Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Крәҫтиәндең тамырына балта сапмайыҡ

Булмышыбыҙ ергә бәйле.

Ауылдың үҙенә генә хас сетерекле мәсьәләләрен күҙаллар өсөн иң тәү ундағы тормоштоң ысынбарлығын төптән белергә кәрәктер. Шунһыҙ ҡабул ителгән программалар ҙа, башҡа төр ҡарарҙар ҙа аныҡ нигеҙгә ҡоролмаясаҡ, тимәк, күпселеге тормошҡа ашмаясаҡ тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “перспективаһыҙ”лыҡ осоронда ла йөҙәр меңләгән, 90-сы йылдарҙан һуң ғына ла Рәсәйҙә 23 меңдән ашыу ауылдың ер йөҙөнән юҡҡа сығыуы – быға асыҡ миҫал. Бер генә ауылдың бөтөүе лә ошо биләмәгә ингән ерҙәрҙең хужаһыҙ ҡалыуына, ташландыҡҡа әйләнеүенә килтерә. Был инде илде туйҙырған, уның аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һағында торған крәҫтиәндең тамырына балта сабыуға тиң. Нисек кенә үҙебеҙҙе “цивилизациялы ил” тип атап, Көнбайыш күсермәһен индерергә тырышмайыҡ, Рәсәйҙе Рәсәй иткән үҙ юлы бар. Бөгөнгө һөйләшеү – ошо турала. Әңгәмәгә Рәсәй Федерацияһының Юристар ассоциацияһы ағзаһы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла ЯПАРОВТЫ саҡырҙыҡ.

– Ғарифулла Хәбибулла улы, беҙ ауыл хужалығы, ер мәсьәләләренә әленән-әле әйләнеп ҡайтабыҙ. Шунһыҙ мөмкин дә түгел: ер кешеһе – ризыҡ етештереүсе лә, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе лә.
– Дөрөҫ, ауылдың хәлен белер өсөн бөгөнгө тормошона, крәҫтиәндең көнитмешенә, проблемаларына тәрәндән ҡарарға кәрәк. Рәсәй үҙен нисек кенә юғарыраҡ цивилизациялы, ауылдан алыҫ китеп, оборона сәнәғәте комплексында иң юғары технологияларға эйә булған ил тип күрһәтмәһен, ул бар булмышы менән туранан-тура үҙенең крәҫтиән яҙмышына бәйләнгән. Нәҡ уның етеш йәшәүе, әүҙемлеге барлыҡ халыҡтың да туҡ, һау булыуына бәйле. Рәсәйҙең тарихына, рухи-мәҙәни яғына ҡарамайынса, бөгөнгө ауылдың социаль-иҡтисади проблемаларына туҡталайыҡ. Әйткәнемсә, илдең ҡеүәте, халҡының йәшәйеше нәҡ ауылдарҙың хәлен яҡшыртыуға бәйле. Ә был мөмкин булмаған хәл түгел.

Рәсәй – бөтә ресурстар буйынса ла донъяла иң бай ил. Һүҙҙәр буш булмаһын өсөн бер нисә миҫал килтерәйек. Әйтәйек, милли байлыҡ күләмен халыҡ һанына бүлеп ҡараһаҡ, айырым алғанда, Рәсәйҙең һәр кешеһе американдарҙан ике тапҡырға, немецтан – алты, япондан 22 тапҡырға байыраҡ! Норвегия, Швеция һәм Финляндия һымаҡ муллыҡта ғүмер иткән илдәрҙә тик тәбиғи ресурс иҫәбенә йәшәйҙәр. Беҙҙә тәбиғәт ресурстары шундай хәлдә тора, уны иҫәпләгән кеше лә юҡ. Шулай ҙа халыҡ-ара ойошмаларҙың яҡынса алған хаҡы менән, ысынлап та, һәр гражданыбыҙ американ, япондарҙан шул тиклемгә байыраҡ булып сыға. Норвегияны ғына алғанда ла, уларҙа металл да, газ да, беҙҙәге һымаҡ ағас та юҡ, шул уҡ ваҡытта булған ғына тәбиғи ресурстары менән яҡшы йәшәйҙәр. Швеция иһә – ысын мәғәнәһендә ҡасандыр беҙ төҙөргә тырышҡан социализм иле. Унда эске тулайым продукттың 80 проценты йәмәғәт фондтары аша, 20 проценты ғына дәүләт органдары тарафынан бүленә. Йәғни ябай шведҡа йәмәғәт фондтарынан дөйөм милли килемдең һөҙөмтәләре туранан-тура килеп етә. Беҙҙә күпселектә киреһенсә килеп сыға.

