Өмөтбайҙың киләсәге өмөтлө15.02.2019

Бәләкәй ауылдың маҡсаттары ҙурҙан.

Бөгөн барыһының да матур, лайыҡлы тормошта йәшәргә тырышыуы береһендә лә ғәжәпләнеү тыуҙырмай. Был йәһәттән ҡаланыҡылар ғына түгел, хатта төпкөл ауылда йәшәгәндәр ҙә үҙ мөмкинлеге­нән сығып әүҙемлек күрһәтә, заман менән бергә атлап, бар уңайлыҡтары булған өлгөгә ынтыла.

Йәштәр ҡайта ауылға

Тырыштарға, алдағы көнөн уйлағандарға һәм балаларының, йәш быуындың киләсәген ҡай­ғырт­ҡандарға маҡсатын тормошҡа ашырырға дәүләт программалары ла ярҙамға килә. Бындай сара­ларҙан ваҡытында һәм дөрөҫ файҙалана белгәндәр иһә әллә күпме хыял-ниәтен уңышлы тормошҡа ашыра ала.

Ҡасан ғына әле Егәҙе хаки­миәтенә ҡараған Өмөтбай ҙа юҡҡа сығып барған ауылдар исемле­гендә ине. Ауылда эш, мәктәп, барыһын да бер ергә туплап торған мәҙәниәт йорто булмаған­лыҡтан, үҙ бәхетен ситтә табырға теләгәндәр күбәйә. Ул һәм ҡыҙҙарын ҡырға оҙатҡан ауыл да шул арҡала яйлап бөтә, һүнә бара.

Бәхеткә күрә, бында ла тыуған төйәгенең киләсәге өсөн битараф булмаған, уны һаҡлап ҡалыу өсөн янған ауылдаштар табыла. Улар­ҙың тырышлығы менән 2008 йылдарҙа ауыл яңынан күтәрелә, тергеҙелә башлай. 2017–2018 йылдар араһында ғына ауылға алты кеше күсеп ҡайта, күптәр ата-әсәһенән ҡалған йорттарын төҙөкләндереү эшенә тотона. Халыҡ араһында сәм, илһөйәрлек тойғоһо уятыу өсөн “Ауылыңды һаҡлауға һин ниндәй өлөш индерҙең?”, “Өмөтбай өмөткә бай”, “Тыуған ауылыңа ярҙам ит”, “Өмөтбайҙың киләсәге бай” тигән һүҙҙәр яҙылған күп лозунгтар эленә.

Мәҙәниәте булмаған ауылдың киләсәге өмөтһөҙ булыуын да яҡшы аңлай өмөтбайҙар, шуға күрә 15 йыл самаһы элек янып юҡҡа сыҡҡан клуб урынына кемдер килеп яңыһын төҙөп бирер тип, булмағанды көтөп ултырмай­ҙар. Ауылдың иң әүҙем лидерҙары башланғысы менән күмәкләшеп иҫке өй һатып алалар һәм уны клуб итеп төҙөкләндерәләр. Бергә­ләшеп шифер һатып алып, өмә яһап, буласаҡ клубтың ҡыйығын яңырталар, мейес сығаралар. Ҡатын-ҡыҙҙар стенаға обой йәбештереп, ҡорғандар тегеп элә. Клубтың эргә-тирәһе лә кәртәләп алына, ихатаһына спорт майҙан­сығы эшләнә. Шулай итеп, күмәк көс, тырышлыҡ менән байрамдар үткәреү, йыйылышып кәңәшлә­шеү, ялға ҡайтҡан йәштәрҙе бергә туплау өсөн уртаҡ йорт булдырыла. Бөгөн бында клуб мөдире лә, яуаплы кеше лә юҡ. Барыһын да ауылдаштар үҙ контролендә тота, шуға ҡарамаҫтан клубта күрше ауылдарҙан килеп концерт та күрһәтәләр. Әлеге ваҡытта ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев Өмөтбай, Баҡый ауылдарына ярты ставкаға булһа ла клуб мөдире штатын булдырыу мәсьәләһе менән яна.

