Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҺИНҺЕҘ ЙӘШӘЙ АЛМАЙЫМ...
Хикәйә
Бына инде нисәнсе көн Рәмил Ғазин, һуңғы биш-алты йылда ғына үҙенең хикәйә, повестары менән ҙур танылыу яулаған һәләтле яҙыусы, компьютерын ҡабыҙа ла мониторға текәлә. Унда яҙылып бөтмәгән повесты дауам итергә маташып ҡарай ҙа – бушҡа ғына... Етеҙ бармаҡтары клавишалар өҫтөнән шәп кенә йүгереп китеп бер-ике һүҙ йә һөйләм яҙа ла барыһын да юйып ташлай. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, ваҡыт та һуң булып китә, төн дә етә. Ә иртәгә — эшкә...
Рәмилдең әлеге яҙылып бөтмәгән әҫәре — “Һинһеҙ йәшәй алмайым мин!” повесының дауамы, икенсе өлөшө. Китап уҡыусылар күптән инде әҫәрҙең дауамы менән ҡыҙыҡһынып, хаттар яҙа, телефондан шылтырата, Интернет аша белешә. Рәмил Ғазин повесты халыҡ шундай үҙ итеп яратыр, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыр тип һис тә көтмәгәйне. Ә әҫәр бынан ярты йыл элек яҙыла башлап, туҡталып ҡалды.
Ярты йыл элек... Ҡатыны Нәғимәнең дә гүр эйәһе булғанына ярты йыл инде. Төҙәлмәй торған ҡаты сир менән ауырыны. Һуңғы көндәрендә түшәктән дә тора алманы.
Үҙенсәлекле стилдә яҙылған әҫәр­ҙәр­ҙе бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яратып уҡыны. Ир кешенең бик оҫта итеп гүзәл зат образын тыуҙырыуы, холоҡ-фиғелен аңлауы уҡыусыларҙы ғына түгел, хатта тәнҡит­селәрҙе лә хайран ҡалдырҙы. Яҙыша баш­лағас та тәүге хикәйәләре менән үк уңыш­тарға иреште прозаик. Төрлө гәзит-журнал уҙғарған конкурс­тарҙа еңеүгә өлгәште, лауреат исемдәре яуланы. Уҡыусы яҙғанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Тик төрлө ижад кисәләренә, уҡыу­сылар менән осрашыуҙарға йөрөргә яратманы Рәмил. Быны ҡатынының ауырыуы менән аңлатты. Дөрөҫө лә шулай ине. Ул Нәғимәне ҡарауһыҙ оҙаҡҡа ҡалдыра алманы, ә өйҙә башҡа кеше юҡ. Балалары булманы. Туғандары йыраҡ районда йәшәй, Өфөгә һирәк кенә килә. Ул саҡта ла яҙыусының өйөн урап үттеләр. Нәғимә ауырыуға һабышҡас, Рәмилдәрҙең ишеге эстән бөтөнләйгә бикләнде һәм бер кемгә лә асылманы.
Прозаиктың тормошо ла ике өлөшкә бүленде: береһе – бикле ишектән тышта, үҙе эшләгән гәзиттә, икенсеһе – ошо өй эсендә.
Редакцияла Рәмил журналистика ме­нән генә булды. Етәксеһе лә, бер бүлмәлә ултырған хеҙмәттәштәре лә уның ижад менән булышҡанын бер ваҡытта ла күрмәне. Эшен бирелеп һәм белеп баш­ҡарҙы. Ҡатыны ауырығанға тиклем коман­дировкаларға ла күп йөрөнө. Гә­зиттең һәр бер һанында тиерлек уның көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре баҫылып торҙо. Эшенә бик етди ҡараған, бар көсөн журналистикаға йүнәлткән Рәмилдең уҡымлы сәсмә әҫәрҙәр ижад итеүенә аптырарлыҡ та, һоҡланырлыҡ та ине.
Ҡатыны үлеп ҡалғас, Рәмил өсөн донъя туҡтап ҡалғандай булды. Эше лә барманы, ижады ла. Үҙе күҙгә күренеп ябыҡты. Элек ыҫпай кейенеп йөрөһә, хәҙер өҫ-башына иғтибар ҙа итмәне. Сәсе ялпылданы, битен һаҡал-мыйыҡ баҫты. Хатта еткән тырнаҡтарынан да уңай­һыҙланманы. Бергә эшләгәндәрҙең унан сирҡанып, ситләшә башлауын тойманы ла. Уға был тормошта бөтәһе лә барыбер, күңел күҙенә аҡ төшкәйне...
Эшкә йоҡоһо туймай, күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп килһә лә, Рәмил эсә башлаған тигәнде аңлатмай ине был. Электән ауыҙына бер тамсы ла араҡы алмаған ир эскегә һалышманы. Шул яғынан ныҡ булды.
