Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һөйрәтке Нимәнеңдер шаҡ та шоҡ килеп, бер-береһенә һуғылып, имәнес тауыш сығарғанына тертләп уянды Сабур. Саҡ ҡына күҙен элеп алайым тигәйне, үҙе лә һиҙмәҫтән ойоған да киткән. Хәлдең айышына төшөнә алмай интекте, ҡыҫыҡ күҙҙәре асылмай ыҙалатты. Дәү кәүҙәле ир, көрәктәй ҡулдары менән алдағы ултырғыстың тотҡаһына йәбешеп, алға­раҡ шылып ултырҙы, йыуан бармаҡтары менән күҙен ыуалай алмаясағын белһә лә, маташты. Баҡтиһәң, трамвайҙың урта ишеге боҙолған икән. Машинист уны яңынан ябып асмаҡсы итә, ә теге ярты юлда туҡтай ҙа ҡала. Был күренеш һынған ҡанатын иңенә һала алмай йонсоған зәғиф ҡошто хәтерләтте. “Һыңар ҡулым менән бер тартһам, ябыла инде”. Юлсы шулай уйлап, был мөхиттән йәһәтерәк сығып ҡасырға теләне, ләкин күсеп йөрөүҙе өнәмәне, вагондан-вагонға сабырға малай-шалай түгел дә. Шуға күрә, ҡапҡанға эләккән йәнлектәй, урынынан ҡымшанманы. Йоҡоға талғанға хәтлем бысраҡ иҙәнгә, емерек ултыр­ғысҡа, ватыҡ тәҙрәләргә йәне көйгәйне. Микрофон тауышы артҡы трамвайҙа­ғыларға тәүгеһенә күсергә бойорҙо. Бөтәһе лә тышҡа атылды, әйтерһең дә, командир үҙенең артынан һалдаттарын яуға әйҙәй. “Айырма бармы, барыбер туғыҙ туҡталыштан һуң төшөргә лә баһа”, – тине тәүҙә ул, шунан һуң йыбанып ҡына иң аҙаҡтан ҡуҙғалды...
Сабур һәр айҙың беренсе көнөндә, ҡаланың үрге осонан түбәнгеһенә юлланып, Кәтибә янына барып ҡайта. Күстәнәс килтерә, хәлен белешә, әҙме-күпме ярҙамлаша. Күңел ҡушыуы буйынса эшләнә һәммәһе лә. Хәйер, бөгөн генә барасаҡ та был тарафтарға башҡаса бер ҡасан да аяҡ баҫмаясаҡ.
– Мәшәҡәтләнеп бүтән килеп йөрөмә, – тине ҡатын уға үткән сәфәрендә. Ҡатындың йөҙөндәге моңһоулыҡты, ниндәйҙер аңлашылмаған арығанлыҡты һуҡыр ҙа һиҙемләр. Ул аяҡтарын көскә һөйрәп диванына ауҙы, уң ҡулын йөрәк тирәһенә ҡуйып ҡырын ятырға итте.
– Ниңә? – Ир аптыраулы ҡарашын уға төбәне. Өҫтәлдән яҫтыҡ алып бирҙе.
– Закон буйынса барыһын да алам, шул еткән.
– Әлләсе... Йөҙөң ҡасҡан, ауырыҡ­һыйһыңмы әллә?
– Юҡ, барыһы ла һәйбәт.
Өй хужаһы ҡушҡас, шулай булыр. Һуңынан “ярай” тигәнгә ишаралап баш ҡаҡты. “Киләһе аҙнала ғына һуғылырмын да...” – тип өҫтәне.
Ысынлап та, ошо юлды нисәмә йыл тапай! Әйтеүе генә анһат...
Трамвайҙың алғы вагонында таҙа кеүек. Ул сумкаһын артҡараҡ шылдырғас, парлы эскәмйәнең иң төпкө мөйөшөнә ашыҡмай ғына сумды ла йәнә күҙҙәрен йомдо...

Бәләнең әҙәм балаһын һәр саҡ аң­дыуы тураһында уйлаһаң, йәшәүе ҡайһылай ҡурҡыныс! Бынан ике йыл элек аҙна ғәҙәттәгесә башланды – егет “тимер ат”ын екте лә заводҡа елдер­ҙе. Иртәнге сәғәт 8-ҙә станок янында торорға тейешһең, биш минутҡа ла һуңларға ярамай. Көҙгө ямғырҙы аңламаҫһың, ни тынмай, ни көслө итеп яумай. Етмәһә, һаран ғына яҡтыртҡан мәл. “Бөгөн көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ҡайһы бер райондарҙа яуым-төшөмдөң көсәйеүе ихтимал”. Һауа торошон радионан яғымлы тауышлы диктор шулай тип хәбәр итте. Эй, уларға ышанһаң... Артабан инде һағышлы йыр башланды:
Үпкәләмәгеҙ, яҙмышҡа
Ул яҙмыш бит – һинеке,
Үткәндәрең, киләсәгең...