– Нисек кенә тимә, беҙҙең төп байлыҡ – ер…
– Бөтә булған тәбиғәт ресурстарынан иң мөһиме – ер. Рәсәйҙә уны рәсми хаҡ менән иҫәпләргә ашыҡмайҙар, сөнки аныҡ иҫәпләй башлаһаң, беҙҙең иҡтисадты тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға кәрәк буласаҡ. Шуға кадастр хаҡы менән генә килә, ә ул, дөрөҫөн әйткәндә, уйлап сығарылған. Әйтәйек, чиновниктар йыйыла ла ошо төбәккә шунса кадастр хаҡы ҡуяйыҡ, ти, ә төбәктәрҙә иһә райондарға нисек ҡуйырға кәрәклеген билдәләйҙәр. Был ерҙең аныҡ хаҡы түгел. Мәҫәлән, пайҙарҙы алып ҡарайыҡ. Күп пайсылар ерҙәренең ҡайҙа икәнен дә белмәй. Яланға барып ҡараһа – ҙур ялан бар, ә уға тигән өлөш… юҡ! Әйтәйек, аныҡ районда, аныҡ ауылда, аныҡ кешенең пай ере бар икән, уның баҙар хаҡы ла булырға тейеш. Баҙар шарттарында һәр нәмә баҙар хаҡы менән иҫәпләнә.

– Тимәк, крәҫтиәндә дөйөм ер майҙанында иҫәпләнгән үҙ өлөшөнә шәхсән ҡыҙыҡһыныу тыуасаҡ. Үҙ биләмәһен буш йәки ҡый үҫтереп ятҡырмаясаҡ.
– Ысынлап та, тәбиғәт ресурстарынан иң мөһиме – ер. Ә уның менән һаҡ эш итергә кәрәк. Әгәр пайсы үҙенең пай өлөшө ҡайҙа икәнен белмәй икән, ул ниндәй хужа булһын да нисек тейешенсә файҙаланһын? Шулай уҡ ҙур холдингтарҙың да эшкәртелмәгән ерҙәре байтаҡ. Биләп кенә алып, һатып ебәрер өсөн ер хаҡы күтәрелгәнен көтәләрме, айырым культураларҙыҡынмы – белмәҫһең. Ә бит ерҙә планлы эш алып барылыуы мөһим.

– Ауыл хужалығында сәсеү әйләнеше тигән төшөнсә лә бар бит әле. Бөгөн техник культураларҙың хаҡы юғарыраҡ тип кенә йәшәп булмайҙыр. Мәҫәлән, ҡарабойҙай ҡиммәт саҡта хужалыҡтар уның майҙанын арттырҙы ла, быйыл хаҡы ҡапыл төштө лә ҡуйҙы…
– Ауыл хужалығында эште баҙар хаҡына ғына көйләп башҡарып булмай. Уға күп йыллыҡ план булырға тейеш. Әгәр йыл һайын бер төрлө культураға өҫтөнлөк биреп кенә барһаҡ, биш йылдан һуң унда бер нәмә лә үҫмәйәсәк, шуға күрә дәүләт ҡарамағынан сығарылған ауыл хужалығын үҫтереү буйынса оҙайлы план булырға тейеш. Шунда илдең күпме бойҙай, көнбағыш һатып аласағы күрһәтелә. Әйтәйек, һауа торошо көнбағышты алырға мөмкинлек бирмәй икән, субсидия ҡаралып, сығымдары ҡаплаты­лырға, икенсе йылына тағы сәсерлек, тармаҡ менән шөғөлләнерлек итеп аҡса бүленергә тейеш. Шул саҡта ғына ниндәйҙер культура табышһыҙ булмай.

– Илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге лә ошо күҙлектән сығып көйләнә бит. Тик үҙеңдең крәҫтиәнең үҫтергәне генә “тыл”ды нығыта ала.
– Әлбиттә. Шунан һуң, ер ресурстары уның менән генә бөтмәй. Төп өлөшөн ауыл хужалығы алып торһа, ауыл биләмәләренең үҙҙәренең ере бар, ҡалаларҙың киңәйтелеүе лә ҡаралған. Ер етерлек ул, тик ҡарай, тәрбиәләй генә белергә кәрәк. Төҙөр, үҫтерер өсөн дә етә. Был эштәрҙе көйләгән бик яҡшы закондар бар. Минең уйымса, бар ғиллә чиновниктарға барып төртөлә. Уларға ябай кешенең инәлеп, ҡағыҙ артынан ҡағыҙ тултырып ҡабат-ҡабат йөрөүе кәрәк. Әгәр бер ерҙә кеше ғариза яҙғас та һорауы ҡәнәғәтләндерелһә, көйлө механизм менән эш башҡарылһа, чиновниктар үҙҙәренең кешегә кәрәкмәгәнлеген аңлай. Шуға үҙҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙҙәре булдырған системала тыныс ҡына йәшәй бирә. Әйтәйек, Мәскәү өлкәһендә заказсы “берҙәм тәҙрә”гә килеп ғариза бирә лә бер ай эсендә яуап та килә: йә сәбәбен аңлатып кире ҡағалар, йә ҡулыңда барлыҡ документы була. Унда һәр чиновник бурысын үҙенә тейешле ваҡытта (“эш”тең уртаһындамы, аҙағындамы – мөһим түгел) башҡармаһа, премияһыҙ ҡалдыралар. Йәки бөтөнләй эшенән алалар.

