Колымалағы яҙ ныҡ тәьҫир иткән24.01.2019
“Росреестр” тарафынан ойошторолған “Минең ерем, минең Рәсәй” фотоһүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

“Пейзаж” номинацияһына 821 эш тәҡдим ителгән. Улар араһынан онлайн тауыш биреү һөҙөмтәһендә Башҡортостандан бүлек начальнигы Екатерина Чудованың “Колымала яҙ” фоторәсеме еңеп сыҡты. Шулай уҡ республика идаралығы хеҙмәткәре Алина Синебухованың Белорет районындағы Ҡараташ һырты төшөрөлгән “Тауҙарҙа таң” тип исемләнгән эше лә иң яҡшылар рәтенә инде.




Вернуться назад