Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һине уйламаған берәй кө­нөм булдымы икән? Юҡ­тыр! Һине уйлап таң ҡар­шыланым, һине уйлап төндәргә керҙем. Беләм, һинең ғәйебең юҡ минең алда. Өҙгө­ләнгәнеңде һиҙҙем мин. Тик атай һүҙенән сығып буламы ни, Ибраһим? Илатып ултыртып ебәрҙе бөтөнләй таныш түгел кешегә. Үҙҙәре лә бик һирәк килде хәл белергә. Ҡунаҡҡа барып киләйек Ҡаңныға, тиһәм иремә, унда һине кем көтөп тора, тип кенә яуаплай ине. “Һағынһалар, үҙҙәре килерҙәр”. Әсәйҙең ғүмер буйы атайымдан ҡурҡып, буйһоноп йәшәүен белгәс, мин дә күндем яҙмы­шыма. Тик барыбер күңел төп­көлөндә бер йәшерен өмөт йә­шәп килде: “Ә, бәлки, Ибра­һим мине килеп табыр ҙа алыҫҡа-алыҫҡа алып китер”. Бына ошо өмөт көнөмдө яҡты, төнөмдө хәйерле итә килде.
Ғүмерҙәребеҙ бер-бере­беҙ­ҙе юҡһынып, һағынып үтеп киткән бит! Күҙ йәштәренә мансылып оҙаҡ ултырҙыҡ беҙ юл ситендә. Машиналар ҙа күп кенә үткеләне. Ҡайһы берҙәре сигнал биреп, ҡысҡыртып та үтте. Ә һөйләшеп һүҙ бөтмәне. 40 йыл ғүмерҙе бер көндә байҡап сығып буламы һуң? Иб­раһим мине туғандарыма ил­теп ҡуйҙы. Иртәгәһенә төштән һуң осрашырға һүҙ ҡуйышып, ауылыңа ҡәҙәр илтеп ҡуйыр­мын, тип һүҙ биреп, оҙаҡ хушлашып торҙоҡ ҡапҡа төбөндә. Төндө йоҡламай уҙғарҙым. Тәҙрәнән айға ҡарап, бар ғү­меремде барлап, илап, төн үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Еңгә тейешле кешенең көтөү ҡыуып йөрөүен күреп, хайран ҡал­дым. Иртәнге сәйгә саҡырырға кер­гән еңгәм, минең тәҙрә янын­да уйланып ултырыуымды күреп:
– Бәй, әллә урын да һал­маған инде? Төндө ултырғыста уҙғарҙыңмы әллә? — тип аптыраны.
– Эйе, еңгә, йоҡлап булманы нишләптер. Ҡайтырға кәрәк миңә, бына сәй эсәм дә юлға сығам, – тинем, ашығып.
Йыуынып алыу ниәтенән ихатаға ашыҡтым. Башымда – мең төрлө уй. Машина менән илтеп ҡуйһа, ҡайҙа йәшәгә­немде белер. Ауыл халҡы аптырар, был ҡортҡаға ни булған, тип бот сабырҙар. Өйөмдө бер белгәс, йыш ҡына килә баш­лаһа, ҡартыма ни тиермен… Юҡ, юҡ, тиҙ генә ҡайтып ки­тер­гә кәрәк, төш ауыуға өйҙә булырмын, Алла бирһә, тип тә­үәк­кәлләп, ашығып ҡайтырға йыйындым. Еңгәләргә минең адресты бер кемгә лә бирмәҫкә ҡушып, сығып киттем.
Еңгәмдең:
– Ҡасҡан кеүек, ниңә шулай ашығаһыңдыр?! Алыҫ ара бит, тағы ла ҡасан килә алырһың, оҙағыраҡ торорға ине, – тип ризаһыҙлыҡ белдереп ҡалы­уына ла иғтибар итмәнем.
