Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Килене Әминә былай ипле генә күренә. Башынан яулыҡ төшмәй. Юғиһә бындағы ҡатын-ҡыҙ күбеһенсә яланбаш йөрөй икән. Етмәһә, сәстәре ирҙәрҙекенән саҡ ҡына оҙонораҡ итеп киҫелгән. Күл­дәктәре лә, ташҡа үлсәйем, асыҡ-ярыҡ. Ир-атты аҙҙырып йөрөү бит был... Ҡунаҡтар бер көн хәл йыйғас, ҡоҙалары машинаһында ҡалаға алып сыҡты. Матур урындарын күрһәтергә тырыштылар, кибеттәргә алып инделәр. Оҡ­шат­тылар, шикелле, торған ерҙә­рен. Шунан һуң, оҙаҡҡа һуҙма­йынса, балаға исем ҡуштырыу йолаһын атҡарырға булдылар. Кесе йомаға тура килтереп, ҡунаҡ саҡырҙылар. Имам менән дә алдан һөйләшелгән.
Кеше күп йыйылды. Ҙур ғына ҡунаҡ бүлмәһе шыпа тулды ла ҡуйҙы. Баланы сигеүле аҡ япмалы мендәргә һалып, мулла алдына ҡуйҙылар. Аҙан әйткәс, имам сабыйҙың ҡолағына өс тапҡыр Нурислам исемен ҡыс­ҡырҙы. Шунан моңло күкрәк тауышы менән “Фатиха” сүрәһен уҡыны, инде исемле булған сабыйҙы атаһына тапшырҙы. Ну­рис­ламдың олатаһы, өләсәйҙәре, атаһы берәм-берәм хәйер таратты, изге теләктәрен әйтте. Хәйер, бүләктәргә амин тотҡас, изге ғәмәлдән ҡәнәғәт булып, тәғәм ейергә керештеләр. Һәр төрлө тәмле ризыҡтан өҫтәл һығыла яҙып тора. Ҡаҙылыҡ, тултырма, йылҡы, һыйыр, ҡаҙ, өйрәк ите, күпереп торған буҙа, ярмаланып бешкән картуф, ҡоротло һурпа, тағы әллә күпме аш-һыу. Салаттарын аҙ-маҙ ҡабып ҡына ҡаранылар. Туҡмасын да киҫ­кән­дәр, һалмаһын да турағандар. Бә­леш кенә нисә төрлө. Ә инде сәйгә тип сығарылған бауырһаҡ, урамалары — телеңде йоторлоҡ. Ни арала әҙерләп өлгөргәндәр икән!
Үҙҙәренә ят аҙыҡты Йәннәт аҙлап ҡына ҡапты. Һынап улты­раларҙыр, ни тиһәң дә — сит ке­ше. Һоғаланып ашау, ғөмүмән, мосолманда ят күренеш. Шуға ла урыҡ-һурыҡ тәмләп, беҙҙең аш-һыуҙы һанламаны, тип әйт­мәһендәр тигәндәй, семсенеп кенә ултырҙы. Зарема иһә аш-һыу таратып йөрөнө, йәш кеше түрҙә ултырыуҙы хупһынманы.
Балаһының ғәзиз сабыйына исем ҡушып, табындың иң тү­рен­дә ултырһа ла, Йәннәттең күңеле тыныс түгел. Ниҙер булыр һымаҡ. Шуға ла үҙен энә өҫ­төндәгеләй тойҙо.
Әллә нисә сынаяҡ сәй эсеп, күстәнәстәр алып, Хоҙайҙың биргән ризығына доға ҡылып, хужаларға оло рәхмәттәр, матур теләктәр әйтеп хушлашырға йыйынған табынды хужабикә туҡтатты.
— Һөйләшербеҙ, ҡайным, төн оҙон тигәндәй, көтөү ҡаршыларға түгел. Эш бер ҡасан да бөтмәй ул, үлгәндә лә өс көнлөк ҡала, тиҙәр. Бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ.
— Тик мин хәҙрәтте оҙатайым инде, ул башҡа аят ашына ҡа­балана, — тип, Сәлиха үҙе алғы бүлмәгә йүнәлде.
Ҡунаҡ — хужаның ишәге, тиҙәр бит. Бөтәһе лә урынында ҡалды. Өндәшмәй генә ултыр­ғанда, табын тынлығын боҙоп, бер аҙ ситтәрәк ултырған Фәғилә, үҙе менән һөйләшкәндәй:
— Ә минең улымды чечендар үлтерҙе, — тине.
