Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуыҡ көндәрҙе суртан йылытыр
Һыуыҡ көндәрҙе суртан йылытыр Һыуыҡ көндәрҙе суртан йылытыр “Йыртҡыс балыҡтар (суртан, һыла, алабуға һ.б.) ҡыш насар ҡаба”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Балыҡ тотоу менән яңы шөғөлләнә башлағандарҙың фекере был. Дөрөҫ түгел.
Ысынында иһә “йыртҡыс”тарҙы ҡарпытҡыс менән еңел генә эләктерергә мөмкин. Кәйефте лә күтәреп ебәрә был ысул. Бының өсөн тәүҙә уңайлы урын һайларға кәрәк. “Йыртҡыс”тар күберәк ҡамышлыҡтарға, ҡолаған ағас тирәһенә йыйыла.
Суртанға айырым туҡталайыҡ. Ул тәрән урында йөрөүсән. Үҙен боҙ аҫтынан тотоу өсөн ныҡлы әҙерләнергә кәрәк. Әйтәйек, ҡайһы берҙә балыҡты эләктерҙем тип уйлап, ҡармаҡты йәһәтләп тартып сығараһың, ә унда бер нәмә лә юҡ. Был ни хикмәт? Тикшереп ҡараһаң, ике-өс асалы ҡармаҡҡа бәләкәй балыҡ дөрөҫ эләктерелмәгән йәки алабуғаның өҫкө йөҙгөсө ҡырҡылмаған була.
Мин шөғөлдәштәремде ижади кешеләр тип һанайым. Улар кәрәк-яраҡты күп осраҡта үҙҙәре яһап ала. Үҙең эшләгәнгә етәме һуң?! Ҡарпытҡысты ла төрлөсә яһарға мөмкин. Бер миҫал килтерәм. Ике йәки өс асалы ҙур булмаған ырғаҡҡа (№6-8) металл еп тағабыҙ. Ҡармаҡ ебе кәтүккә урала, ҡалынлығы уртаса 0,3–0,45 миллиметр булһа, балыҡ яҡшы ҡабасаҡ. Ҡайһы берәүҙәр батырғысты шыуып йөрөмәле итеп ҡуя. Был дөрөҫ түгел: хәрәкәт балыҡты ҡурҡыта. Ҡарпытҡыс еп уралған кәтүк таҡтанан эшләнгән нигеҙҙән, бәләкәй ҡыҙыл материал бәйләнгән пружинанан тора. Ҡышҡы һыуыҡта ҡайһы берәүҙәр төбөн ҡар менән күмә, мин иһә мәкенән саҡ ҡына киңерәк кейеҙ туҡыма менән ҡаплайым. Еңел дә, туңмай ҙа. Балыҡ ҡапһа, туҡыма киҫәге өҫкә күтәрелә. Табышты сығарғанда ҡабаланмаҫҡа кәңәш итәм: мороно боҙға теймәҫкә тейеш.
Күҙәтеүҙәрем буйынса, ҙур суртанды һыу ятҡылығы туңа башлаған мәлдә иң тәрән урындан тоторға мөмкин. Тәүлек әйләнәһенә эләгә, төнгөлөккә ҡалдырғанда иһә епте оҙонораҡ итергә кәрәк. Февралдә, ыуылдырыҡ сәсеү мәле яҡынлашҡанлыҡтан, айырыуса ихлас ҡаба.
Уны ылыҡтырыу өсөн ҡармаҡҡа ниндәй балыҡ ҡуйырға һуң? Суртандың иң яратҡан аҙыҡтары – ташбаш, сабаҡ, табан селбәрәләре. Барыһының да бер һыу ятҡылығында йәшәүе мөһим. Уларҙы ҡармаҡҡа арҡа йөҙгөсөнән эләктерһәң, әллә ни оҙаҡ йөрөмәйәсәктәр, шуның өсөн дә өҫкө иренен тишеп ҡуйыу отошло. Суртан бәләкәй балыҡты урталай тешләй, шунан ышыҡ урынға күсә. Уның ҡапҡанын бәләкәй генә флаг белгертә. Һөҙөмтәлә кәтүккә епте яйлап ҡына урайһың да балыҡты ҙур ҡәнәғәтлек менән тартып сығараһың. Их, шәп! Шул уҡ ваҡытта бер мәкенән икенсеһенә йүгереп хәл дә бөтә. Уның ҡарауы, ҙур-ҙур суртандар эләктерәһең! Бынауындай һыуыҡ көндә ошо үҙе бер бәхет түгелме ни?!

#Кәңәшемә_ҡолаҡ_һал
*Боҙҙа өс-дүрт мәке уйырға мөмкин. Емләгәс, һәр береһенә йүгереп йөрөргә кәрәкмәй, тыныс булығыҙ. Киткән балыҡ барыбер кире килер.
*Тотҡан балығығыҙҙы боҙ өҫтөнә ташлап барыу яҡшы булыр, тик өҫтөн ябырға кәрәк. Ҡояш нурҙары тәңкәләрен киптерһә, таҙартыу ҡыйынлашыр.
*Алабуға, суртан кеүек йыртҡыс балыҡтарҙы алабуғаның ҡойроғона йәки йөҙгөстәренә лә эләктерергә мөмкин.
*Ҡышҡы һыуыҡтарҙа елдә сатыр ҡороп ултырығыҙ: һаулыҡ беренсе сиратта булырға тейеш бит.
*Боҙ өҫтөнә машина менән төшмәгеҙ.
*Боҙ аҫтынан сығарғанда балыҡ йыш ҡына ысҡынып китеүсән. Сәбәбе ниҙә? Беренсенән, сирткәндә яйыраҡ эләктергәнһегеҙ, икенсенән, епте саҡ ҡына ла бушатырға ярамай.
*Йәтеш ҡалҡыуыс файҙаланғанда, тымыҡ һыуҙа балыҡ тотоуы күңеллерәк булыр.
*Балыҡҡа “һунар” мәлендә термоста сәй йәки ҡәһүә алыу кәңәш ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 1 030

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 1 107

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 1 088

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 1 394

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 1 449

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 1 388

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 1 436

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 1 294

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 1 224

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 1 134

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 1 296