Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алдатҡыс емең булһын Ағасъяңаҡ, ағасаҡ, ағарсаҡ (жерех) – йыртҡыс балыҡ, һаҙандар ғаиләһенә ҡарай. Оҙон кәүҙәле, ауыҙы ҙур. Айғолаҡ тишектәре бик киң. Төҫө көмөш һымаҡ ялтырауыҡлы, ҡара ялтырауыҡлылары ла була, өҫкө һәм ҡойроҡ йөҙгөстәре һоро, ҡара ситле, аҫҡы һәм ҡабырға йөҙгөстәре ҡыҙғылт төҫтә. Нигеҙҙә йылғаларҙа шаршыларҙа, һирәкләп күлдәрҙә тереклек итә. Төрлө балыҡтар, айырыу­са аҡ сабаҡ менән туҡлана.

Йылға ағасаҡтары әллә ни ҙур түгел, оҙонлоғо 80 сантиметр, ауырлығы 4 – 5 килограмм. Ҡармаҡҡа 60 сантиметр оҙонлоҡтағы, 2 – 4 килограмм ауырлыҡтағылары ҡаба. 9 – 10 йыл йәшәйҙәр.
Ағасаҡ яңғыҙлыҡты ярата, ыуылдырыҡ сәскәндә ҡыш­ҡылыҡҡа соҡорға ятҡанда ҙур булмаған төркөмдәргә берлә­шәләр. Башҡа йыртҡыс балыҡ­тарҙан айырмалы, ағасаҡ ваҡ балыҡтар төркөмөн эҙләп тапҡас, уға ҡойроғо йәки һыу өҫтөнә һикереп сығып тотош кәүҙәһе менән һуғып шаңҡыта, табышын тиҙ арала йота. Ауыҙы ҙур булғанлыҡтан ваҡ балыҡтарҙың тотош төркөмөн ашай.
Ағасаҡ бер урында тереклек итә, күсеп йөрөмәй тиерлек. Шулай ҙа йыл әйләнәһенә урынын үҙгәртә. Тәрән соҡорҙарҙа ҡышлағанда әүҙемлек күрһәт­мәй. Яҙын, ыуылдырыҡ сәсер алдынан, 2 – 3 аҙна ҡомһоҙ­ланып ашай, ыуылдырыҡ сәскәс, 3 – 4 аҙна сирләй, ашамай. Июнь аҙағында иһә ҡомһоҙланып ашарға тотона, был 2 – 3 аҙнаға һуҙыла, һыу йылынғас, йөҙмәй тиерлек, уны иртән генә ҡармаҡларға мөмкин. Сентябрь башында, һыу һалҡынайғас, әүҙемлеге йәнә арта, был ноябрь башына тиклем дауам итә. Ҡышын насар эләгә.
Ағасаҡ – көндөҙгө йыртҡыс. Селбәрәләрҙе ул ярҙан үрләп ҡыуалай һәм кире йылғаның уртаһынан шаршыға төшә. Был операцияны көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатлай. Төп аҙығы – ваҡ балыҡтар, һыуға төшөүсе эре бөжәктәр. Шуға күрә уны спиннингка, балыҡ тотоу карабына, ем балыҡҡа тоталар.
Ағасаҡты тотоуҙың иң уңай­лы мәле – ыуылдырыҡ сәс­кәндән һуң июнь – август айҙарында иртән, ә яҙын – көндөҙ. Ыуылдырыҡ сәскәндә ул туҡланмай, ә ыуылдырыҡ сәсеп бер нисә көн үткәс, ҡомһоҙланып ашарға керешә, шунлыҡтан йылтырмалы спинингка һәм ем балыҡҡа тоталар. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң ағасаҡ селәүсендәр, ҡабыр­саҡтар менән туҡлана. Шулай итеп, уға иң һәйбәт алдатҡыс ем булып ваҡ балыҡ, бигерәк тә аҡ сабаҡ, май ҡуңыҙы, сиңерткә, күбәләкле ҡармаҡ тора. Әммә был осорҙа Рәсәйҙең ҡайһы бер һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу тыйыла, уны тотоуҙың берҙән-бер юлы – бөжәктәр менән алдатып ҡармаҡлау. Һыу өҫтө әҙерәк шаҙраланып торһа, бигерәк тә һәйбәт, ул ағасаҡҡа балыҡсыны күрергә ҡамасау­лай. Ә ағасаҡты табыу үҙенсә­лекле туҡланыуы арҡаһында әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡараңғы төшкәс, бер нәмәгә лә ҡапмай.
Ҡармаҡлауҙың бөтә ысулдарында ла алдатҡыс ем һыу өҫтөндә була, өҫтәүенә ул ара-тирә һикерергә һәм һыуға бәрелеп-бәрелеп алырға тейеш. Бөжәктәр барлыҡҡа кил­гәс, ҡыуал менән алыҫҡа таш­лауҙы­­ файҙаланалар. Спиннинг менән тотҡанда әйлән­мәле уртаса ҙурлыҡтағы ялты­рауыҡтар, әйләнмәле ялтыра­уыҡтар, йөҙөүсе воблерҙар ҡулланыла. Көҙөн алдатҡыс емде һыу ятҡылығының төбөнә яҡын килтерәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 201

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 297

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 242

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 532

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 556

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 492

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 627

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 449

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 477

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 318

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 447