Бер көн уны мөхәррир саҡыртып алды. Ирҙең ҡиәфәтенән барыһы ла аңла­шы­лып торһа ла, әҙәп өсөн донъя хәлдәрен һораштырған булды. Ижады менән ҡы­ҙыҡ­һынды. Шунан ипләп кенә:
— Рәмил ағай! Ҡайғыңды барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ. Ул тиклем бөтөрөнмәҫ инең... Ярамаҫ улай. Эшең дә ырамай тигәндәй... Әйҙә, үҙеңде берәй шифаханағамы, курортҡамы ял итергә ебәрәйек. Ҡайғыңдан әҙерәк арынырһың, яңы көс тупларһың. Ижадың да алға китер, ә? — тине.
— Яҙышыу?.. Белмәйем, ҡустым. Ка­нар утрауҙарына ял итергә ебәрһәгеҙ ҙә булмаҫ инде ул... — тип Рәмил, тәҡ­димдән ҡырҡа баш тартып, сәйер генә йылмайып мөхәррирҙән сыҡты.
Башын баҫып эшкә йөрөнө. Етәксенең “эшең дә ырамай...” тигән һүҙҙәренә лә иғтибар итмәне шикелле, тейешле сәғә­тен арлы-бирле, өҫтәлендәге тауҙай ҡағыҙҙарҙы аҡтарғылап, нимәлер яҙғыла­ған булып уҙғара ла ҡайтып китә. Ком­пью­терҙа йыйыла башлаған әҫәрҙең һуңғы битен аса ла мониторға текәлә. Ҡайһы берҙә ҡабаланып, һүҙҙәр теҙмәһен шәп-шәп кенә йыя башлай. Ниҙер килеп сыҡ­ҡан да кеүек була. Тик тағы ла бар яҙғандарын юйып ташлай.
Бер көн Рәмил Ғазин бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Хеҙмәттәштәре аптырашта ҡал­ды: нисәмә йыл эсендә, ҡайғылы көндә­рендә лә эшен бер сәбәпһеҙ, алдан иҫ­кәрт­мәйенсә ҡалдырғаны булманы. Бүлек мөдире уға шылтыратып ҡараны, Рәмил трубканы алманы. Икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатланғас, етәксе, ирҙең бер нисә иптәшен алып, өйөнә китте.
Ишек ҡыңғырауына эстән яуап биреүсе булманы. Күршеләр ҙә аныҡ ҡына бер ни әйтә алманы. Ахырҙа, участка инспекторын саҡыртып, ишекте емерергә хәл иттеләр...
Фатирҙан ауыр еҫ килә ине. Кемдер балкон ишеген асты, икенсеһе ваннаны. Йыуыныу бүлмәһендә салбар ҡайышына аҫылынған Рәмилде күреп, барыһы ла “ах” итте. Уның ҡатҡан кәүҙәһен иҙәнгә һалғас, инспектор үҙенең ниндәйҙер ҡағыҙҙарын тултыра башланы. Табип саҡырттылар...
Кәштәләрҙәге, өҫтәлдәге бик күп ҡағыҙҙың, дәфтәрҙәрҙең күплегенә кил­гән­дәрҙең иҫ-аҡылы китте. Барыһы ла сыймаҡланған, яҙып тултырылған ҡулъ­яҙ­малар.
Рәмил үлер алдынан хат-фәлән яҙып ҡалдырмағанмы тип, ҡарамаған, эҙлә­мә­гән ер ҡалманы – бушҡа ғына.
— Бер нәмә лә аңламайым, дөрө­ҫөрәге, аңларға ҡурҡам, — тине бер дәфтәрҙе асып уҡып торған бүлек мө­дире. – Былар бит Рәмилдең ҡулы менән яҙылмаған, ҡарағыҙ!
— Эйе, башҡа кеше почергы. Уның яҙыуын таныйым, – тине икенсе хеҙмәт­тәше, сираттағы дәфтәрҙе ҡулына алып.
Компьютерҙы ла ҡабыҙып ҡарарға бул­дылар. Мониторҙа эре хәрефтәр ме­нән түбәндәге һүҙҙәр яҙылғайны: “Нәғимә! Уҡыусылар әҫәрҙең дауамын көтә – һин юҡ, нишләргә лә белмәйем... Кисер мине! Һинһеҙ йәшәй алмайым...”
— Хәҙер инде барыһы ла аңлашыла! Нәғимә, ауырыуына ҡарамаҫтан, ире өсөн ижад иткән, үҙенең йөрәк хистәре менән унан күренекле яҙыусы яһаған! Ниндәй көслө кеше булған ул, бөйөк кеше тиһәм дә, хата булмаҫ. Ә был... – Бүлек мөдире иҙәндә ятҡан Рәмилгә ҡараны, — әҙерҙе күсерергә генә эшкингән...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 629

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 423

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 500

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512