Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Буран Уның ҡасан, ҡайҙан килеп ингәнен бер кем дә күрмәне. Ҡапҡа аҫтынан тауыш-тын­һыҙ шыуышып үтте, үҙенә иғтибар йәлеп итмәҫкә тырышып, аяҡ аҫтында буталмай, төптәге мө­йөш­кә йомғаҡтай йомарланып, һырынып ҡына ятты ла ихаталағы күренеште күҙәтергә кереште. Кемдер әҙерлек менән мәшғүл – уны-быны тотоп, алға-артҡа йүге­решә, икенселәр, төркөмдәргә бүленеп, шым ғына үҙ-ара әңгә­мәләшә, өсөнсөләр – баштарына күҫәк менән тондорғандармы ни – таш һындай ҡатып ҡалған. Әйтер­һең, улар ни булғанын, ни бар­ғанын аңламай, күңелдәре әлеге яңылыҡты ҡабул итә алмай. Итергә теләмәй... Танауын мыш-мыш тартып алғандар ҙа юҡ түгел...
Эңер. Тау баштарындағы күк тоҡанып, алһыу-ҡыҙылға мансылып, ялҡынға күмелгәндәй янып-балҡып ҡалды. Шомло ла, хозур ҙа мәл. Әле генә нурлы, яҡты ине, бер нисә минуттан күҙ бәйләнә башлар. Бөгөн дә күлдәген ҡара­һына алмаштыра. Тауыштар һүл­пәнәйгәндән-һүлпәнәйә. Бер ниәт­һеҙ, күренмәгән маҡсатын ҡыуып арыған ел, ниндәйҙер уйынсыҡ табып алғандай, аҙым­дарын аҡрынайтты. Бар тереклек, тәбиғәт, донъя, хатта ваҡыт үҙе лә ҡояштан күреп, гүйә, йоҡларға әҙерләнә. Тик бөтәһе лә түгел барыбер...
Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Ғәҙәттә, туйҙарҙа шулай була. Тәүгеһе – ғүмер туйы: өйгә бала инһә, уны күрергә тип ашҡынып, туған-тыумаса, дуҫ-иш, таныш-белеш ишек шаҡый. Икенсеһе – мөхәббәт туйы: йәштәрҙең ғаилә ҡороуын шаһит ҡылырға, ҡыуа­ныс-бәхетен уртаҡлашырға, те­ләк-кәңәш, вәғәз әйтергә киләләр. Өсөнсөһөнә генә ауырлыҡ менән тупһанан уҙалар. Килгәндәр күп­тән күрешмәгән булһа ла, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп, бер-береһенең хәл-әхүәлен һораш­май, дөйөм төшөнсәләр – донъя, тормош, тәҡдир тураһында һүҙ алып бара. Уйсан ҡараштар бер нөктәгә төбәлеп, ҡулдар һәленеп төшкән. Һәр кем атҡарыласаҡ йола сәбәпсеһенең ғүмер юлын күҙ алдынан үткәрә һәм үҙенсә һығымта яһарға тырыша...
Алғы тәпәйҙәрен һуҙып, башын һалды ла күҙкәйҙәрен йомдо. Аҙ ғына сыйылдаңҡырап та ҡуйҙы шикелле. Ваҡыттың кирегә тәгә­рәүен, исмаһам, бер мәлгә туҡтап ҡалыуын бар йөрәктән шул тиклем теләп, эстән һыҙҙы, янды. Шул саҡ уны бәләкәс ҡулдар күтәреп алды ла йомшаҡ күкрәккә ныҡ иттереп ҡыҫты. Шундай эске көсөргәнеш һәм сабырһыҙлыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта тәртипле тыйнаҡлыҡ менән, әйтерһең, күптән таныш иң ҡәҙерле, йылы, яғымлы ҡулдар, гүйә, был ҡосаҡ – иң ғәзизе. Арттан уның үҙен дә кемдер ҡосағына йомдо.
– Әлфирә, ҡыҙым... – Үҙе ни тип өндәшергә белмәгәндәй, туҡ­талып ҡалды. Бар кәүҙәһе менән ҡалтырана. Шулай күпмелер ва­ҡыт шым торҙолар.
– Әсәй... – Ҡыҙ боролдо.
– Абау! – Әлфирәнең ҡулын­дағы йөнтәҫ йомғаҡты шәйләп, Хәлиҙә тайшанып ҡуйҙы. – Ҡай­ҙан алдың?
– Ошонда ята ине. Берәйһенә эйәреп килгәндер, күрәһең.
– Ярай, – тиеү менән сикләнде әсә кеше, йәнәһе, рөхсәт бирә. Иҫенә төшкәндәй, өҫтәп ҡуйҙы, – тегендә, ҡапҡа алдында, иптәш ҡыҙҙарың килгән. Барып иҫәнләш.
– Бер кемде лә күргем килмәй. – Әлфирә ҡарашын иҙәнгә төбәне. Көсөктөң танау осона әсе ҡайнар тамсылар тамды. Аңлағандай, йы­уа­тырға теләп, тегеһе уның битенән яларға кереште. Ҡы­ҙыҡай ҡарышманы, йөҙөн ситкә борманы.
– Улай ярамай, Әлфирә. Тәр­биәһеҙлек һанала. – Әсәһе тауышын күтәрмәй генә өгөтләне. – Килгәндәр икән, тимәк, әлеге мәл­дә эргәңдә, үҙеңә таяныс булырға теләйҙәр. Ошондай минуттарҙа кә­рәк бит ул дуҫтар. Бар яндарына.
– Хәҙер...
Бер килке алдынан төшөрмәй, ниндәйҙер көй көйләп, этте ар­ҡаһы-муйынынан һыйпап тора бирҙе ҡыҙ. Тәрән һулыш алып, ҡо­сағынан ысҡындырҙы ла атлап китте. Көсөк уның артынан эйәрҙе.