Кәңәшле эш тарҡалмай

2013 йылда Өмөтбайҙа Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуы йыйынын уҙғарыу ҙа ҡайһы бер мөһим пробле­маларҙы хәл итергә ярҙам итә. Был сараға Шишмә, Ишембай, Ғафури, Бөрйән, Белорет райондарынан, Силәбе өлкәһенән бик күп вәкилдәр килә. Шул ваҡытта “түңәрәк өҫтәл” үткәреү һөҙөм­тәһендә ҡабул ителгән ҡарарҙар­ҙың күбеһе хәл ителгән дә инде. Мәҫәлән, ауылда күпер төҙөү, Тары, Егәҙе йылғаларының күпер­ҙәрен яңыртыу, иҫкергән электр үткәргестәрен алмаштырыу, Егәҙе — Өмөтбай юлын ремонтлау саралары уңышлы тормошҡа ашырыла. Әле ауылдаштар 2020 йылда икенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ ошондай уҡ йыйынға пландарын барлай, кәңәшләшеп фекер төйнәй.

Бөгөн Өмөтбайҙағы 22 хужа­лыҡта бөтәһе 36 кеше йәшәй. Улар күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, ҡортсолоҡ менән шөғөл­ләнә. Тик ауылдың төпкөлдә ятыуы арҡаһын­да табыш, килем алыу өсөн үҙең үҫтереп тәрбиәләгәнде һатыуға сы­ға­рыу ауырға төшә. Бында юлһыҙ­лыҡ та ҡамасаулыҡ тыуҙырған етди мәсьәләгә әйлән­гән. Ауыл эсенән үткән бер саҡрым 200 метр юлдың айырыуса 700 метрҙай самаһы бигерәк тә яҙ, көҙ айҙарында үтеп сыҡҡыһыҙға әйләнә. Шул арҡала машиналарҙы ауыл осонда ҡалдырып, ҡалған яғына бөтә әйберҙәреңде елкәңә аҫып, йәйәү тәпәйләргә тура килә. Өмөтбай — Егәҙе юлын Белорет юл ремонт­лау-төҙөү идаралығы таҙартып торһа ла, бында ла проблема бар, сөнки Егәҙе йылғаһы аша һалынған күперҙең ҙур техникаға иҫәпләнмәүе арҡаһында юл таҙартыусылар ауылға алты саҡрымдай етмәйенсә кире боролорға мәжбүр.

Иҫке юл яңы мөмкинлектәр асыр

Өмөтбайҙар үҙ ауылдарын ғына түгел, хатта яҡын-тирәләге башҡа төпкөл ауылдарҙы ла һаҡлап ҡалыуҙың тағы ла бер мөмкинлеге барлығына ышана. Стәрлетамаҡ — Әүжән юлына илткән 25 километр араға асфальт һалыу күп проблема­ларҙы хәл итәсәк, ти улар. Был — элекке завод юлы, уның аша завод продукцияһын Стәрлетамаҡ приста­ненә ташығандар, шуға күрә бары тик капиталь ремонт яһап, иҫкене тергеҙергә генә кәрәк. Ошо ара Ишембай, Ғафури, Бөрйән, Белорет райондарын бәйләп торған төп юл буласаҡ. Бынан күрше Туҡан, Егәҙе, Ботай, Баҡый, Һаралы, Ишле ауылдары халҡы ла файҙа күрәсәк, сөнки үҙең үҫтергән, етештергәнде трассаға сығарып һатыу, күрше райондар менән аралашып йәшәү мөмкинлеге лә тыуасаҡ.

