Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Татырүҙәктә ниндәй хеҙмәт күрһәтеләсәк?
Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һуңғы ваҡытта, билдәле булыуынса, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Шулай уҡ башҡа яңы ҡағиҙәләр бар. Уларға яраҡлашыу, мәсьәләне хәл итеү юлын һәр эшҡыуар үҙенсә табырға тырыша.

Мәҫәлән, Хәйбулла фермеры Урал Закиров районда тәүгеләрҙән булып мал һуйыу цехы төҙөгән. Татырүҙәктә урынлашҡан ул.

Урал Закиров – малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса үҙ эшен асҡан тәжрибәле йүнселдәрҙең береһе. Әле уның хужалығында 128 баш һыйыр малы, 233 баш һарыҡ-кәзә иҫәпләнә. Һуйыу өсөн ҡайҙалыр ситкә йөрөү, әлбиттә, күп сығым талап итә.

– Әле бина тулыһынса әҙер. Бында, малды һуйыу урынынан тыш, итте һыуытыу һәм туңдырыу бүлмәләре бар. Барыһын да талаптарға ярашлы башҡарҙыҡ. Тап ошонда малдың сәләмәтлеге, итенең ашарға яраҡлы булыу-булмауы тикшерелә, ветеринар тарафынан справка бирелә, – ти фермер.

Әйткәндәй, күптәр был цехтың хеҙмәтен файҙаланыу теләген әле үк белдергән. Улар араһында район халҡы ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ҙә бар. Тимәк, ихтыяж ҙур.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.
Фото: Автор фотолары.
Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 501

Илдар ирландтарҙы нимәгә өйрәтер?

Илдар ирландтарҙы нимәгә өйрәтер? 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев Ирландияға юлға сыҡты....

Тотош уҡырға 123

Ҡыш бауыры  оҙон түгел

Ҡыш бауыры оҙон түгел 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Арбаңды — ҡыш, санаңды йәй әҙерлә....

Тотош уҡырға 271

Ауылды улар йәшәтә

Ауылды улар йәшәтә 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Грант аҡсаһына — һөтсөлөк фермаһы....

Тотош уҡырға 318

Хәҙер Ахунға барырға мөмкин

Хәҙер Ахунға барырға мөмкин 23.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районында быға тиклем махсус мал һуйыу урындары икәү генә ине – ҡалала һәм Озерный...

Тотош уҡырға 144

Һөт сертификация үтәсәк

Һөт сертификация үтәсәк 22.03.2019 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майҙа әҙер һөт продукцияһын “Меркурий”...

Тотош уҡырға 157

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Шишмә районында ауыл хужалығы йүнәлешендәге индустрия паркы барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 130

“Ленин”дарға эйәрергә була

“Ленин”дарға эйәрергә була 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығында мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған....

Тотош уҡырға 179

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе,...

Тотош уҡырға 174

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Хәйбулла районы Өфө ауылынан Марат Булатов – районда малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгән...

Тотош уҡырға 226

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

1 ғинуарҙан ауыл ерендә малсылыҡта, үҫемлекселектә, балыҡсылыҡта 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға...

Тотош уҡырға 313

Ҡолоштан мал алмай тор...

Ҡолоштан мал алмай тор... 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районының Ураҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолош ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән....

Тотош уҡырға 206