Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡармаҡ сыбыҡлы малай сағымды һағынам”
“Ҡармаҡ сыбыҡлы малай сағымды һағынам”Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевте белмәгән, уның менән ғорурланмаған, ижадына, талантына һоҡланмаған кеше юҡтыр. 1986 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан алып бөгөнгәсә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тамашасыға тоғро хеҙмәт иткән, бер нисә фильмда төшкән, ҙур байрамдарҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы булған уҙаман сәнғәт донъяһына башкөллө сумған кеүек. Ә мин уны икенсе яҡтан асҡым – ҡармаҡ сыбығы тотҡан Таштуғай малайы итеп күргем килде. Хәйбулла районындағы мул һыулы Таналыҡ йылғаһы, йәйрәп ятҡан Ерекле һыу һаҡлағысы… Ошондай мөхиттә үҫ тә балыҡ тотма, имеш. Уйымды раҫлау өсөн Хөрмәтулланы Ағиҙел буйына балыҡҡа саҡырҙым. Бына беҙ боҙ өҫтөндә. Ҡармаҡтарҙы емләп һалғас, яйлап һүҙ башланым.


– Хөрмәтулла Ғаззали улы, бер мәлгә бала сағығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ниндәй малай инегеҙ?
– Иң йәмле, күңелле осор… Олоғайған һайын малай сағымды нығыраҡ һағынам. Көндәр буйы Таналыҡта балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, һыу инәбеҙ. Йылға буйы гөр килеп торор ине. Беләһеңме, малайҙар менән ярышып, бер көндә хатта ун биш тапҡыр һыу инә торғайныҡ. Шәп йөҙөү өсөн селтәр йә майка менән селбәрә тотабыҙ ҙа шуны тереләй йотоп ебәрәбеҙ. Бына һиңә мөғжизә: икенсе яҡ ярға, нисәнсе мәртәбә булыуға ҡарамаҫтан, “һә” тигәнсә йөҙөп сығабыҙ! Кейемде ташҡа һалып киптерәбеҙ ҙә яңынан һыу инергә йүгерәбеҙ. Еүеш килеш сумыу иҫәпкә алынмай. Шулай үҙ ҡағиҙәләребеҙ ҙә була торғайны.
– Белеүемсә, Таналыҡ балыҡҡа бай. Элегерәк миңә унда эре-эре суртан, алабуға, шамбы, йәйен­дәрҙе эләктереү насип иткәйне. Ҡармаҡҡа ҡасан тотоу отошлораҡ?
– Ташҡын ҡайтып, һыу әҙерәк таҙара башлағас та, ҡармаҡ менән сыға торғайныҡ. Төп емләгестәр – ағас ҡорто, май ҡуңыҙының ҡарышлауығы. Уларға ярайһы ҙур балыҡтарҙы эләктерә инек. Ҡармаҡтарҙы емләп һалабыҙ ҙа, ситкәрәк китеп, һыу инергә өлгөрәбеҙ. Һалҡындан ҡурҡмаҫ тәүәккәл мәлдәр!..
– Ғаиләгеҙҙә балыҡсылар бар инеме?
– Юҡ. Уның ҡарауы, Факил, Фәрит еҙнәмдәр – ошо шөғөлгә әүәҫ кешеләр. Йәй ялға ҡайтыу менән йылға буйына ашығам. Айырыуса мал көтөүҙән ҡайтҡас, унда илаһи тынлыҡ урынлаша. Бүрттерелгән бойҙай, селәүсен алабыҙ ҙа ләззәтләнеп балыҡ ҡармаҡлайбыҙ… Эйе, уйнап үҫкән ауылымды, Ташлы йылға буйҙарын, бала саҡ дуҫтарымды шул ҡәҙәр һағынам.
– Әле ниндәй балыҡ тотоп ашар инегеҙ?
– Таналыҡтың һаҙанын. Тәбиғи шарттарҙа үҫкән был балыҡтың тәм­лелеге! Ә махсус туҡланды­рылған­дарҙың ниндәй таты булһын инде?
– Малай саҡ – шуҡ саҡ. Балыҡты төрлө ысулдар менән дә тота инегеҙме? Ҡайһылары иҫегеҙҙә ҡалған?
– Элек ҡыш үтә һалҡын була торғайны бит. Боҙ ныҡ ҡалынайып, һауа етмәгәнлектән, балыҡтар тонсоға башлар ине. Шул ваҡытта мәке уябыҙ ҙа, аттың ҡойроғонан ҡыл алып, балыҡтарға “тоҙаҡ” ҡорабыҙ. Бәғзеләр һөҙгөс менән һөҙөп маташа торғайны.
Көнө буйы мәскәүләп ята торғас, бүректәрҙең бит яғы боҙланып ҡатып китер ине. Бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл иҫкә төштө әле. Иртүк тороп, башҡаларҙан алда йылға буйына ашыҡтым. Мәке ҙур, ағын. Ҡараһам, эсендә самауыр йыуанлығы балыҡ ята! Мәскәүем бәләкәй, башына һыймай. Маташа торғас, һыуға тайып төшөп киттем. Өҫтәге ҡалын кейем аҫҡа һөйрәй, мин бирешмәҫкә маташам… Инде хәлем бөттө тигәндә, дуҫым Юлай килеп тартып сығарҙы. Ул булмаһа…
Сыраҡҡа сыҡҡан мәлдәрҙе лә һағынып иҫкә алам. Уға ныҡлы әҙерләнә торғайныҡ. Төнө буйы йөрөп, яҡтырғас ҡына ҡайтып йоҡларға ятыр инек. Сыраҡҡа сығыу хәҙер тыйылған ысул инде.
– Ҡыш балыҡҡа йөрөйһөгөҙмө? Әллә хәҙер ваҡыт тармы?
– Беренсенән, эйе, өлгөрөп булмай. Икенсенән, тауышты һаҡларға кәрәк бит, ул – беҙҙең икмәгебеҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Хөрмәтулла Ғаззали улы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 141

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 208

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 170

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 443

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 469

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 423

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 584

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 405

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 421

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 253

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 376