“Оло донъя” менән тоташты­расаҡ 25 саҡрым араға юл һалыу туризмды үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерер тигән өмөт бар. Тура юл булғанда Өфөнән, Пермь крайынан, Силәбе өлкәһенән, Удмурт Республикаһынан, Татарстандан һәм республиканың халыҡ күп йәшәгән башҡа райондарынан килгән туристар һаны тағы ла күбәйер ине. Әле бында ял итергә теләгән кешеләр урау юл аша йөрөй. Улар Егәҙе, Еҙем һәм Тары йылғаларынан һалда аға башлап, Баҡый ауылы аша Ғафури районына сыға. Был осраҡта туристик базаһын, туҡталҡаларын булдыр­ған эшҡыуарҙар Рим Аллаяров менән Рауил Вәливтәрҙең дә эше алға китәсәк. Шулай уҡ һыбай­лылар туризмын үҫтереү ҙә яйға һалынасаҡ, сөнки урында бының өсөн бөтә уңайлыҡтар, мөмкин­лектәр ҙә бар, тәбиғәт тә матур. Әлегә быларҙың барыһы ла етәкселәр күңеленә еткерелеп, ныҡлы уйланған ниәттәр генә булып ҡала. Маҡсат тормошҡа ашһа, иҫке юлдың ысынлап та яңы мөмкинлектәр биреренә шик юҡ. Шуныһын да айырып билдә­ләп үтке килә: өмөтбайҙар кемдер килеп эшләренә өмөтләнеп кенә ултырмай, мәсьәләләрҙе булдыра алғанса үҙҙәре лә хәл итергә тырыша.

Һәр кеҫәнән – 4 мең 500 һум

Яҙғы, көҙгө яуынлы осорҙарҙа ауыл эсендәге юлдың иҙелеп ятыуы ауылдаштарҙың маҙаһына тейгән иң ҙур проблема ине. Быны улар ниндәй генә ысулдар менән хәл итеп маташмай. Өмәләрҙең дә, урамға ҙур машиналарҙы индереүҙе тыйыуҙың да әллә ни файҙаһы теймәй. Мәсьәләне хәл итеү финансҡа барып ҡағылғас, булдыра алғанса аҡса йыйырға ла ризалаша улар. Тик юлды тәртипкә килтереү өсөн миллион һумлап аҡса талап ителгәнлектән, 22 йорттан ғына йыйылған аҡса күл янында тамсылай ғына тойола. Был йәһәттән өмөтбайҙарға “Урындағы башланғыстарға бу­лыш­лыҡ итеү” программаһына ҡушылыу иң ваҡытлы һәм ҡулай алымдарҙың береһе була.

Билдәләнгән көнгә бар ауыл халҡы, клубҡа йыйылып, программала ҡатнашыу шарттары менән танышты һәм тәҡдимдәр индерҙе. Ауылдың хәл итәһе башҡа мәсьәләләре етерлек булһа ла, өмөтбайҙар ҡулға килеп эләккән мөмкинлекте ысҡындырмай, тәү сиратта, юл мәсьәләһен хәл итергә ниәт итте. Шунда уҡ дөйөм ҡарар менән инициативалы төр­көм төҙөлөп, маҡсатты тормош­ҡа ашырыу өсөн һәр йорттан 4 мең 500 һум аҡса йыйырға килешелде. Проекттан аҡса артып ҡалған осраҡта, ул ауыл зыяратын төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ. Проект хаҡы 952 мең һум самаһы. Шуның 660 меңен — республика, 99 мең һумын муниципаль бюджет бүләсәк, ҡалғанын халыҡ үҙе һәм бағыусылар йыясаҡ.

Бәләкәй генә ауылдың ҙур маҡсаттар менән йәшәүе һәм уны һәр ваҡытта ла тиерлек уңышлы тормошҡа ашырыуы күптәргә өлгө булып тора. Арабыҙҙа нәҡ шундай дәртлеләр, сәмлеләр булғанда милләтебеҙҙең генә түгел, төпкөл ауылдарыбыҙҙың да киләсәге ышаныслы.


Вернуться назад