Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фермер булып тыуырға кәрәк
Мәләүез районы Ҡотош ауылынан Илдус Шәрипов оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге колхозда агроном, баш агроном булып эшләй. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, күптәр эшҡыуарлыҡҡа тотонғас, уңған егет тыуған ауылында крәҫтиән хужалығы ойошторорға йөрьәт итә. Уға ул ваҡытта ни бары 28 йәш кенә була.

Колхозда ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплаған егеткә был эшкә тотоноп китеүе ауыр булмай. Етмәһә, ер эшкәртергә бер нисә берәмек техникаһы ла була. Ауылдаштарының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, уҙаман 1992 йылда 20 гектарҙа сөгөлдөр, 24 гектарында иген сәсә. Әлбиттә, фермер тәүҙә борсола, башлаған эшенең һөҙөмтәһе булырына икеләнә. Әммә көҙ баҫыуҙан мул уңыш алғас, Илдус Маркс улы ныҡлап үҫемлекселек менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Туғандары, дуҫтары уның был ҡарарын ҡеүәтләп кенә ҡуя. Уңған, эшкә бөтмөр егет эшмәкәрлеген артабан дауам итеү өсөн кредитҡа ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға өлгәшә.

Бөгөн Илдус Шәрипов — аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе, бына 30 йылға яҡын ул крәҫтиән хужалығына етәкселек итә. Уны районда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Хатта тәжрибә уртаҡлашырға киләләр.

Хужалыҡтың әле 1800 гектар ере бар. Иген культуралары бер мең гектарҙы биләһә, ҡалған майҙандарға шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, күп йыллыҡ үләндәр сәсәләр. Фермер йәшелсә үҫтереп тә хужалыҡ ҡаҙнаһына аҡса килтерә.

Йәмғиәт техника паркын яңыртыуға сығымдарҙы йәлләмәй, йыл һайын 15-20 миллион һумлыҡ техника, төрлө ауыл хужалығы ҡоролмалары һатып ала. Шуныһы мөһим: фермер бөгөн банктан бер ниндәй кредит алмай, үҙ аҡсаһына ғына эшмәкәрлеген алып бара. Әйткәндәй, үҫтерелгән продукцияны һаҡлау өсөн ике яңы келәт, йәшелсә һаҡлағыс, оҫтахана төҙөгәндәр.

Бөгөн хужалыҡта 300 баш һыйыр малы аҫрала, уны, нигеҙҙә, ит өсөн һимертәләр. Сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукцияны һәр ерҙә яратып һатып алалар, күрше райондарға, Мәләүез ҡалаһы баҙарҙарына сығарып, аҡсаға әйләндерәләр.

– Кемделер айырып маҡтағы килмәй, һәр береһенең хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ, – ти Илдус Шәрипов. – Уларҙың тырышлығы менән юғары күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ инде.

Бында бөгөн 13 кеше эш урыны тапҡан, нигеҙҙә, туғандары һәм дуҫтары эшләй. Хужалыҡта ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә етерлек, киләсәктә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булмаясаҡ. Уңайлы шарттар булдырылғас, һәр кем эшкә ҙур теләк менән йөрөй. Хеҙмәт хаҡы, мәҫәлән, бөгөн 28 мең һум тәшкил итә. Ауыл эшсәндәренә ял итеү мөмкинлеге лә бар, күптәр республиканың “Янғантау”, “Красноусол” шифаханаларында һаулығын нығыта.

– Етәксенән уңдыҡ, үҙе лә ер тип йәбешеп ята, өҫтәүенә мал йәнле лә. Күп кенә етәкселәр баҫыуға, фермаларға килеп урамай, ә хужабыҙ һәр саҡ беҙҙең янда. Үҙе тракторға ултырып ер һөрөргә лә, сәскесте йүнәтергә лә ваҡыт таба. Мал тәрбиәләргә лә өлгөрә, – ти хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 495