Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түләүлеме, түләүһеҙме?
Түләүлеме, түләүһеҙме?
«Һәр эште лә закон нигеҙендә башҡарырға кәрәк», — ти Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рәлим Рәзим улы ХАЖИЕВ.
Яҙ, йәй миҙгеле — күптәр өсөн көтөп алынған мәл. Берәүҙәр ҡояш йылыһын һағынһа, бәғзеләр емеш-еләк йыйып ҡалырға тырыша, ә ир-ат ҡармағын алып, һыу буйына ашыға. Беҙҙең әңгәмәлә иһә республикала балыҡсылыҡ тармағын үҫтереү, һәүәҫкәр балыҡсыларҙың мәнфәғәтен яҡлау тураһында һүҙ барҙы.

— Әле илебеҙҙә һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығы тураһындағы закон проекты фекер алышыуға сығарылған. Ошо йүнәлештә беҙҙең республикала ниндәй эш алып барыла?
— Бөтә һыу ятҡылыҡтарының да дөйөм файҙаланыуҙа булыуы билдәле, йәғни федераль милектә. Шуның өсөн дә уларҙы ҡуртымға биреү, балыҡ үрсетеү, һатыу мәсьәләләре закон нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Яңы ҡанун ҡабул ителһә, балыҡсыларға ла, уны ойоштороусыларға ла еңелерәк булыр ине, тигән фекерҙәмен.
— Бер кемгә лә сер түгел, һәүәҫкәр балыҡсыларҙың күбеһе хоҡуҡтарын тейешле кимәлдә белмәй. Балыҡҡа барһа, тоторға рөхсәт бирмәйҙәр йә әле тотолмаған балыҡҡа аҡса талап итәләр. Был дөрөҫмө?
— Һәүәҫкәр балыҡсылар түләүле һыу ятҡылыҡтарынан да файҙалана ала. Тик ҡуртымға алыусы эшҡыуар йәки ойошма үҙҙәре үрсеткән балыҡ өсөн генә хаҡ билдәләргә тейеш. Электән унда булған табан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтарға хаҡ ҡуйылмай. Тик шуны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: һәүәҫкәр балыҡсылар рөхсәт ителгән ысул менән генә ҡармаҡларға тейеш.
— Балыҡсылыҡ тармағы артабан нисегерәк үҫешер? Минеңсә, ошоға тиклем был өлкәгә әллә ни иғтибар булманы шикелле.
— Эйе, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар. Балыҡ үрсетеүгә, ғөмүмән, балыҡсылыҡҡа ҡараш ҡырҡа үҙгәрәсәк. Булған балыҡты тотоп бөтөрөү түгел, киреһенсә, үрсетергә, һыу ятҡылыҡтарын даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Ҡуртымға бирелгән һыу ятҡылыҡтарының яр буйында кешегә тейешле шарттар тыуҙырылған икән, түләүле балыҡ тотоуға ла ҡаршы түгелмен. Һәр кемдең проектты тикшереүҙә ҡатнашыуын теләйем. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: проект буйынса республика биләмәһендәге балыҡсылыҡ өсөн тәғәйенләнгән бөтә һыу ятҡылыҡтарының 5 проценты ғына түләүле итеп яраҡлаштырыласаҡ. Ҡалғандары дөйөм файҙаланыуҙа буласаҡ. Был иҫәпкә быуалар инмәй. Әле ошо мәсьәлә бер ни тиклем ҡыйынлыҡ тыуҙыра, сөнки балыҡсылыҡ ҡағиҙәләре күл, йылға һәм һыу һаҡлағыстарға ғына ҡағыла. Шулай ҙа эш бара. Тиҙҙән был мәсьәләләргә лә аныҡлыҡ индерелер, тип уйлайым.
Һәүәҫкәр балыҡсылар түләүле һыу ятҡылыҡтарын бушлай файҙалана ала. Тик ҡуртымға алыусы эшҡыуар йәки ойошма үҙҙәре үрсеткән балыҡ өсөн генә хаҡ билдәләргә тейеш. Электән унда булған табан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтарға хаҡ ҡуйылмай.


Ҡасан һәм ниндәйен тоторға?

Һәүәҫкәр балыҡсының күңелендә һәр ваҡыт ниндәйҙер ҙур балыҡ тотоу теләге йәшәй. Кемгәлер уңыш йылмая, ә ҡайһы берәүҙәр ваҡ балыҡ менән хушһынырға мәжбүр. Шулай ҙа Федераль балыҡсылыҡ агентлығының 2009 йылдың 13 ғинуарындағы бойороғонда йылға-күлдәрҙә ниндәй балыҡты күпме һәм ҡайһы ҙурлыҡтағыһын тоторға рөхсәт ителгәне әйтелгән.
Был бигерәк тә ҡиммәтле балыҡтарға ҡағыла. Мәҫәлән, сөгәне (стерлядь) 42 сантиметрҙан ҙурын ғына ҡармаҡларға мөмкин, ағарсаҡты (жерех) – 40 см, һыла балығын (судак) – 40 см, ҡорманды – 25 см, һаҙанды – 40 см, йәйенде – 90 см, оптоно – 25 см. Нисек үлсәргә һуң? Балыҡтың морононан алып ҡойроғона тиклемге ара алына. Бынан бәләкәйҙәре һыуға кире ебәрелергә тейеш. Закон буйынса 15 апрелдән алып 15 июнгә тиклем балыҡ тотоу ваҡытлыса тыйыла, сөнки был осор ыуылдырыҡ сәскән мәлгә тура килә. Шулай ҙа һәүәҫкәр балыҡсылар ҡуртымға алынған быуаларҙа ике ҡармаҡҡа тота ала. Ниндәй ысулдар менән тотоу ярамай һуң? Әлбиттә, ау, йылым, мурҙа һымаҡ ҡоралдар тыйыла. Һәр балыҡсы балыҡ тотоу менән бер рәттән тәбиғәтте һаҡлау тураһында ла уйланырға тейеш. Яр буйҙары таҙа булған һыу ятҡылыҡтары үҙенә саҡырып ҡына тора бит! Һуңғы йылдарҙа йылға-күлдәрҙә балыҡсыларҙың спорт ярыштарын үткәреү һәйбәт йолаға әүерелеп бара, тик уны күптәр белмәй ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 201

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 297

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 242

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 532

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 556

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 492

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 627

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 449

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 477

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 318

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 447