Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теҙген – ныҡлы ҡулдарҙа
Мәләүез районы — сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәлешендәге район. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтары “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ҡом, балсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтары Мәләүез, Салауат ҡалаларының төҙөлөш материалдары предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмалары тарафынан файҙаланыла.

Воскресенкала үҙағас әҙерләнә һәм эшкәртелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 173,8 мең гектар майҙанды биләй, шул иҫәптән 116,0 меңе — һөрөнтө ерҙәр, 14,5 меңе — бесәнлектәр, 43,1 меңе — көтөүлектәр. Иген культураларынан тыш, күпләп шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм картуф үҫтерелә. Малсылыҡ тармағы иһә һөт-ит йүнәлешендә мал үрсетеүҙән, сусҡасылыҡтан, һарыҡсылыҡтан тора. Районда мал һимертеү буйынса хужалыҡ-ара комплекс, “Ужа” емеш-еләк совхозы, инкубатор ҡошсолоҡ станцияһы, элеватор эшләй.

Йәш белгестәр иғтибар һәм яҡлау тойоп тырышып эшләй.

Төбәктә алдынғыларҙан һаналған “Ашҡа­ҙар” хужалығында бөгөн ҡыҙыу осор, бында мал ҡышлатыу ойошҡан һәм дәррәү бара. Ауыл эшсәндәре лә яуаплы кампанияны лайыҡлы үткәреп ебәреү өсөн бар тырышлығын һала.

— Ауыл халҡының тырыш­лығы, уңғанлығы һоҡландыра, көн-төн тип тормай, иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр улар фер­маларҙа, баҫыуҙарҙа тырыша, — ти хужалыҡ рәйесе, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Тимерхан улы Хәлитов. — Тик уларҙың өлгөлө хеҙмәте арҡа­һында яңы ҡаҙаныштар яулай­быҙ, күрһәткестәребеҙ юғары.

Малсыларҙың кәйефе күтә­ренке, эшкә уларҙың дәрт-дарманы ташып тора. “500 ферма” республика маҡсатлы програм­маһына ингән һөтсөлөк фермалары заманса йыһазлан­ды­рылып, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған, һәр ерҙә яңы ҡоролмалар көйләнгән. Малсылар өсөн йылы һәм уңайлы ял, аш бүлмәһе бар. Бында яңы һөтсөлөк фермалары ла төҙөлә, быҙауҙар, таналар өсөн айырым ҡуралар сафҡа ингән.

Хужалыҡтың малы ла ишле, бөгөн ҡара-сыбар тоҡомло өс меңдән ашыу баш һыйыр малы аҫрала, шуның бер меңдән ашыуы – һауын һыйыры. Көтөүҙе тоҡомло мал менән яңыртыу эше һәйбәт ҡуйылған, уны йыл һайын мул һөт биргән таналар менән тулыландыралар. Йәм­ғиәт килешеү нигеҙендә малды Свердловск өлкәһенән, Германиянан һатып ала. Әйткәндәй, яһалма ҡасырыу эше лә һәйбәт ойошторолған. Бәләбәй һөт комбинаты менән оҙаҡ йылдар бәйләнештә булғас, 20 тонна сифатлы продукция фәҡәт уларға оҙатыла.

Предприятиела бөтәһе 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр. Уларҙы эшкә илтеү-алып ҡайтыуҙы хужалыҡ үҙ өҫтөнә алған. Күп кенә урындарҙа йәштәргә, юғары һәм урта махсус белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелә, ә бында киреһенсә – ололарға алмашҡа йәштәр күпләп килә. Ҡасандыр Себер тарафтарына, ҙур ҡалаларға оҙон аҡса юллап сығып китеүселәр ҙә тыуған яҡтарына кире ҡайта башлаған. Етәкселек уларҙың һәр береһен тиерлек хеҙмәт урындары менән тәьмин итергә тырыша.

Шуныһы ла мөһим — йәмғиәт халыҡты, йәштәрҙе, йәш ғаилә­ләрҙе туған хужалығына эшкә йәлеп итеү маҡсатында күп эш башҡара. Мәҫәлән, хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға ла бесән-һаламы, фуражы бушлай. Етәк­селек, 2017 йылда биш-алты яңы йорт төҙөп, хужалыҡта эш­ләгән йәш ғаиләләргә, белгес­тәргә бүл­мәксе. Бынан тыш, ауыл­дарҙа буш йәки ху­жаһыҙ торған йорттарҙы һатып алып, уны ремонтлап та бирә­ләр. Әлбиттә, йәмғиәт яғынан бындай иғтибар һәм яҡлау булғас, йәштәр ҙә ауылға тартыла.
Техника паркы бай ғына, бында, нигеҙҙә, үҙебеҙҙә етештерел­гәненә өҫтөнлөк бирәләр. Һуңғы дүрт йылда ғына, мәҫәлән, хужа­лыҡ паркы 500 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһына байыған. Йыйылған уңышты һаҡлау өсөн заманса дүрт келәт төҙөп ултыртҡандар, бер нисәү­һенә ремонт та яһағандар. Үҙҙә­ренең ҡеүәтле ашлыҡ киптергес­тәре лә булғас, баҫыуҙарға сифатлы орлоҡ һалынасаҡ.

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге, ауыл эшсәндәренең һәр береһен алдынғы тип маҡтап, “уларға һәр ваҡыт ҡәҙер-хөрмәт менән ҡарайбыҙ, алдынғылар булған­да, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер­гә мөмкин” тигән теләктәрен дә еткерҙе.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491