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡайһы яҡтан килеүҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ҡайҙан ғына юҡ бында балыҡсылар! Хатта Пермь крайынан, Татарстандан, Екатеринбург ҡалаһынан килгәндәр ҙә бар.
Беҙ ҙә ҡармаҡтарыбыҙҙы емләп, ҡамыш араһына һалдыҡ. Их, тәбиғәттең матурлығы: күҙҙең яуын алырлыҡ! Бер яҡта – ҡарағай, шыршы ағастары ҡаплаған тауҙар, икенсе тарафта – өс-дүрт саҡрымға һуҙылған күл. Хоҙай был төбәккә барыһын да биргән, бер ниҙе лә йәлләмәгән. Бигерәк тә ихлас, алсаҡ кешеләргә бай Тәтешле. Ярҙам итергә әҙер генә тора улар. Бына ҡаршыбыҙға бер ир йылмайып килеп баҫты.
– Руслан Нуриәхмәтов булам, – тип таныштырҙы ул үҙе менән. – Ошо быуала эшсе лә, ҡарауылсы ла үҙем.
– Тимәк, бындағы бар бурыстарҙы атҡараһығыҙ...
– Эйе. Яр буйҙарының таҙалығын тикшереү ҙә – көндәлек эшем.
– Белеүебеҙсә, быуа ҡуртымға алынған?
– Эйе, районда киң билдәле шәхси эшҡыуар Динар Биктимеров, “Меркурий” йәмғиәтен ойошторғас, быуаны ла үҙенә ҡуртымға алды. Балыҡ бында ныҡ күп тип әйтеп булмай, кәрәгенсә тотабыҙ.
– Һеҙ – физкультура уҡытыу­сыһы. Мәктәптә лә, бында ла нисек өлгөрәһегеҙ? Әллә сәбәбе аҡса етмәүҙәме?
– Юҡ, миңә ике эшем дә оҡшай. Быуалағы хеҙмәтем өсөн аҡса алмайым. Балыҡсылар ваҡытын файҙалы үткәрһен, яҡшы ял итһен тип тырышам, – тип киң йылмайҙы Руслан.
Уның менән хушлашҡан арала хужа Динар Миңлеғәле улы килеп туҡтаны. Ҡабаланып йөрөһә лә, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
– Һеҙ ҙә, Руслан кеүек, физкультура уҡытыусыһы. Нисек эшҡыуар булып киттегеҙ? Үҙ шөғөлөгөҙҙә тотоноуға нимә этәрҙе?
– Халыҡҡа хеҙмәт урындары булдырыу теләге. Бер мәл ағас эше менән булышып киттем. Диләнкә алып, ағасты йығып ташыйым да, таҡта ярыу цехында эшкәртеп, һатыуға сығарам. Халыҡ бындай хеҙмәтләндереүгә мохтаж. Кем өй, мунса төҙөй, кем кәртә-ҡураһын йүнәтә тигәндәй. Шөғөлөмдө киң йәйелдереп, ир-атҡа эш урындары булдырыуға өлгәштем. Халыҡтың яртыһы тиерлек Себер яғында аҡса табырға мәжбүр бит. Уларҙың һанын аҙ ғына булһа ла кәметеүгә өлөш индереүем менән бәхетлемен. Ағас эшендә генә – 40-лаған кеше, уларға хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйем.
– Белеүебеҙсә, һеҙ ял итеүселәр өсөн йорттар ҙа төҙөгәнһегеҙ?
– Улай ғына түгел, ашхана, мунса, балаларға уйын майҙансыҡтары ла эшләнек.
– Балыҡсылар мәнфәғәтен дә ҡайғыртаһығыҙ. Быуаны ҡуртымға алыуығыҙҙың сәбәбе ниҙә?
– Һуңғы арала уның торошо насарайып киткәйне. Яр буйҙарының сүп-сарға күмелеүе, балыҡты ау менән тотоу күренештәренең артыуы мине ныҡлы уйға һалды. Хәҙер, үҙегеҙ күрәһегеҙ, күп нәмә яйға һалынды. Яр буйҙары таҙа, берәү ҙә сүп-сар ҡалдырмай. Шуныһы ла бар: беҙ бер балыҡсынан да хаҡ алмайбыҙ, хатта үҙҙәренең кәмәләрендә йөрөргә рөхсәт итәбеҙ. Һөҙөмтәлә ғаиләһе менән ял итергә килгәндәр бихисап, был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт: һәр изге башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алалар, ярҙам итергә әҙер торалар.
– Эштәрегеҙ уң булһын! – тип хушлаштыҡ хужа менән.
Көн төшкә ауышһа ла, бындай хозурлыҡты һис тә ташлап китке килмәй торғанда, өлкән йәштәге ағай яныбыҙға килде. Йәйен-ҡышын ошонан ҡайтмаған балыҡсы Фәтих ағай Нәсибуллин икән.
– Тыуған еребеҙҙә ошондай Динар кеүек булдыҡлы, тырыш йүнселдәр булмаһа, йәшәүе ауырға тура килер ине, – тине ул. – Көнө-төнө халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итәләр, һаулыҡ насип итһен үҙҙәренә!
Хаҡ һүҙҙәр. Халҡы, төйәге өсөн янып йәшәгән йүнселдәр тотоп тора бөгөнгө ауылдарҙы. Балыҡсылыҡ кеүек борондан килгән шөғөлдәребеҙҙең дә ҡотон һаҡлай улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 1 030

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 1 107

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 1 088

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 1 394

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 1 449

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 1 388

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 1 436

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 1 294

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 1 223

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 1 134

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 1 296