Ә бит шундай осраҡтар күп, райондарҙа кеше әллә нисәмә йылдар буйы юллап йөрөй, башлаған саҡтағы ҡағыҙҙарының, белешмә­ләренең яраҡлылыҡ ваҡыты сығып бөтә. Йәки бөтөнләй абсурд хәлгә тарый: ер участкаһын үҙ ауылы биләмәһенән түгел, бөтөнләй ситтән бирәләр. Әгәр ҙә кеше үҙ балаһына үҙе йәшәгән ауылдан ер ала алмаһа, ул ниндәй Рәсәй гражданы булһын инде?! Шул уҡ ваҡытта эргәлә бөтөнләй ситтән килгәне төҙөп ята. Мин быны нимәгә әйтәм, урындағы халыҡ фекеренә лә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки улар был ерҙә йәшәйәсәк. Ер мәсьәләһе урындағы чиновниктарға, хакимиәткә ныҡ бәйле.
Ғөмүмән, берәй нәмә булһа, бөтәһе лә дәүләтте әрләй башлай. Ә бында дәүләт, русса әйткәндә, “ни при чем”. Закондар бик яҡшы, хатта биш йөҙ йыллыҡ тарихты алһаҡ та, ер буйынса батша закондары һәйбәт булған. Тик ниндәй генә дәүерҙә лә уның үтәлеше ошо уҡ чиновниктарға килеп төртөлә. Һөҙөмтәлә ер үҙенең хужаһын тапмай.

– Ауылдарҙа шәхси хужалығын алып барған кешеләр етештергән аҙыҡ-түлеген осһоҙ ғына хаҡҡа аралашсы аша һатырға мәжбүр. Һуңғы ваҡыт кооперация тураһында күп һөйләнелә. Был йәһәттән, бәлки, ошо тупланыу ысулы үҙен аҡлар?
– Бер яҡтан, дөрөҫ ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡараш тиҫтә йылдарға һуңлаған. Ун биш-егерме йыл элек эште башлап, даими алып барғанда бик яҡшы булыр ине. Электән ҡалған техниканы, колхоздарҙың мөлкәтен тарҡатмайынса алып ҡалғанда, ниҙер ҡылырға мөмкин ине. Бөгөн элекке хужалыҡтар тарҡалды, колхоздарҙың мөлкәте һатылып бөттө. Уның өсөн тәүҙә ойоштороусы – юридик белемле кеше кәрәк. Белеп, аҡыллы итеп ойошторолмаһа, бер нисә йылдан ойошма бөлгөнлөккә төшәсәк. Дөрөҫ уйланылманы икән, бурысҡа батасаҡтар. Ниндәйҙер йүнәлеш буйынса эшләр өсөн ойошторған кешенең башы, белеме булырға тейеш. Шунан һуң төп милек булыуы шарт. Шунһыҙ бер ниндәй етештереү объекты ла эшләмәй. Әйтәйек, ерҙә эшләйем тиһә – ере, техникаһы, продукцияны үҫтереп етештергәс, һаҡларға урыны, эшкәртеү, һатыу кәрәк. Бына ошо тулы цикл мөһим. Әгәр ҙә ул юҡ икән, ойошманың бер ваҡытта ла килеме булмаясаҡ.
Етештереүсе, эшкәртеүсе, һатыусы бер бәйләмдә булыу зарур. Әйтәйек, етештереүсе тейешенсә етештермәй икән, эшкәртеүсе тейешле хаҡлы продукция сығара алмай, конкурентлы тауар, аҙыҡ-түлек етеште­релмәгәс, һатыусы килем ала алмай. Әгәр ҙә етештереүҙең үҙҡиммәте бик юғары – баҙар хаҡына яҡын икән, ошо циклдағы өсөһө лә табышлы эшләмәйәсәк. Табышлы эшләр өсөн етештереүсе, үҫтереүсенең продукцияһының үҙҡиммәте түбән булыуы шарт. Циклдағы өс өлөштөң беренсеһе ерҙе бушлай, техниканы дәүләт аша лизингка алырға тейеш. Орлоҡтоң юғары сифатлыһы, малсылыҡта йүнәлеше (һөт, ит) буйынса саф тоҡомлоһо булырға тейеш. Бында ла дәүләт бүлгән субсидияһыҙ булмай. Орлоҡ, тоҡомсолоҡ эше тик хөкүмәт контролендә, күҙәтеүендә булырға тейеш. Шул саҡта ғына юғары уңыш алып, тоҡомло мал үрсетеп, төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлап була. Дөйөм алғанда, кооперация – етеште­реүсенең, эшкәртеүсенең, һатыусының бер йоҙроҡҡа ойошоуы, һәр тармаҡтың табышлы эшләүе, тимәк, унда тир түккәндәрҙең тейешле эш хаҡы алыуы тигән һүҙ.

