Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табышһыҙ ҡайтмайым тиһәң…
Табышһыҙ ҡайтмайым тиһәң… Башҡортостанда ял итеү мөғжизәгә тиң. Урмандары, мәғрур тау-ҡаялары менән бергә 13 меңдән ашыу йылғаһы, өс мең тирәһе күле һәм быуаһы булған изге төйәгебеҙҙең үҙенсәлекле матурлығы, байлығы һәр кемде хайран ҡалдыра.

Ошо урында Сергей Аксаковтың “Тәбиғәттә барыһы ла мөһим, әммә уның иң ҙур күрке — һыу” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ысынлап та, йылға-күлдәребеҙҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: тирә-йүнгә йәм өҫтәп кенә ҡалмай улар, ә төрлө йән эйәләренә, кешеләргә йәшәү шарттары тыуҙыра. Ошондай мөмкин­лектәрҙең береһе – балыҡсылыҡ.
Төбәгебеҙҙә был шөғөлдө үҙ иткәндәр йылдан-йыл арта. Һыу буйына төшһәң, кем генә осрамай?! Ә балыҡ ҡайҙа күберәк һуң? Иң мул урын – Ағиҙел һәм уның ҡушыл­дыҡтары. Шөкөр, һыу ятҡылыҡтары һуңғы йылдарҙа күпкә таҙарҙы. Һөҙөмтәлә балыҡ та ишәйә. Ағиҙелдә, мәҫәлән, 40-тан ашыу төрө бар. Ғөмүмән, тәбиғи балансты һаҡлау өсөн төбәк ятҡылыҡтарына йылына яҡынса 14 – 15 миллион селбәрә ебәрергә кәрәк.
Балыҡсыларға килгәндә, уларҙы шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлер инем: фәҡәт ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоусылар, йылтырма ташлауҙан ләззәт алыусылар һәм фидер алымы менән уңышҡа өлгәшеүселәр. Һуңғы дүрт-биш йылда Ағиҙелдә өсөнсө йүнәлешкә нығыраҡ иғтибар итә башланылар. Еңелерәк шул. Әллә ялҡаулана башланыҡмы икән? Ем һалғысыңды аҙыҡ менән тултырып, алыҫҡа ырғытаһың да эшең дә бөттө. Балыҡтың сирткәнен тамаҡ ялғай-ялғай көтәһең дә ултыраһың. Яр буйында йүгерә-йүгерә йылтырмаға суртан ҡаптырған егеттәргә ҡарап көрһөнөп тә ҡуяһың...
Ниндәй генә алымға өҫтөнлөк бирмәһен, ысын балыҡсы табыш артынан килгән ерен һәр саҡ таҙа тотор, башҡаларҙан да шуны талап итер. Әмәлгә ҡалғандай, күптән түгел Ағиҙел буйында тап шундай сифаттарға эйә танышым Валерий Кудряшовты осраттым. Тәбиғәтте мөкиббән яратҡан балыҡсы ул. Һис ҡасан табышһыҙ ҡайтмай. Әлеге осрашыуҙа С.Т. Аксаковтың 1847 йылда донъя күргән “Балыҡ тотоу тураһында яҙмалар”ын (быйыл ҡабаттан баҫылды), “Багров ейәненең балалыҡ йылдары” тигән автобиографик китабын иҫкә төшөрҙөк. Әҙип уларҙың тәүгеһендә Башҡорт­остандың йылға күлдәрен­дәге төп балыҡтарҙы ентекле тасуирлаған. Артабан танышыма бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
— Йылдың ҡайһы миҙгелендә балыҡ тоторға яратаһығыҙ?
— Йәй ҙә, ҡыш та ҡармаҡлайым. Йылға буйлап йөрөй торғас, ҡайһы бер ауырыуҙарым да онотолдо инде. Әлбиттә, яҙғыһын, йәйгеһен уңыш мулыраҡ була. Был миҙгелдәрҙә күңеллерәк тә, ҡалын кейенеп тә йонсомайһың.
— Ҡыш етте. Балыҡсыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
— Һәр кем көҙҙән үк һәр төр балыҡтың ҡышлауға ҡайҙа ятҡанын белеп ҡуйырға тейеш. Тәүге боҙҙоң аҫтынан тотоу ваҡыты өс-дүрт аҙна дауам итә. Һыу биш-алты сантиметр ҡалынлығында туңмайынса, унда төшмәй тороу хәйерле. Балыҡтар бер аҙна эсендә боҙ япмаһына өйрәнеп ала, кешенән ҡурҡып бармай. Тап шул ваҡытта ҡорман, шамбы, сабаҡ эләктерергә мөмкин. Ҡышҡы йылтырмаға суртан, алабуға һәм һыла ихлас ҡабасаҡ.
Ғинуар, февраль айҙарында һыуҙа кислород кәмей, һөҙөмтәлә сиртеү әүҙемлеге түбәнәйә. Шуға күрә һәүәҫкәр балыҡсылар был осорҙо бигүк яратып бөтмәй. Икенсенән, кемдең 40 градуслыҡ һыуыҡта һыу буйында өшөп-туңып ултырғыһы килһен?! Март урталарында иһә ятҡылыҡтағы тереклек йәнләнә төшә. Шунан башлана ла инде күңелле мәлдәр!
Ағиҙелдә һыу ташҡан саҡта балыҡсылар һирәгәйә төшә. Мин иһә, киреһенсә, ҙур табыш алыу ниәтендә йылға буйына ашығам. Билдәле, һыу таҙа булмай. Шулай ҙа тәрәндән йәйен, һаҙан, алабуға, табан балыҡ, суртан хәтәр шәп ҡаба!
— Күрше төбәктәрҙәге балыҡтар­ҙың беҙҙәгеләрҙән айырмаһы бармы?
— Юҡ, бигүк айырылмайҙар. Си­ләбе яғында, мәҫәлән, беҙҙең сабаҡты “чебак” тиһәләр, бәғзе урында “сорожка” тип атайҙар. Урындағы һыуға бәйле балыҡтың төҫө башҡа булыуы ихтимал. Әйтәйек, беҙҙәге ялтыр бәрҙеләр Себер тарафтарында ҡарағусҡыл төҫтә.
— Балыҡсы кәрәк-ярағын үҙегеҙ эшләйһегеҙме, әллә кибеттеке яҡшыраҡмы?
— Һатып алыуға өҫтөнлөк бирәм.
— Тотҡан суртандарығыҙҙың иң ҙуры күпме тартты?
— Алты килограмм. Әйткәндәй, бер мәл Ағиҙел күпере аҫтында 25 килолыҡты сығарғандарын күрҙем.
— Йәйен дә ҡаптырҙығыҙмы?
— Эйе, иң ҙуры ике кило тартты. Бәрҙенең бер килограмм ауыр­лыҡтағыһын эләктергәнем бар.
Балыҡсыға уңыштар юлдаш бул­һын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. марат
    марат от 29.01.2016, 14:30
    Здравствуйте!Хочу от чистого сердца поблагодарить газету Башкортостан за полезную,интересную информацию и лично благодарю автору этой рубрики Камалову Асляму за открытию всех секретов в мире рыболовства !Спасибо Вам большое и желаю в дальнейшем интересных и нужных статей!!!Марат.






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 1 029

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 1 107

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 1 086

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 1 394

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 1 449

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 1 388

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 1 436

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 1 294

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 1 223

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 1 134

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 1 296