...Хәлиҙә менән Зәбир хәтһеҙ йылдар бергә ғүмер итте. Өс тиҫ­тәнән ашыу иркә йәйҙәрҙе ҡырыҫ ҡыштар алмаштырҙы, нәзәкәтле яҙҙар артынан һис көттөрмәй бер-бер артлы һағышлы көҙҙәр килде. Ошо осор эсендә ниҙәр кисерҙе улар, ниҙәргә өлгәште? Ниндәй яңылыҡтар өҫтәнеләр Ер тормошона? Әйләнеп, байҡап сыҡһаң, артыҡ нәмә ҡыйратмаған да һымаҡтар... Дөрөҫ, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Ғүмер хаҡы бәхет менән үлсәнә. Балаларға ҡарап баһалана ата-әсәнең тормошо. Иң өлкәндәре – улдары Ирек кенә бик иртә китеп барҙы шул... Башҡа йөрәк киҫәккәйҙәре ҡәнәғәтме йәшәүҙәренән? Балаға ғүмер бүләк итәһең дә ул, һуңғы һулышынаса үҙен бәхет менән тәьмин итеп булмай, үкенескә ҡаршы.
Зирәк бала булып үҫте ул. Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Хәйер, дыуамаллығы булды аҙыраҡ. Йәше еткәс тә өйгә килен алып ҡайтты. Гөрләтеп туй үткәреп, һалынып бөткән яңы йортта йәшәй башланы йәштәр. Ирек тимер юлда дрезинасы булып һәүетемсә генә эшләп йөрөнө. Ул сағында Хәлиҙәләр ауылға күсмәгәйне, Уҫаҡлы станцияһында тора ине. Бына-бына олатай-өләсәй булабыҙ тип өмөтләнеп көтөп йөрөүҙәренә бер йыл үтте. Икенсеһе... Тора-бара ҡунаҡҡа ҡайтыуҙары ла һирәгәйҙе. Ниҙер һиҙенеп, Хәлиҙә бер көн улы эштә саҡта килен йортона килде. Тик инәйем тиһә, ишек бикле булып сыҡты. Эстән. Байтаҡ ҡына туҡылдатып торҙо әле. Яуап биреүсе булманы. Ҡәйнә кеше кәртә эсенә күҙ йүгертеп алды. Йәйге эҫе ҡояшҡа тауыҡтар келәт алдында ята, ҡайһылары ҡытҡылдай-йырлай тибенеп йөрөй, себештәренә аҙыҡ табырға өйрәтә. Сынйырҙағы Көтмөр телен һәлендереп, хәлһеҙ генә уға ҡарап тора. Йәнәһе, миңә берәй нәмә күстәнәскә алып килмәнеңме, сеүәтәмә тәмлекәс һалмаҫһыңмы? Йорт буйындағы сәскәләрҙә күбәләктәр күңелле генә ҡуна-оса уйнай. Бөтә ерҙә ипле, тыныс, һил. Ләкин ниңә һуң килен ишек асмай? Әллә... әллә... Берәй йәшерен әтнәкәһе бармы?! Хәлиҙә яман уйҙарын ситкә ҡыуа һалды. Ни өсөн ошондай бил­дәһеҙ­лектәрҙә шомло, ҡара уйҙар оялай икән күңел түренә? Ахырҙа ул тәҙрәне сиртте. Эстә хәрәкәт һиҙелде.
– Килен, ас! Килеүен-килгәс, тупһанан боролоп ҡайтып китмәҫ­мен бит. Барыбер өйгә инмәйенсә ҡайтмайым.
Келә асылды. Хәлиҙә солан ише­ген тартты. Бер кем юҡ. Һорауҙарға сорналып, өйгә уҙҙы.
– Һаумыһығыҙ!
Аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөгән Гөлүзә боролоп ҡарама­йынса ғына һаулыҡ алды.
– Ниңә оҙаҡ асманың, килен? – Хәлиҙә, саҡырмаһалар ҙа, яҡындағы ултырғысҡа ҡунаҡланы. Яуап ишетелмәгәс, һүҙҙе ғәҙәт­тәгесә башлап ебәрергә булды. – Шунан, нисек йәшәп ятаһығыҙ? Һеҙҙән байтаҡ ҡына ваҡыт өн-хәбәр булмағас, үҙем килергә баҙнат иттем. Алыҫ ара ла түгел. Бер аҙ ултырып ҡайтырмын тигәйнем.
– Әйҙәгеҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ. – Гөлүзә, бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтармай, сәй яһалған сынаяҡты шылдырҙы.
Бер ни аңламаған ҡәйнә, күн­дәм балалай, күрһәтелгән урынға күсте. Килене һаман тәҙрәнән күҙен алмай.
– Ниңә ауыҙыңа һыу уртла­ғандай ҡыланып, бер һүҙ өндәш­мәйһең, килен? Ғәйепле кешеләй, күҙеңде йәшерәһең минән?
“Ғәйепле” тигән һүҙҙе ишеткәс, Гөлүзә ҡырт боролоп уға ҡараны. Йә Илаһым! Ике күҙе шешенеүҙән йомолған тиһәң дә була! Күм-күк яңаҡтарҙан субырлап йәш аға...
– Кем?! – тиеп кенә һорай алды ҡаушауҙан кәүҙәһе ҡоршалып ҡалған, тауышы ҡалтыранған Хә­лиҙә.
– Яуабы билдәле һорауҙы бир­мәгеҙ инде, ҡәйнәм. – Гөлүзә ҡарашын кире алды.
– Ни өсөн? – Һаман үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған Хәлиҙә ырғып торҙо. Өҫтәлде төртөп ебәреүенән алдындағы сәйе түгелеп, итәктәрен сылатты. Әммә ул балтырының бешеүен һиҙмәне лә, буғай.
Гөлүзәнең хис-тойғолары боҙ булып ҡатҡан, ахыры — ҡым­шанмай ҙа ултыра бирҙе.
– Һәр кемгә үҙ балаһы, беләм, ғәзиз. Ни тип кенә һөйләһәм дә, һеҙ улығыҙға ғәйеп тағыуымды, ләғнәт уҡыуымды ҡабул итмәҫһегеҙ. Ми­нең яҡтан яла яғыу булыр бары. Һуңғы арала бер-беребеҙҙе бөтөн­ләй аңламай башланыҡ. Хәйер, бер-беребеҙҙән тамам һыуынып, төңөлөп бөттөк тә, буғай. Наҙлашыу түгел, йүнләп һөйләшмәйбеҙ ҙә хатта.

