Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ватандаш” журналы конкурс иғлан итте
Баҫманың март һанына күҙәтеү

“Ватандаш” журналының март һанында тарихи материалдар төп урынды алып тора, сөнки тарихи ерлек ҙур: 1919 йылдың мартында Башҡортостан РСФСР составында барлыҡҡа килгән беренсе республика була. Ошо уңайҙан баҫма Башҡортостан дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллиндың “Килешеү мөнәсәбәттәренең беренсе тәжрибәһе” исемле мәҡәләһе менән асыла. Унда Башҡортостан милли дәүләтселегенең формалашыу этаптары сағылдырыла. Мәҡәлә Сталиндың Башҡорт автономияһын таныу тураһында телеграммаһы, Әхмәтзәки Вәлиди төҙөгән Башҡортостан автономияһы картаһы һәм башҡа тарихи документтарҙың һүрәттәре менән байытыла.


Башҡортостанда республика­быҙ­ҙың 100 йыллығына әҙерлек эштәре көндән-көн киңерәк ҡолас ала. “Ватандаш” журналы редакцияһы ла оло башланғысҡа ҡушылып, БДУ-ның журналистика кафедраһы менән берлектә Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата публицистик әҫәрҙәргә конкурс иғлан итте. Уның темаһы – “Башҡортостан – глобалләшеү шарттарында”.
Донъяуи берләшеү республика­быҙҙың сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни тормошонда ниндәй проблемалар тыуҙырҙы, уларҙы хәл итеү юлдары бармы? Йәмғиәтебеҙҙә һәм көндәлек тормошобоҙҙа глобал­ләшеүҙең ыңғай яҡтары нимәлә сағыла, беҙ уларҙы файҙалана беләбеҙме? Ошондай һорауҙарға яуап биргән материалдар өс номинацияла ҡараласаҡ, тиелә ошо хаҡтағы белдереүҙә: аналитик (статья, корреспонденция, рецензия, Асыҡ хат, журналист тикшереүе), нәфис-публицистик (очерк, әңгәмә, зарисовка, эссе, фельетон, памфлет) жанрҙар һәм фәнни-популяр мәҡәләләр.
Конкурс 2019 йылдың мартына тиклем дауам итә. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ.
Тарих темаһы журналда артабан билдәле француз сәйәхәтсеһе Поль Лаббеның юлъяҙмаһында дауам ителә. Ул 1898 йылда башҡорт ерҙәрендә булып киткән һәм Парижда “Рәсәй юлдары буйлап Волганан Уралға тиклем” тигән китап сығарған. “Ватандаш” журналы беренсе тапҡыр ошо китаптан өҙөк баҫтыра. Унда автор төшөргән фотоһүрәттәр ҙә бар. Башҡорттарҙың боронғо көнкүрешен яҡтыртҡан этнографик материал журнал уҡыусыларға бик мауыҡтырғыс буласаҡ.
“Тел ғилеме” рубрикаһында философия фәндәре кандидаты Искәндәр Шакировтың “Дөйөм төрки телен булдырыу идеяһы тураһында” тигән мәҡәләһе иғтибарҙы йәлеп итә. Унда һүҙ бөтә төрки халыҡтары ла берҙәй ҡуллана алырлыҡ дөйөм төрки телен булдырыу идеяһы тураһында бара. Әлеге көндә ошо йүнәлештә тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн компьютер программаһы төҙөлгән. Дөйөм төрки теле тураһында һүҙ йөрөтөү нимәгә нигеҙләнә, уны булдырыуҙа төрки телдәренең роле ниндәй һәм был процеста башҡорт теленең ҡатнашлығы ниндәй кимәлдә булыр – мәҡәләлә һорауҙарға төплө яуап бирелгән.
Шағирә һәм журналист Гөлфиә Юнысова “Ватандаш”та “Илһамлы яҙмыштар” тип аталған әңгәмәләр серияһын башлай. Был һанда яҙыусы Гөлнур Яҡупова, журналист һәм шағирә Лариса Абдуллиналар менән әңгәмә тәҡдим ителә.
Чехияла йәшәгән яҡташыбыҙ Миләүшә Годбодь – журналдың әүҙем авторҙарының береһе. Был һанда ул сәйәхәтнамәһен тәҡдим итә. “Байкал йыраҡ түгел” тип аталған юлъяҙманың һәр юлы борон Себергә һөрөлгән, бөгөн Себер тарафтарында йөрөгән милләттәштәребеҙ өсөн һыҙланыу булып ҡабул ителә.
Риф Мифтаховтың “Фатиха бир, әсәй” поэмаһы, Зөһрә Ҡотлогил­динаның шиғырҙары журналдың йөкмәткеһенә яҙғы яҡтылыҡ өҫтәй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518