Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ауырлыҡ менән тотолһа, тәмлерәк була”
“Ауырлыҡ менән тотолһа,  тәмлерәк була”Йылдың иң матур мәленә аяҡ баҫтыҡ. Күңел тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Айырыуса ҡаланыҡылар, таш өйҙәренән айырылып, саф һауаға, һыу буйҙарына, урманға юл тота. Һалҡын ҡыштан һуң балыҡсылар ҙа, иреккә сыҡҡандай, ҡармаҡтарын тотоп йылға-күл ярҙарында теҙелә. Тегендә лә, бында ла ғаиләһе менән ял итергә килгәндәр күренә. Бала-саға рәхәтләнеп уйнап йөрөй. Ғөмүмән, кем генә юҡ һыу буйында!
Бына танышым, дәүләт эшмәкәре Альберт Феликс улы ҒӘЛИН дә бында. Хәлен белешкәс, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.

– Дәүләт эшмәкәре булараҡ, тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге йыш эләкмәйҙер һеҙгә?
– Юҡ, ваҡыт бүлергә тырышам: көндәлек хеҙмәттән арынғас та, тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнәм. Шунһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?! Балыҡ тотоуға килгән­дә, ҡармаҡтарҙы ҡыштан уҡ әҙерләп ҡуйғанмын. Бөтөн кәрәк-яраҡ бар.
– Белеүемсә, Иртыш буйындағы Омск ҡалаһында тыуғанһығыҙ. Ба­лыҡ­сылыҡ шөғөлөн үҙ итеүегеҙгә ошо йылға йоғонто яһаманымы икән?
– Атайым – Туймазынан, ә әсәйем – Йәрмәкәйҙән. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында Омск ҡалаһына эшкә барғанда танышып өйләнеш­кәндәр. Миңә алты йәш тулғас, Башҡортостанға кире ҡайтҡандар. Шуға ла Иртыш яҙмышыма ниндәйҙер өлөш индергәндер, тип әйтә алмайым. Үҙ төбәгебеҙҙең тәбиғәтенә ни етә?!
– Балыҡ тотоуҙа ниндәй ысулға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Бөтөн төрҙәрҙе лә хуп күрәм. Шулай ҙа күңелемә иң яҡыны – йыл­тыр­маға һәм ҡауырһынлы ҡармаҡҡа (муш­каға) тотоу. Икенсеһен үҙем эшләйем, һатып алғаным юҡ. Эре һәм йыртҡыс балыҡтарҙы тоторға яратам. Улар ҡа­уыр­һынға яҡшы эләгә. Форсаттан фай­ҙаланып, бер иптәшем менән булған ваҡиғаны бәйән итәйем. Ауылға ҡайт­ҡас, ул күршеһенән ун һумға әтәс һатып алған. Ҡармаҡ эшләүгә муйын ҡауыр­һындары йәтеш бит инде. Уларҙы бай­таҡ ҡына йолҡоп алған да ҡошто эйә­һенә кире биргән. Йолҡош ҡиәфәттә ҡал­ған әтәстең оҙаҡламай үлеп ятҡанын күргәндәр…
Шөғөл шөғөл менән, әммә саманан сығып китергә ярамай шул. Мин алтын урталыҡты һаҡларға тырышам. Балыҡ­ты күпләп тоторға ашҡынмайым, бер-ике табалыҡ булһа, еткән. Табыш эләкмәгән саҡтар ҙа булғылай, уның ҡарауы, тәбиғәттән ләззәт алаһың, күҙәтәһең, күңелең ял итә. Шул уҡ ваҡытта балыҡ еңел эләккән урында ултырырға яратмайым. Ауырлыҡ менән алынған табыш тәмлерәк була бит.
Емдең төрлөһөн һайлайым, һәр бе­ре­һен ҡулланып ҡарайым. Бутҡа итеп бе­шергән ваҡытта тәмде көсәйткән ку­биктарҙы ҡушып ебәрһәң, балыҡ айы­рыу­са яҡшы ҡаба. Йылтырмаға ағарсаҡ тоторға яратам, ике-өс килограмм тарт­ҡандарын эләктергәнем бар. Балыҡ то­тоу мәленә килгәндә, йылға буйы ям­ғыр һибәләп торған саҡта нығыраҡ тарта.
– Ҡыш боҙ өҫтөнә сыҡҡы­лайһы­ғыҙмы?
– Ҡарлы-боҙло мәлдә мәкенән табыш сығарғандарға ҡарап һоҡланам ғы­на… Бына ҡайҙа ул ысын балыҡсылар!
– Ҡармағығыҙға эләккән ҙур балыҡ­тарҙы йәлләгәнегеҙ булдымы?
– Эйе, ундай тойғоно кисергәнем бар. Ыуылдырыҡ менән булһа, мотлаҡ кире һыуға ебәрәм. Уны ашауҙан тамаҡ туймаҫ, шул уҡ ваҡытта күпме селбәрәнең ғүмере һаҡлап ҡалына! Был балыҡ һыу ятҡылығында әллә нисәмә йыл ғүмерен үткәргән, нәҫелен үрсеткән, һаҡлаған… Әйткәндәй, тәбиғәттә төрлө йәнлек-ҡоштарҙы күп осратырға насип булды: аҡҡоштар, эре мөгөҙлө мышылар, сыбар төҫтәге ваҡ ҡына балаларын эйәртеп йөрөгән ҡабан сусҡаһы… Шуныһы ҡыуаныслы: Өфө тирәһендә һунар тыйылғас, унда төрлө йәнлектәр күбәйә башланы.
Балыҡ тотоуға кире әйләнеп ҡайтып, йылтырмаға бәйле кәңәшемде еткерәйем. Ул үтә ныҡ ялтыраһа, быны бөтөрөү өсөн “Кока-кола”ға тығып алырға кәрәк. Һөҙөмтәлә төҫө һарыға әйләнә. Шул ваҡытта, әйткәндәй, ирекһеҙҙән кеше ашҡаҙаны хаҡында уйлап ҡуяһың.
– Һеҙгә, философия фәндәре кан­дидатына, сираттағы һорауҙы бир­мә­­һәм, яҙыҡ булыр төҫлө: ба­лыҡҡа йөрөүҙең мәғәнәһе нимәлә?
– Мин шөғөлөмә “балыҡҡа йөрөү” тип кенә ҡарамайым, уны йәшеллек менән күҙгә-күҙ осрашыу тип һанайым. Тәбиғәт кешегә барыһын да бирә. Был ниғмәтте һаҡсыл тотонорға тейешбеҙ. Тәбиғәтте яратыу, хөрмәт итеү – ысын балыҡсының төп бурысы. Шул уҡ ваҡытта һыу буйында хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Өйҙә көткән яҡын кешеләр, туғандар алдындағы ҙур бурыстарҙың береһе был. Әйткәндәй, яҙғы боҙға сығырға ниәт иткән балыҡсыларға “Ҡара март” тигән документаль фильмды ҡарап фәһем алырға тәҡдим итәм.
– Һеҙҙеңсә, ысын балыҡсы ниндәй холоҡло булырға тейеш?
– Ихтирамлы, иғтибарлы, сыҙамлы, түҙемле, ихлас, асыҡ йөҙлө.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 1 030

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 1 107

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 1 087

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 1 394

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 1 449

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 1 388

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 1 436

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 1 294

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 1 223

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 1 134

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 1 296