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көсөңдө һынап ҡара

Көсөңдө һынап ҡара 25.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Социаль селтәрҙәрҙә “Салауат әйтеше” республика конкурсы башланды....

Тотош уҡырға 1 065

Гөлшат Ғәбитова – еңеүсе!

Гөлшат Ғәбитова – еңеүсе! 22.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019”, шул иҫәптән, “Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте...

Тотош уҡырға 1 315

Бер япраҡ саҡлы ғына...

Бер япраҡ саҡлы ғына... 22.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Тверь ҡалаһындағы Андрей Дементьев исемендәге поэзия йортонда Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған...

Тотош уҡырға 1 220

Бокс менән шөғөлләнгән һылыуҡай

Бокс менән шөғөлләнгән һылыуҡай 20.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Бөгөн Мәскәүҙә илдең төп матурлыҡ конкурсы “Мисс Рәсәй-2019” башлана....

Тотош уҡырға 1 005

“Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!”

“Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!” 18.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы ошондай исем аҫтында “Шоңҡар” журналында эшләгән...

Тотош уҡырға 1 320

Һылыуҙарҙан-һылыу кем булыр?

Һылыуҙарҙан-һылыу кем булыр? 14.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

25 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Һылыуҡай – 2019” республика...

Тотош уҡырға 1 104

Күп “лайыҡ” йыйһаң, смартфон алырһың

Күп “лайыҡ” йыйһаң, смартфон алырһың 07.03.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

8 Март байрамы алдынан Балаларҙың ышаныс телефоны сайтында (8-800-2000-122) “Мин әсәйем тураһында...

Тотош уҡырға 1 033

Шаярһалар ҙа... уйлан!

Шаярһалар ҙа... уйлан! 26.02.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Мәләүездең ҡала мәҙәниәт һарайында мәктәп уҡыусылары араһында “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” (КВН)...

Тотош уҡырға 1 102

Бер һылыуға – бер батыр

Бер һылыуға – бер батыр 20.02.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Көйөргәҙе районынының Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда “Һылыуҡай-2019” һәм “Көйөргәҙе батыры-2019”...

Тотош уҡырға 1 004

Белореттар шулай ял итә

Белореттар шулай ял итә 11.02.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында инде традицияға әйләнгән ҡышҡы ат сабыштары уҙҙы....

Тотош уҡырға 1 158

Колымалағы яҙ ныҡ тәьҫир иткән

Колымалағы яҙ ныҡ тәьҫир иткән 24.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Росреестр” тарафынан ойошторолған “Минең ерем, минең Рәсәй” фотоһүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды....

Тотош уҡырға 1 339

Кемдең роботы көслөрәк?

Кемдең роботы көслөрәк? 24.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостанда 2 февралдә “РобоПром-2019” асыҡ робот техникаһы фестивале башлана....

Тотош уҡырға 1 267