Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәғүәселәр билдәләнде
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2018 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе конкурста ҡатнашыуға индерҙе:

1. Балтабаева Гүзәлиә Салауат ҡыҙы, “Башҡортостан” гәзитенең социаль проблемалар бүлеге мөдире. “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

2. Вәлитов Октябрь Кәли улы, философия фәндәре докторы, профессор. “Кызыл таң” гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр һәм аналитик материалдар шәлкеме өсөн “Кызыл таң” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

3. Ғәфүрова Светлана Марсиль ҡыҙы, “Истоки” гәзите хәбәрсеһе. “Истоки” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Терра Башкирия: неизвестное об известном” фоторепортаждар циклы өсөн “Истоки” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

4. Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы, иҡтисад фәндәре кандидаты. “Ватандаш” журналында, “Республика Башкортостан” һәм “Истоки” гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдар; “Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)” (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн “Ватандаш” журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

5. Зәйнуллин Рәшит Рәил улы, “Шоңҡар” журналының өлкән мөхәррире. “Шоңҡар” журналында баҫылып сыҡҡан аналитик мәҡәләләр циклы; “Йәшәү көсө” китабы өсөн “Шоңҡар” журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

6. Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы, “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе. “Киске Өфө” гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Киске Өфө” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

7. Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире. “Яҙмышымда – “Башҡортостан ҡыҙы” әҙәби-публицистик китабы һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылып сыҡҡан материалдар өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

8. Низамова Рәзилә Ғәйнислам ҡыҙы, журналист, “Заман һулышы” китабы өсөн. Премияға дәғүә итеүгә китапты автор тәҡдим иткән.

9. Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы, Ш. А. Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Һаҡмар” (Баймаҡ районы) гәзиттәрендә, “Ватандаш” журналында баҫылып сыҡҡан материалдар шәлкеме; “Тамара Хоҙайбирҙина тураһында хәтирәләр” китабын төҙөгән өсөн. Премияға дәғүә итеүгә материалдарҙы автор тәҡдим иткән.

10. Садиҡова Оксана Фәрит ҡыҙы, “Уфимские нивы” гәзитенең баш мөхәррире. Гәзиттә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар шәлкеме өсөн “Уфимские нивы” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

11. Сәлимов Ниязбай Булатбай улы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры урынбаҫары, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Нур” гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар шәлкеме өсөн. Премияға дәғүә итеүгә материалдарҙы автор тәҡдим иткән.

12. Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы комментаторы. “Башҡорттар”, “Рухиәт”, “Яҙмыштарҙа – ил тарихы” тапшырыуҙары өсөн “Юлдаш” радиоһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

13. Һөйөндөков Хәлил Төхвәт улы, отставкалағы медицина хеҙмәте подполковнигы, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар шәлкеме өсөн. Премияға дәғүә итеүгә материалдарҙы автор тәҡдим иткән.

14. Толомғужин Зөфәр Ғәли улы, журналистика ветераны. “Йыртҡыс йыртҡыслығын итә” китабы өсөн “Салауат” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

15. Ханмырҙина Лиана Айҙар ҡыҙы, Саҡмағош районының “Игенсе” гәзите бүлек мөдире. Был гәзиттә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар шәлкеме өсөн “Игенсе” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

16. Хәзимов Хәнис Ситдыҡ улы, хеҙмәт ветераны һәм Ғарипов Риф Адис улы, математика уҡытыусыһы. “Уразай һәм уразайлылар” китабы өсөн “Балтач таңнары” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2018 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра.

Үҙ фекерегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе һәм иҫкәрмәләрегеҙҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио программаларында белдерергә йәки түбәндәге адрес буйынса хат аша еткерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Журналистар союзы. Телефон-факс: 276-42-66.

Эштәрҙе тикшереү 27 сентябргә тиклем дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506