Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Рәхимйән, сит яҡтарҙан ҡул һуғышы серҙәрен өйрәтеүсе бер ағай килеп сыҡҡан. Их, һин дә уның менән танышһаң икән!
– Һин әйткәс, мин риза инде. Яңыраҡ ҡына танышҡан дуҫы, Азаматҡа шулай тип, курткаһын кейә башланы...
– Рәхим ит, рәхимле йән, – исемен айырып өндәште Азаматтың теленән төшмәгән серле ағай.
– Ҡайһы ырыуҙан, ата-бабаң кем?
– Әллә, миңә уларҙы берәү ҙә өйрәтмәне.
– Ә бит барыбер ҡурай тартырға өйрәнгәнһең, тимәк, быларын да өйрәнеп белергә тура киләсәк. Азамат, һин беҙҙең шарттарҙы әйттеңме?
– Әле әйтеп өлгөрмәнем, ағай. – Азамат ҡабаланып яуап ҡайтарҙы.
– Тәк, шулай егеттәр: Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Беҙ бында уйын уйнап, әкиәт һөйләшеп ултырмайбыҙ. Ә инде шартҡа килгәндә, әгәр беҙҙең менән бергә булырға теләһәң, эсәм-тартам тигән һүҙҙәр булырға тейеш түгел, ундай уйҙы башыңдан сығарып ырғытырға кәрәк.
Ҡаҡ иҙәндә аяҡтарын бөкләп урынлашҡан егеттәргә ҡапма-ҡаршы ултырған Рәхимйән күҙҙәрен йомоп онотолоп китеп ҡурайҙа “Сыңрау торна” көйөн уйнай. Көс һәм таһыллыҡ кимәленә ярашлы залда үҙ урындарын биләгән егеттәр илаһи моңға ойоған.
– Егеттәр! Беҙ бер генә башҡорт ҡыҙының башынан бер бөртөк сәс төшһә лә, яуап бирергә тейешбеҙ.
Йөрәктәрендә рухи ут ҡабынған егеттәрҙең ауаздарынан таш стеналар ҡалтырап китә. Тән менән йән ҡушылған күнекмәләрҙә ауыртыныу тигән нәмәнең эҙе лә юҡ. Иҙәндә ятып башҡарған күнекмәләрҙән һуң Рәхимйән ятҡан урында тәндән бәреп сыҡҡан тирҙән күләүек хасил була. Күнекмәләрҙә берәүҙе лә йәлләү юҡ. Етмәһә ағайҙың:
– Ихлас шөғөлләнгәндә, күнекмәләр нисек кенә ауыр булһа ла, ысын егеттәрҙең бер ағзаһы ла йәрәхәтләнмәй, – тигән һүҙҙәре һәр ваҡыт ҡолаҡ төбөндә тора.
Тән күнекмәһе тамам, йән күнекмәһе дауам итә. Тәндәре уттай янған, йөрәктәре дөпөлдәп типкән ир-уҙамандарҙы Рәхимйәндең тылсымлы ҡурай моңо арбай.
Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай. Батыр егеттәр тураһында ишетеп белеп бүлгеләнгән, телгеләнгән, йолҡҡоланған башҡорт иленең Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Йүрүҙән, Яйыҡ, Һаҡмар, Ҡыҙыл буйҙарынан тыуған илем тип йөрәктәре янған егеттәр Урал тауҙары аша баш ҡалаға юл тота. Тик бик аҙҙары ғына ҡаты тәртипкә сыҙай, түҙә.
Рәхимйән, унда ниндәйҙер сит кешеләр вахтала ултырғандарҙы тыңламай, ятаҡҡа емереп тигәндәй килеп ингән. Бандалармы шунда, бәндәләрме.
– Әйҙә, Азамат, танытайыҡ әле уларға был илгә кемдәр хужа икәнен. Солтан, Шаһғәле, Арыҫлан, Урал, Салауаттарға ла әйт.
Егеттәргә тиҙ генә йыйылырға бер сигнал етте. Саҡырылмаған ҡунаҡтар араһында буйҙары ике метрға яҡын ике әзмәүер үҙҙәрен үтә лә бәйһеҙ тота.
– Ни йомош, әфәнделәр?