Бүлмә шып-шым булды. Хатта себен осҡаны ла ишетелер ине. “Артабан ни булыр?” тигәндәй, ҡунаҡтар бер-береһенә текәлде, кемдер башын аҫҡа эйҙе, Фә­ғиләнең белекһеҙлегенә йәндәре көйҙө. Ҡорғаҡһыған ер, болотло көн төҫөн хәтерләткән күҙҙәр ситлеккә ябылған януарҙың бер аҙ ҡурҡыбыраҡ, хәүефләнеберәк, ярҙам һорап төбәлгән ҡарашын хәтерләтә ине.
— Ҡамап алдығыҙ инде, әйҙә, тапағыҙ, ботарлағыҙ. Тик… тама­ғығыҙға тормаһын, сәйнәберәк йотоғоҙ. Миңә барыбер. Бәхетле ғаилә ҡороп, матур, иманлы балалар үҫтерергә хыялланғайным. Биш бала таптым. Бөтә ағзалары ла теүәл ине. Тик бәхет ҡояшы минең өсөн күптән байыны. Күңелемдәге сей яра бер ҡасан да уңалмаҫ, йөрәгем һәр саҡ һулҡып-һулҡып тибер, юғал­тыу­ҙар менән һис тә ризалашмаҫ. Балаңды, йәшәп тә өлгөрмәгән нарасыйҙарыңды, ҡара гүргә оҙатыуҙан да ауырыраҡ ҡайғы бармы икән ер йөҙөндә?!
Бөтәһе лә тәне эҫеле-һы­уыҡлы булып киткән Йәннәткә ҡарай, унан яуап көтә кеүек тойолдо. Үҙен ҡапыл ғына хөкөм залында, яуапҡа тарттырылған кеше сифатында тойҙо ул. Көскә тын ала, ҡулдары ҡалтырай, тамағы кибеп, теле аңҡауына йәбеште. Күпме сәй эскәйне бит әле. Ни әйтергә, ни эшләргә белмәй, яулығын төҙәткеләне, күлдәк итәген һыпырҙы. Ис­маһам, ҡоҙағыйы ла инмәй. Һүҙ эҙләп, кеҫәгә тығылмаған Сәлиха был уңайһыҙ хәлдән нисек тә ҡотҡарыр ине, моғайын.
“Яуап бир, Йәннәт, үҙеңдең илең, үҙеңдең халҡың өсөн. Әллә башлы, әллә башһыҙ башлыҡлы мәмләкәт өсөн яуап бир! Ни өсөн сыҡты был һуғыш? Ниңә тыныс ваҡытта ла һыу һөлөгөләй улда­рыбыҙ, ирҙәребеҙ үлә, ҡалалар емерелә? Ниңә һин йәнтәслим ғазаптарҙа тыуҙырған, күҙ ҡара­һындай күргән өс улыңдың ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлдө? Ниңә мең төрлө ҡайғы кисергән тау халҡы һаман да үҙ ерендә тыныс тормош ҡора алмай? Ниңә?”
Йөҙө ағарған, ҡулдары ҡал­тыранған ҡунаҡ ҡатын ҡапыл башын күтәрҙе лә ҡарлыҡҡан тауыш менән көскә:
— Был һуғышта мин өс улымды юғалттым, — тип әйтә алды.
Табын өнһөҙ генә “аһ” итте. Нисектер уңайһыҙ булып китте. Ҡунаҡты рәнйетеү — ярамаған ғәмәл. Үҙ өйөңдә ҡабул иткәндә хатта дошманға ла хилафлыҡ ҡылмайҙар. Көтмәгәндә килеп сыҡты шул был уңайһыҙ хәл.
Фәғилә, уйламай ғына әйткән һүҙенә үкенгәндәй, ҡалтыранған тауыш менән:
— Мин ҡайтайым инде, бәлә­кәй улым көтә торғандыр, — тип, ҡабаланып кейенә башланы.
Бөтәһе лә белә: икенсе улы, Саматы, әрме хеҙмәтенән миң­рәүләнеп ҡайтты. Эшкә лә яраҡ­һыҙ. Аҙ ғына инвалид аҡсаһына, әсәһенең пенсияһына, үлгән ағаһының пособиеһына көн кү­рәләр. Һаташып әллә ҡайҙа сы­ғып китмәһен тип, Фәғилә уны бикләп кенә йөрөй. Ҡартайған көнөндә таяныс булыр тип үҫ­тергән ике улының береһе юҡ тиергә була. Өйөнөң ҡыйығынан һыу үтә. Төҙәтергә кеше яллар ине, аҡсаһын еткереп булмай. Эре күҙ йәштәре кеүек тамсылар әсә кешенең йөрәгенә тама кеүек.
