Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижад осҡонон баҙлата
Ижад осҡонон баҙлата Бынан егерме йыл элек Сибайҙа “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталған ижад бәйгеһенең барлыҡҡа килеүе осраҡлы ғына була. Ул йылдарҙа Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Таңсулпан Ғарипова ҡаланың 10-сы мәктәбендә ижад түңәрәге алып бара. Ул йылда ни өсөндөр ҡар һуң яуа, декабрь буйына халыҡ ҡар яуғанын көтөп арый. Сираттағы ултырышта Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы түңәрәк ағзалары менән бергәләп, ергә ҡар яуыуын теләп, “Ап-аҡ ҡарҙар” исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡарҙың яуыуын теләйҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме, иртән ер өҫтө ап-аҡ ҡарға күмелә. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта Таңсулпан Ғарипова Сибай ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында ижади конкурс үткәрергә ҡарар ҡыла, һәм ул “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме аҫтында дауам итә.
Артабан тик ҡар, ҡыш, Яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу темаларына яҙылған шиғырҙар тарыраҡ күренә, һәм бәйге төрлө теманы алған конкурсҡа әүерелә. Проза, поэзия, публицистика буйынса уҡыусылар ижад итә, үҙҙәренең “китапсыҡ”тарын сығара. Ул ваҡытта уҡыусыларҙың ижад емештәрен абруйлы баһалама ағзалары – яҙыусылар Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Фәйзул­лина, Лира Яҡшыбаева, әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар Ғәҙилә Бүләкова, Фәрүәз Сәй­фуллиндар баһалай.
Йыл һайын уҙғарылған, хәҙер инде матур традицияға әйләнгән, Сибай ҡалаһы йәш ижадсылар бәйгеһенең төп маҡсаты – ҡала­лағы йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн өмөтлө уҡыусыларҙы билдәләү, яңы исемдәр асыу, уларға ярҙам итеү, ижади йүнәлеш биреү. 2002 йылда ошо бәйге һөҙөмтәһе булып ҡала мәктәптәре уҡыусыларының ижад емештәренән торған “Бала саҡтың яҡты хыялдары” исемле йыйынтыҡ донъя күрә. Унда 62 авторҙың шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре туплана, һәр әҫәр авторҙың күңел көҙгөһөн, рухи булмышын, хис-тойғо байлығын сағылдыра.
Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе итеп Гөлназ Ҡотоева тәғәйен­ләнгәс, ижад бәйгеһе уның тәүге ойош­то­роусыһы, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарыла башлай. Йәш ижадсылар бәйгеһе – Сибай мәк­тәптәре уҡыусыларының көтөп алған байрамы. Ә инде был сарала Таңсулпан Ға­рипованың ҡатнашыуы, үҙе әҙерләгән приздарҙы еңеүселәргә тапшырыуы бәйгегә оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа конкурс Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбованың хәстәре һәм ярҙамы менән ошо белем усағында үтә һәм ул, үҙ географияһын киңәйтеп, Урал аръяғы райондары мәктәптәре уҡыусыларын да үҙенә туплай. Әйткәндәй, Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы – Сибай гимназия-интернаты уҡыу­сыһы, уның почетлы ҡунағы.
Үҙенең 20 йыллыҡ юбилейына арналған конкурста Сибай ҡалаһынан башҡа күрше райондарҙан йәш ижадсылар ҡатнашты. Бигерәк тә Йылайыр районы уҡыусылары был юлы үҙҙәренең әүҙемлеге менән алдырҙы. Барлығы 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителеп, ул проза, поэзия һәм публицистика буйынса баһаланды. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын баһалама ағзалары әҙәбиәткә, ижадҡа ылығырҙай, үҙҙәренең дәрте, тәбиғәттән бирелгән һәләте менән шул донъяны балҡытып ебәрерҙәй табыштарға юлыға. Әлбиттә, бәйгеселәр араһынан барыһы ла яҙыусы, шағир булып та китмәҫ. Улар араһынан, бәлки, бер йәки ике кеше генә ижад юлын һайлар. Әйткәндәй, ҡасан­дыр ошо бәйгелә еңеп, ижад ҡанаттарын нығытҡан йәш таланттар республиканың төрлө гәзит-журнал, телевидение редакцияларында ҡәләмдәрен сарлай: Фәнзил Әҙелбаев, Гөлсинә Йосопова (Байғужина), Лилиә Хәлитова, Ләйсән Мараҡанова, Нурия Туйсина, Нурия Фәтҡуллина һәм башҡалар.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Әлнисә Алдырханова алып барған йомғаҡлау кисәһе ысын мәғәнәһендә ижад байрамына әүерелде. Ҡәләмдән – бал, күңелдән наҙ тамған конкурс барыһының да күңеленә хуш килде, бигерәк тә яҙыу­сының гимназия-интернат уҡыусылары сәхнәләштергән “Ярҙағы усаҡтар” тигән әҫәренән өҙөк оҡшаны. Йыр менән үрелеп барған шиғриәт аһәңе күңелдәрҙе сафлан­дырҙы, конкурсанттарға ижад осҡонон баҙлатты, илһам өҫтәне. Гран-приға ошо уҡыу йортонда белем алған Гөлйемеш Үтәғолова лайыҡ булды. Әйткәндәй, ул Таңсулпан Ғарипованың ауылдашы, Күсей ҡыҙы булып сыҡты! Бәйгелә ҡатнашыу­сыларҙың барыһына ла яҙыусы әҙерләгән бүләктәр тапшырылды, кисә Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә Гүзәл Баянова ижад иткән йыр менән тамамланды. “Ҡәләм­дәрҙән бал тама” тип аталған был йыр бәйгенең гимнына әүерелде, тиһәк тә була.

Ләйсән ЮЛГИЛДИНА, Йылайыр районының Ҡашҡар мәктәбе уҡытыусыһы:
— Конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Бик оҡшаны. Бигерәк тә яҙыусы Таңсулпан Ғарипованы яҡындан күреү, уның менән аралашыу, фәһемле һүҙҙәрен тыңлау — уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн оло шатлыҡ, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныс. Йыл буйына етерҙәй рухи аҙыҡ, дәрт алып ҡайттыҡ, рәхмәт ойоштороусыларға, киләсәктә лә ҡатнашасаҡбыҙ.
Нәйлә ЫЛАСЫНОВА, Сибай институты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты:
— Бер нисә йыл ижад бәйгеһендә баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашам. Йылдан-йыл бәйгеселәр һаны арта, ҡәләмдәр шымара, “китап”тар күбәйә. Тап ошо конкурста еңеүселәр беҙҙең институтта ла белем ала, уларҙың артабан да ижадты үҙ итеүҙәре ҡыуандыра.
Рузидә ҮТӘШЕВА, Сибай ҡалаһының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы:
— Конкурстың тәүге йылдарынан уҡ уҡыусыларымды әҙерләйем һәм бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ. Йыл һайын призлы урынһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509