Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балыҡсы ҡомары – ғүмерлек
Балыҡсы ҡомары – ғүмерлек Һуңғы көндәрҙә ҡойма ямғырҙар апаруҡ ялҡытып та өлгөрҙө. Йылғалар ташты, балыҡсыларҙың бер аҙ күңелдәре лә ҡырылып ҡуйҙы. Тик беҙҙеке түгел, әлбиттә. Экология йылын барлау маҡсатынан Нәсих Хәлисов менән республикабыҙҙың көньяҡ райондарына сәфәргә сыҡтыҡ, сөнки бысранмаған бәләкәй йылғалар, тәбиғәт хозурлығы тарта ине беҙҙе. Ике көн эсендә байтаҡ юл үтеп, Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында булырға тура килде.
Зәйнәб апай Биишеваның әҫәрҙәрендә тасуирланған Оло Эйек йылғаһы үҙенең текә ярҙары, тулы һыуы менән ҡаршы алды беҙҙе. Ошонда маһир балыҡсы Наил Яхъя улы Юлдашбаевты осраттыҡ. Һүҙгә әүәҫ, яғымлы кеше булып сыҡты ул. Ике бала атаһы, тормош иптәше Зөмәрә менән мәктәптә уҡытыусы булып эшләйҙәр.
Мин уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем:


– Наил, һәр бер балыҡсының үҙенә генә хас ысулдары була, һеҙ нисек балыҡ тотаһығыҙ?
– Бөтә йән эйәһе һымаҡ, улар ҙа рефлекстарға буйһона. Оло Эйеккә балыҡҡа барыр алдынан өс көн буйы бер үк ваҡытта урынымды барып емләйем. Иртәнге сәғәт 6-ларҙа – иң һәйбәте. Аҙаҡ шул уҡ ваҡытта тоторға барам. Һөҙөмтәһе яҡшы, әлбиттә. Оптолар инәлтмәй генә ҡаба.
– Күберәк ниндәй емгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, мин күскә тигән ҡуңыҙ менән тоторға яратам. Колорадо ҡуңыҙына оҡшаған, көрән төҫтәге иген ҡоротҡосо инде. Ашлыҡ емләнә башлағас та, башаҡтың осона ултырып, һөтөн имә башлай (китаптарҙа исеме “кузька-долгоносик” тип күрһәтелгән). Бөтә балыҡтар ҙа ярата уны.
– Балыҡсы арттырып һөйләргә әүәҫ бит инде. Был “ауырыу” һиңә лә ҡағылманымы?
– Кемдең генә бармаҡ буйлыҡ балыҡ тоттом тип көлкөгә ҡалғыһы килһен инде. Мин формула уйлап сығарҙым әле. Тәҡдим итәм, дөрөҫ сыға: реаль ауырлыҡ = m (балыҡсы әйткән ауырлыҡ) х 2. Хәҙер үҙем дә ошо формулаға ышанып барам инде (көлә).
– Һеҙҙең яҡтарҙың тәбиғәте иҫ киткес матурлыҡҡа солғанған. Бе­йек тауҙар, таҙа һыулы инеш-йыл­ғалар, урман... Бала саҡ хә­тирә­ләрең менән уртаҡлаш әле. Ҡасан балыҡсы ҡомары йоҡто һиңә?
– Атайға эйәреп йөрөгән саҡтар әле лә хәтерҙә. Ҡомороҡҡа ҡулды тығып, ятҡан балыҡты арҡаһынан һыйпап бараһың да айғолағынан эләктереп алаһың! Бәрҙене лә шулай тота торғайныҡ. Бағры балығын да тоторға була ошо ысул менән. Быны тик йәйге ныҡ эҫелә башҡарып була.
– Балыҡҡа йөрөгәс, төрлө хәлдәр ҙә булғылағандыр инде...
– Мажаралар күп булды. Бер-икеһен һөйләп китәйем әле.
Гелән балыҡҡа йөрөйөм бит инде. Башҡа балыҡсыларҙың кейемдәренә ҡарайым да, иҫ китә торғайны. Сыбар ғына кейемдәр, шул төҫтәге кепка, аяҡ кейеме, ҡиммәтле ҡармаҡ сыбыҡтары... Ҡайттым да магазиндан матур махсус кейем, ҡармаҡ сыбығы һатып алдым. Иртәгәһе көнгә балыҡ тоторға әҙерләнә башланым.
Кәләш әйтә:
– Был матур әйберҙәрҙе кейеп барма, бысратырһың, иҫкеләрен кей!
Тыңламаным шул. Барҙым балыҡҡа. Яр текә генә бит инде, емләп төшөргәс, оҙаҡ та үтмәне, ҙур ғына опто эләкте. Тартҡылаша торғас, тегене ярға еткерҙем. Бер батҡаҡлы урында ысҡынып та китте. Мин уны-быны уйламай, һыу ситенә һикерҙем.
Балыҡтың өҫтөнә һикереп, айғола­ғынан тотоп ярға ырғыттым. Ҡараһам, ҡармаҡ сыбығы икегә һынып сыҡҡан. Кейемдәр йыртылған, өҫтәүенә әҙәм күргеһеҙ бысраҡ. Бына шулай ҙа була.
Быныһы икенсе осраҡта булды. Август айында бурыштың өйөргә тупланған сағы. Һыу аҫтында ялт-йолт итеп йөҙөп йөрөйҙәр. Кеше күп, әммә ултырып ҡармаҡларға йүнле бер урын юҡ. Һемәйтәйем әле быларҙы, тим. Иртәгәһенә таңдан килергә булдым. Ауылға бер 10 саҡрым тирәһе барҙыр. Ҡайтып әҙерләндем дә төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә велосипед менән юлға сыҡтым, имен генә барып еттем. Инде матур урынды һайлап ултырһам, иларҙай булдым, ҡармаҡтарҙы алырға онотҡанмын. Нишләйһең инде, тағы өйгә ҡайтып киттем. Ҡармаҡтарым аш бүлмәһендә мине көтөп торалар икән. Кире барғанда, бөтә урындарға балыҡсылар ултырып, бурыш сығаралар ине...
Наил Яхъя улына уңыштар теләп сәфәребеҙҙе дауам иттек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 1 029

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 1 107

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 1 086

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 1 394

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 1 449

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 1 388

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 1 436

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 1 294

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 1 223

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 1 134

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 1 296