Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балыҡты ҡотҡар
Балыҡты ҡотҡарБашҡортостан Республикаһында “Балыҡты тынйыуҙан ҡотҡар” акцияһы башланды. Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы һәм муниципаль райондар хакимиәттәре сығыш яһаны. Беренсе булып акцияны Ҡырмыҫҡалы районы Сиҡаныс күлендә башланыҡ. Экология министрлығы етәкселәре, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре, балыҡсылар ҡатнашлығында мәкеләр уйылып, ҡамыштар тултырылды.
Экология министрлығының Өфө территориаль идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Мифтаховтың әйтеүенсә, күлдәрҙә балыҡтарҙың күпләп үлеүен бер нисә сәбәпкә бәйләргә мөмкин. Беренсенән, быйыл ҡарҙың әҙ булыуы, икенсенән, боҙ аҫтындағы ҡамыш-үләндәрҙең һәм ылымыҡтарҙың сереүе ошо фажиғәгә килтерә. Сиҡаныс күленең майҙаны 8,6 гектар, тәрәнлеге 15 метрға етә. Күлде шефлыҡҡа ошонда йәшәүсе Ғәлинур Ҡотлогилдин һәм Илдар Садиҡов алған. Улар балыҡсылар менән бергәләп мәкеләр уялар, яр ситен таҙарталар. Рәхмәт уларға, ти балыҡсылар.
Балыҡты ҡотҡарБер нисә көндән, ошо акция сиктә­рендә, сәфәребеҙҙе Дәүләкән районында урынлашҡан Асылыкүл буйында дауам иттек. Иртән үк боҙ өҫтөндә нин­дәйҙер йәнлелек хөкөм һөрә ине. Экология министрлығы, телевидение хеҙмәткәрҙәре, гәзит-журнал хәбәр­селәре, һәүәҫкәр балыҡсылар һәм битараф булмаған ауыл халҡы йыйыл­ғайны. “Асылыкүл” тәбиғәт паркы етәкселәренән инструктаж алғас, боҙтишкестәр тотоп күл буйына төштөк.
Һүҙгә һүҙ ялғанып, ошонда инспектор булып 15 йыл эшләгән Дамирдар Усмановтан бер нисә кәңәш тә алдыҡ.
— Беҙ ҡайһы ерҙә балыҡ ыуыл­дырыҡ сәсә, шунда мәке уйырға һәм ҡамыштар тығып ҡуйырға кәрәклеген күрһәтәбеҙ. Уларға һауа шул ҡамыштар аша инә. Күлдә балыҡ күп. Парктың өлкән инспекторы Ғәбделхай Миңле­кәев һәм “Йәшел яр” йәмғиәте ойошмаһының экология һәм тәбиғәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Игорь Пелипенконың тырышлыҡтары күренеп тора. Бында суртан, һыла, алабуға, шамбы, карп, һаҙан, ҡарабалыҡ, сөгә һәм рипус үрсетелә.
— Йыл һайын беҙ балыҡтарҙы ҡотҡарыу маҡсатында ошондай саралар үткәрәбеҙ, — тип һүҙен дауам итте Экология министрлығының етәксе урынбаҫары Рөстәм Мифтахов.
Көнөнә 450-500 мәке уйыла. Башҡа район етәкселәре лә күтәреп алһын ине был изге эште тигән теләктә ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519