Ҡаңнынан алыҫлашҡан һа­йын бәхетемдән ҡасып бар­ған­дай тойҙом үҙемде. Нисек ки­се­рер Ибраһим был айыры­лы­шыуҙы. Ғәфү ит, ҡәҙерлем, шу­лай кәрәк. Бер нәмәне лә үҙ­гәртеп булмай бит, эх, был тормош, тип үкһеп илай-илай ашы­ғып атланым да атланым…
Үҙемдең үткәндәремә үҙем тетрәнеп, Хоҙайымдан ҡалған ғүмеремдә сабыр­лыҡ һорап, ярылырҙай сиккә еткән йөрәгемде устарыма һа­лып йыуатырҙай булып, ярһып атлауымды дауам иттем. Ур­ман юлына төшкәс, бер аҙ ты­нысланғандай булдым. Ҡош­тар һайрауы, сиңерткәләр тауышы, урман шишмәһенең сылтырауы күңелемә дауа ине. Шиш­мәнән ятып һыу эсеп, һалҡын һыуы менән битемде сайҡатып алғас, тағы ла еңе­лерәк булып китте. Күктәргә ҡа­раным. Ә унда – шундай ты­ныс­лыҡ, тын­лыҡ. Шул ваҡыт ошо тынлыҡты боҙоп, бер йыр яңғыраны:
Бейек тауға менеп,
Ташҡа баҫып
Һин ҡарарһың. Бәғрем,
Мин булмам…
Ибраһим бит был! Уның тауышы, уның йөрәк аһәңе… Үләнгә ятып, өнһөҙ генә илап ебәрҙем. Эҙләй сыҡҡан, күңеле һиҙгән минең көтмәгәнемде. Әле урман яңғыратып йырлауы ла мин ишетһен, тауыш бир­һен, тип… Ни генә ҡыла­йым һуң? Эй өҙгөләнде йәнем! Берсә йырға ҡаршы йүгергем килде, берсә ҡушылып йыр­ла­ғы… Тик аҡыл хистәрҙән өҫтө­нөрәк булып сыҡты шул. Йыр алыҫлашып юғалғансы үләнгә ҡапланып яттым. Эй, ғә­зиз ер­ге­нәм, ал минең ғазап­тарымды һыуырып, һеңһендәр улар үлән-сәскә араһына. Ҡо­толдор, зинһар, мине ошо мәң­гелек ға­заптан. Инде күпме йә­шәй­һем ҡалған, йән тыныс­лығы бир миңә, Тәңрем…
Шулай, ни тере, ни үле күп­ме ятҡанмындыр. “Шап” итеп кабина ишеге ябылыуын да, машинаһының гөжләп ҡуҙ­ға­лып китеүен дә – бөтәһен дә ишетеп яттым. Ибраһимдың “Минафа-а-ам” тип үҙәк өҙгөс итеп урман яңғыратып ҡысҡы­рыуы ла оҙаҡ яңғырап торҙо ҡолағымда. “Нишләйем һуң, йәнем, шулай кәрәк. Яҙмыш­тарҙан уҙып булмай шул, ғәфү, ғәфү ит, зинһар, мине”,– тип өҙгөләнеп, йәнем-тәнем илап күпме ятҡанмындыр. Тик ҡай­тырға кәрәклеге, һуңға ҡалып, төнөн урманда ҡалыу ҡурҡы­ны­сы айырҙы ерҙән. Ауырайып, ҡурғаш тултырылған ке­үек тәнемде көс-хәл менән күтә­реп, ҡайтыр һуҡмаҡҡа төштөм.
Көтөү ҡаршылауға ҡайтып керҙем өйгә. Сабир инеү менән кәйефем юҡлығына иғтибар итеп:
– Бер-бер хәл булдымы әл­лә, төҫөң ҡасҡан? — тип һорап ҡуйҙы.
– Юл оҙон бит, арытҡан, үтер, үтер, бер аҙ хәл алам да сәй эсеп алырбыҙ күстәнәстәр менән, — тигән булдым.
Тик йөрәгем урынынан ҡуп­ҡайны. Сығып китерҙәй булып тибә. Нимә булды был? Өнмө, төшмө? Ысынлап та, Ибра­һимды күрҙемме мин? Күргәс, ниңә ҡасып ҡайтып киттем йәш ҡыҙыҡай кеүек, тип үҙ-үҙемде әрләп, йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй бәргеләндем. Шул көн­дән башлап йәшәүем мәғәнә­лерәк, көндәрем йәмлерәк, төн­дәрем тынысыраҡ булып китте. Иҫән-һау бит, ана нин­дәй машиналарҙа йөрөй, начальник кеше бит, тип уның өсөн ғорурланыу хисе биләне күңелемде. Уның ҡайҙалыр йә­шәп ятыуы, иҫән-һау булыуы, һаман да мине яратыуы йә­шәр­гә көс бирҙе миңә, бала­ҡай. Һөйөү хисе ташламаһын кешене. Йәндә һөйөү булмаһа, йәшәүҙең мәғәнәһе лә юғала ул.
Ә бына хәҙер Ибраһимым йырлаған йыр – минең йырым. Эскәйҙәрем бошоп китһә, “То­ман”­ды һуҙам. Йырлайым да илайым. Ә күңелемдә шундай илаһи тынлыҡ ярала, шул йыр эсендә йөҙәм. Йырлай-йырлай йөҙәм.
Иртә лә генә томан,
Кис тә томан.
Был томанҡайҙарға ни булған…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518