Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡул ҡаушырып ятыр мәл түгел
Ҡул ҡаушырып  ятыр мәл түгел
Ауыл ерендә булдыҡлылар бынамын итеп донъя көтә. Ундайҙар Әбйәлил яғында ла етерлек. Мәҫәлән, заманында районда алдынғы етәксе булған, намыҫлы хеҙмәте менән дан алған Марат Хәлисов. Ҡуртымға алған күлдәренең береһе Үләнде буйында осратып, унан бер нисә һорауға яуап биреүен үтендек.


– Ҡуртымға күл алып, мәшәҡәт­тә­ре­геҙҙе арттырғанһығыҙ түгелме, Марат Хаммат улы?
– Ысынлап та, ауыр хеҙмәт, тәүлек әйләнәһенә эшләргә кәрәк. Ниәтемә ҡатыным ҡаршы килмәне, балаларым да ярҙам итеп тора. Беҙҙә күлдәр күп. Уларҙың тәрбиәләп тотолғандары бар, ҡарауһыҙҙары ла етерлек.
– Белеүемсә, юғары уҡыу йортонда зоотехник һөнәрен алып, ферма мөдиренән башланған хеҙ­мәт юлығыҙ ифрат бай: урын­дағы депутаттар советына етәк­селек иткәнһегеҙ, урман ху­жа­лығы директоры булған­һығыҙ, халыҡ контроле комитетында уңышлы эшләгән­һегеҙ... “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән исемегеҙ ҙә бар. Етештереү өлкәһендә хеҙмәт иткән кешене бындай награда нисек килеп тапҡан һуң?
– Урман хужалығына етәкселек иткән осорҙа туғыҙ мәктәп төҙөнөк. Аҙаҡтан ошондай юғары исем биреп, эшемде баһалағандары өсөн бары­һына ла ҙур рәхмәтлемен.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер тармаҡ­тар бер-береһе менән элекке кеүек үк тығыҙ хеҙмәттәшлек итмәй. Ауыл хужалығына ҡараш үҙгәрҙе, күп ерҙә фермалар, мал бөтөрөлдө. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡтың байтағы эшһеҙ ҡалды.
Үҙемә килгәндә, хаҡлы ялда булһам да, ҡул ҡаушырып ултырғы килмәне: күңелем балыҡсылыҡты үҙ иткән­лектән, ике күлде ҡуртымға алдым. Уларға селбәрә ебәрҙек, үҫкәндәрен тотоп, һатыуға сығарабыҙ.
– Эшегеҙҙе башлап ебәргәндә ярҙам иттеләрме?
– Яҡшы ғына булышлыҡ иттеләр, барыһына ла рәхмәт. Шуныһы ҡыуаныслы: район етәкселеге күлдәрҙе ерле халыҡҡа ҡуртымға бирергә тырыша. Төп маҡсатыбыҙ — һыу ятҡылығын, балыҡтарҙы һаҡлау. Юғиһә һуңғы йылдарҙа моторлы кәмәлә йөрөгәндәр күбәйҙе. Бер хыялым бар: һәүәҫкәр балыҡсыларға ҡармаҡлау өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға ине.
– Һеҙҙең юлды һайлағандарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Бындай аҙымды яһаған кеше тәү сиратта хеҙмәт яратырға тейеш. Шулай уҡ күлде йәки быуаны яҡшы итеп өйрәнһен, унда ниндәй балыҡтар ебәрергә кәрәклеген белһен. Эште фәнгә бәйләп алып барыу мөһим.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 139

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 203

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 169

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 439

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 465

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 418

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 584

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 404

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 420

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 250

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 374