“Ниңә үпкәләргә инде? Һис тә генә үпкәһе юҡ. Маңлайыңа яҙылғаны тор­мош­ҡа аша, тиҙәр бит... Ваҡыты етер – өйләнер, береһенән-береһе аҡыллы балалар үҫтерер һөйгәне менән. Әлегә эше бар, ашы бар тигәндәй. Ай-вай, машиналар себен шикелле күбәйҙе. Бөтәһе лә теләктәш булһа икән дә бер-береһенә! Ана, берәү юлды киҫте, икенсеһе саҡ бәрелмәне, ышҡылып йөрөргә яраталар.
Слесарь татлы хыялдарға бирелеп, йәйелеңкерәп китеп барғанда, свето­форға етәрәк машинаһына нимәнеңдер еңелсә бәрелеүен тойҙо, хатта ҡаршылыҡ тыуҙырҙы ла шикелле. Водитель бар көсөнә тормозға баҫты. Ни арала халыҡ йыйылған... Сабур үҙ күҙенә үҙе ышанманы. Юҡ, бындай хәлдең булыуы һис кенә лә мөмкин түгел... Ул кеше тапатҡан! Туҡталышта бер алабарман туҡтап торған автобус алдынан юлды арҡырыға йүгереп сыҡмаҡсы иткән. Аһ, әҙ генә иғтибары етеңкерәмәне шул. Егет асфальтта һуҙылып ятҡан кешене дауа­ханаға илтергә уйлағайны – туҡтаттылар. Бындай саҡта урындан ҡуҙғатырға ярамай икән, башта “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте килергә тейеш, унан полиция... Сирена тауышы ишетелде. Килде погонлылар, шунда уҡ көплө машинаға индереп, һорау артынан һорау яуҙырҙылар.
Сабурҙың башы төрмәлә серей ине, бәхеткә күрә, бер үҙе генә көн күргән, ирҙән айырылған ҡатын судҡа бирмәне уны, үҙен ғәйепле тип белдерҙе. Йәш кешенең яҙмышын боҙмайым, тигәндер.
“Беренсе төркөм инвалиды булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, зыян күреүсенең үтенесе нигеҙендә гражданин Айбаров Сабур иркенән мәхрүм ителмәй. Уның ҡарауы, ғүмеренең һуңғы көнөнәсә Ғилфанова Кәтибәгә аҡсалата ярҙам итеп торасаҡ” тигән ҡарар сығарҙы судья. Тимәк, ҡалған ғүмерендә ул үҙенең артынан кемделер һөйрәп барасаҡ. “Һөйрәтке булып сығаммы? Ә мин үҙем күпме йәшәрмен һуң?” Ҡулынан бығауҙы ысҡындырғанда, ҡапылдан шундай икеле-микеле уй телеп үтте буйҙаҡтың мейеһен...

Төп трамвай тағылмалыһын шофер­ҙар телендәге “кеҫә”гә ҡалдырҙы ла яңғыҙы ғына юлын артабан дауам итте. “Улай ҙа була икән, ҡайһылай анһат килеп сыҡты. Вагондан барыһы ла төшөр, киләһе трамвайҙы оҙаҡ көтөрмөн тиһәм әле...”
Башында йөҙләгән уй сыуалған ир тағы ике туҡталыштан төштө, ҡуҙғалып киткән трамвайҙы киоск янында оҙатып ҡалды. Унан биш ҡатлы йортҡа табан ыңғайланы. Подъезд ишегенең асыҡ тороуына ҡыуанды, бүтән саҡта берәйһенең ингәнен-сыҡҡанын һағалай ине. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡыңғырау төймәһенә төрттө. Хужаби­кәнең килеп еткәнен сабыр ғына көттө, бына хәҙер ул: “Кем бар унда?” тип тә тормайынса ишеген яртылаш асыр, һәм ул эске яҡҡа уҙыр. Ләкин аяҡ тауышы ишетелмәгәс, ҡат-ҡат баҫты.
– Һеҙ берәйһен эҙләйһегеҙме? – Көтөлмәгән һорау Сабурҙы һиҫкәндерҙе. Ҡаршылағы фатирҙан ят әбей уға текләп ҡарай ине.
– 6-сы фатирға, Кә-Кәтибә... – Ир тотлоҡто.
– Уның кеме булаһығыҙ?
– Кеме тип ни... танышы.
– Ул юҡ инде.
– Нисек?
– Кәтибәне үткән йома ерләнеләр...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511