Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл утын, ер ҡотон һаҡлаусылар

Уңғанлыҡ тәрбиәнән килә.

Ер, мал ҡәҙерен белгән, ниндәй генә төпкөл булһа ла, ауылды һайлаған кешеләр һәр саҡ һоҡландыра. Эш юҡ, ауыл бөтә, балаларға үҫешергә мөмкинлек сикләнгән, тибеҙ. Уныһы ла барҙыр. Әммә йүнсел булһаң, эштән ҡурҡмаһаң, ҡот-ырыҫ та ташламаҫ.

Күгәрсен районының Беренсе Дәүләтҡол ауылында йәшәгән Зөлфиә апай менән Самат ағай Фәхретдиновтар өс балаға матур тәрбиә биргән. Бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда. Ҡыҙҙары Зөлфирә ғаиләһе менән Күгәрсендә тора, улдары Венер Яҡут-Сахала эшләй, Илнур, төпсөк булараҡ, атай менән әсәй эргәһендә, ер эшендә. Улдары уңған Самат ағайҙың. Икеһе лә район үҙәгендә йорт һалған, матур итеп ғаилә ҡорған, үҙ урындарын табып, уңышлы эшләп йөрөй, балалар үҫтерә.

Ә ер эшенә, игенселеккә Самат ағай 90-сы йылдарҙа уҡ тотонған.
– Тәүҙә утыҙ гектар ерҙе эшкәртеүҙән башланым, шунан 55-кә еткерҙем. Малайҙар Се­берҙә ине, мин ауырығас, ҡай­тартып алдыҡ. Хәҙер был эш менән кесе улым Илнур шө­ғөлләнә, ул 800 гектар самаһы ерҙе эшкәртә. Тотонғанына дүрт йыл инде, – ти Самат ағай.
Ер эшкәртеүҙән, иген сәсеүҙән тыш, Фәхретдиновтар малсы­лыҡ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Утыҙлап баш йылҡы, шул сама умарта тоталар.

– Береһен икенсеһе тулыландырып торғанға, бәлки, эшләү еңелерәктер. Ер эшенән йыл әйләнәһенә килем алып булмай. Ул тәүҙә аҡсаны “һура-һура” ла, уңыш алғас ҡына, эше күҙгә күренә. Еңел түгел инде. Йылы йылына тура килмәй, табыштың да ҡайһы саҡ ниндәй булырын белеп булмай, – тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Зөлфиә апай.

– Ергә һалған орлоғоң шытамы-юҡмы – тәбиғәттән дә тора. Ҡоролоҡ та аптыратты тәүҙә, унан – ҡара сиңерткәһе. Аҡса­һыҙлыҡ та бәкәлгә һуғыңҡырап алды ваҡытында. Шулай ҙа тырышһаң, эшләргә була тигән фекерҙәмен. Техника ла етерлек, комбайн да алып ебәрҙек, – ти Илнур ҙа.

Әйткәндәй, уның төп һөнәре ергә бәйле. Атаһы менән ур­манға күп йөрөгән егет бала саҡтан егерь булырға хыял­ланған. Шул ниәте уны Өфө урман хужалығы техникумына алып килгән. Әле ҡырҡ йәшкә лә етмәгән ирҙең ер эшенең тәмен белеүе хайран итә. Был – тәрбиәнән, сөнки Фәхрет­ди­новтар балаларын ер кешеһе итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән, эшкә өйрәткән. “Мәк­тәптән ҡайта ла мал ҡарарға сығып китә торғайны. Бәләкәйҙән өй араһында ярҙам итте, ата­һының эргәһенән китмәне, 16 йә­шенән эшләй башланы”, – тип ғорурлыҡ менән һөйләй әсәһе.
Ерҙәрен ҡуртымға алған пайсыларына ла ярҙам итә йүнсел хужа. Бесән һораһалар – бе­сәнен, иген кәрәкһә игенен бирә, техника талап ителһә – рәхим ит. Бер ҡасан да юҡ тимәй. Шулай уҡ эргәһендәге ярҙам­сыларын да буш итмәй.

– Туғандарһыҙ булмай. Атайымдар, ағайымдар, ауылдаштар ярҙам итә. Бергә-бергә эшләйбеҙ, – ти Илнур.
Ауылда “эш юҡ” тип уфтан­ғандан ғына әҙерҙе килтереп тоттормаҫтар. Йүнсел ҡайҙа ла йүнен табыр. Хатта тәү ҡарашҡа һүнгән кеүек тойолған Дәүләтҡол ауылында ла. Фәхретдиновтар – быға асыҡ миҫал. Киләсәктә улар баҫыу ерҙәрен тағы ла киңәйтеп, мал һанын арттырырға ниәтләй. Тимәк, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары ла булыр, ауыл уты, ер ҡото ташлап китмәҫ был төбәкте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 488