Шаһғәленең беренсе һорауы яңғыраны. Уның артабанғы төплө һәм еренә еткереп әйтелгән телмәрен тыңлағас, “Һы, был ауыл малайҙары урыҫса һөйләшә белеү генә түгел, етмәһә, мәҙәниәтле лә икән”, тигән уй баҫҡынсыларҙы бер аҙ һыуындыра төштө. Ләкин үҙҙәрен гел еңеүсе тип өйрәнгән төнгө ҡунаҡтар һүгенә-аҡыра тел һөжүменә күсте.
Азаматтың “Әйҙә!” тиеүе булды, арыҫландай һикергән Рәхимйәндең тос йоҙроғо ике метрлыҡ әзмәүерҙең эйәк аҫтына килеп тә эләкте. Баш кейеме бер яҡҡа осто, ә кәүҙә ҡаҡ иҙәнгә “гөрҫ” итеп барып төштө. Бындайҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәр берсә һоҡланды, берсә ҡурҡыуға төштө.
Былай ҙа ҡаты тәртип урынлашҡан ятаҡта бынан алып саҡ ҡына ҡырын баҫҡан әҙәмдәр ҙә күренмәҫ булды, йәштәрҙе боҙоусы шау-шоуҙар ҙа тынып ҡалды. Ошоға хәтлем батыр егеттәргә асылмаған бейек-бейек ҡапҡалар ҙа асыла башланы. Ярҙам һорап килеүселәр ҙә, һыйыныу эҙләүселәр ҙә бермә-бер артты.
Рәхимйәнде сәнғәт институтына уҡырға алдылар. Әммә партала сыҙап ултырып буламы инде ирмен тигән ир-егеткә!
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта
Уң ҡулында булыр ҡурайы...
Рәхимйән йырлап бөткәндән һуң тынлыҡ дауам итте. Сал ҡылғандар араһында аяҡ салып ултырған егеттәр тарих төпкөлөнә инеп киткәндәй булды. Эйәрләнгән ат, ҡулдарҙа – ҡылыс, ҡалҡан...
– Һәр кем был донъяға үҙ ваҡытында килә. Һәр кемдең елкәһенә бурыс йөкмәтелә. Йә һин уны лайыҡлы үтәп, батыр булып халҡың хәтерендә ҡалаһың, йәки бурысыңдан ҡасып, бахыр йән булып илһеҙ, телһеҙ ауырып-һаташып үлеп китәһең.
Ағайҙың үҙ урынында һәм үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙҙәре егеттәрҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтара.
– Бөркөттәрем минең! Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған был изге ергә беҙ ирекле халыҡ булып йәшәр өсөн килгәнбеҙ. Ә ул азатлыҡты беҙгә берәү ҙә алып килеп тоттормай. Иректе тик даулап, яулап ҡына алырға була һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ итеп һаҡлай белергә лә кәрәк. Мин ышанам һеҙгә, егеттәрем. Орлоҡтар сәселде, инде уңышты йыйып алырға ҡалды. Ә инде уның нисек булыуы һәр берегеҙҙең ҡара тир түгеп, йән аямай көрәшеүенән тора.
...Рәхимйәндең тимерҙәй тәненә бер туҡтауһыҙ суҡмарҙар эләгә. Аяҡ-ҡулын шаҡаралар. Ҡулдарына тимер бығау эләктерергә маташалар. Уның менән 5-6 милиционер залда өйөрөлөп йөрөй. Ләкин күкрәге халыҡ моңо менән тулған, беләктәрендә көс-ҡеүәт ташып торған ир-азаматты еңеп булалыр шул. Бер ҡулына саҡ-саҡ бығау эләктерҙеләр, әммә күпме генә тырышһалар ҙа, икенсе ҡулын бөгә алманылар.
– Ярай, мин һеҙҙең менән барам, тик башҡа егеттәргә теймәгеҙ.
Ошо һүҙҙе зарығып көткән милиционерҙар еңел һулап ҡуйҙы.
– Юлға сығыр алдынан бүлмәнән кейемемде генә алып сығайым.
Бүлмәгә инеү менән Рәхимйән йәшен тиҙлегендә тәҙрәгә ташланды. Ҡараңғылыҡта йүгергән ыңғайы тимер бығауҙы ҡайырып алып сисеп ырғытты. Сал тарих биттәренә ирек һөйгән һәм уның өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән сая башҡорт егете тураһында тағы бер бит өҫтәлде.




(Аҙағы. Башы 148-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518