— Мин — һуғышта һәләк бул­ған һалдат әсәһе, — тип төрлө ойошмалар тупһаһын күп тапаны ҡатын. Хәрби комиссариатҡа ғына нисә барҙы. Хакимиәттән әмер булып, бер бригада тишек­тәрҙе арлы-бирле ямап киткәйне лә, шатлығы оҙаҡҡа барманы. Ҡойма ямғырҙар осоронда тү­шәмдән һыу тамсылары тағы аға башланы. Ҡайҙа биҙрә, ҡайҙа тас ҡуйып ҡотолалар. Көҙгө ям­ғырҙар менән бергә яңғыҙ әсәнең күңеле һыҡрай.
Килен йомшар мәлдә көс-хәлгә улын тәрбиәләй. Үҙе лә ятып китһә, ике сырхау ни эшләр тип, көйәләнмәгән көнө юҡ. Хоҙайға ғына ышанып, доғалар уҡый, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай.
Инде ҡунаҡтар ҡуҙғала баш­лауға, йүгереп Сәлиха килеп инде.
— Аһа, ни тип таралыштығыҙ әле? Хәҙрәт машинаһын ҡабыҙа алмай торҙо. Шуға оҙаҡлап киттем. Оло кешене оҙатмай булмай бит инде, — тип тәтелдәне хужабикә. — Хәҙер самауырҙы яңыртам.
Ул арала аш бүлмәһенән ҡулына йәшел һуғанға оҡшаған үҫемлек тотоп килеп инде.
— Ҡоҙағыйҙың ер аяғы, ер ба­шынан алып килгән тау йыуаһынан ауыҙ итегеҙ әле, — тип, үҫемлекте киҫкеләп тарата башланы.
Тәмләгәс, ҡатындар үҙ-ара һөйләнде:
— Беҙҙә лә үҫә ул. Һуғыш йылдарында аслыҡтан ашай инек. Үҙе әсе, әммә шифалы.
Йәннәт тағы ла үҙен аҡ­лағандай:
— Былтыр ошо йыуа йыйырға тип тауға менгән үҫмерҙәрҙең бишеһе һәләк булды. Боевиктар икән тип, вертолеттан атҡандар. Араһында минең уртансы улым да бар ине.
Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң:
— Беҙ бит урманға барып, ҡо­ро-һары ағас, емеш-еләк йыйып ҡайта ла алмайбыҙ. Тыныс тормош онотолдо: әле бында, әле тегендә шартлау яңғырай. Ми­наларҙан йә кеше, йә мал-тыуар һәләк була, — тине.
Бер аҙҙан тағы дауам итте:
– Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек тыныс йәшәгебеҙ килә. Ҡоҙа ҡала­ғыҙ менән таныштырҙы. Бик мәс­лихәт — урамдарығыҙ иркен, йорттарығыҙ төҙөк, йылы. Урам тулы машина. Халыҡ матур итеп кейенеп йөрөй. Төндә лә уттар янып тора. Бер хәүеф-хәтәр һиҙелмәй. Ҡәҙерен белеп кенә йәшәгеҙ!
Ер аяғы, ер башынан, үҙҙәре барып күрмәһә лә, көн дә тиерлек радионан, телевизорҙан ишетелеп торған Кавказ иленән килгән ҡоҙағый менән ике милләт кеше­һенән тыуған сабыйҙың исем туйына йыйылған башҡорт ҡатын­дары араһында бер аҙ йылылыҡ йүгергәндәй булды. Һомғол кәү­ҙәле, йәш булһа ла, сәстәре ап-аҡ, тыйнаҡ, сабыр ҡатынды күп­тәре яҡын күреп өлгөргәйне. Һис кенә лә ят кеше түгел чечен ҡоҙағый, теле генә икенсе. Әле оло йәштә булмаһа ла, күпме ҡайғы кисергән. Бөтә әсәләр ҙә бала ҡайғыһын бер төрлө кисе­рәлер. Донъя әсәләр ҡулында булһа, бер ҡасан да һуғыш сыҡмаҫ ине. Кем туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөткән ғәзизен үҙ ризалығы менән утҡа һалһын йә иһә кеше балаһын үлтерергә өйрәтһен?!
… Ул арала, изге табынды дауам итергә саҡырғандай, күңелле көй сығарып, самауыр шыжлай башланы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511