– “Ауыл” тигәс, үҙенән-үҙе шәхси ярҙамсы хужалыҡтар күҙ алдына килеп баҫа. Бөгөн нәҡ ошо хужалыҡтар ғына үҙ көсөнә таянып, бер кемдән дә ярҙам көтмәйенсә, дәүләттән дә бер ни алмайынса үҙаллы йәшәп ята. Был теманы ла урап үтеп булмай…
– Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ил халҡы өсөн бөгөн иттең, һөттөң, йәшелсәнең күбеһен шәхси хужалыҡтар бирә. Ҡайһы төрҙәре буйынса күләм хатта 90-95 процентҡа етә. Ошо етештереүҙә дәүләттең бөртөк тә ҡатнашлығы юҡ. Иң яҡланмаған, иң льготаһыҙ тармаҡ ошо. Хатта “өҫтә” аптырайҙар. Моғайын, барыр-барыр ҙа, фермерҙар, башҡа эре хужалыҡтар күтәрелеп китер, тип уйлайҙарҙыр. Үҙенән-үҙе бер ни ҙә күтәрелмәй. Ғөмүмән, ил өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар “палочка-выручалочка” булып торҙо һәм әле лә тора. Шәхси хужалыҡтарҙы үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты йәшәтә: үҙҙәрен, балаларын, туғандарын аҙыҡ менән тәьмин итергә кәрәк.

– Таҙа ризыҡ менән тип тә өҫтәргәлер…
– Эйе, был бөгөн бик мөһим. Барыһын иҫәптә тотоп, дәүләт нәҡ шәхси хужалыҡтарға иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш.

– Һис сер түгел, бөгөн уларҙа ла мал һаны кәмей, картуф баҡсалары “ҡыҫҡара”.
– Дәүләт финанс ярҙамы күрһәтмәһә лә, шәхси хужалыҡтарын алып барыусыларға техника, башҡа хужалыҡ ҡорамалдары алғанда, льготалар бирергә мөмкин.

– Бер ваҡыт лизинг индерелгәйне. Байтаҡ кеше техникалы булып ҡалды.
– Лизинг бит шул уҡ аҡсаға, бюджетҡа бәйле. Ә бына ҡаралты төҙөйөм тигән кешегә ағасты бушлай биреп була – беҙҙә урман етерлек. Техникаға түбән процентлы кредитты булдырырға мөмкин. Был йәһәттән аныҡ аҙымдар эшләргә ваҡыт. Бында кооперация һымаҡ уҡ барыһы ла бәйле.
Кооперацияға килгәндә, ХХ быуат башында Кондратьев, Чаянов һымаҡ агроиҡтисадсылар булған, уларҙың хеҙмәттәре, тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡ, урынлы. Тик Сталин ваҡытында ғына идеялары колхоз-совхоз формаһын ала. Колхоз формаһында булһа ла, бер ни уларса – ғалимдар, белгестәрсә килеп сыҡманы.

Ә кооперация идеяһын тулыһынса Ҡытай ҡабул итте. Ҡытайҙың бөгөнгө уңыштары тик Кондратьев, Чаянов һымаҡ беҙҙең ғалимдарҙың хеҙмәттәренә бәйле. Рәсәй ошоно үҙенә индерә алманы. Сталиндың коллектив формаһы “социалистик феодализм” ине, сөнки колхозсы унда хоҡуҡһыҙ эшләне. Ҡытайҙа иһә, әйтәйек, ошо уҡ колхозсы үҙе эшкәртә, үҙе һата.

70-се, 80-се йылдарҙа беҙ ҡытайҙарҙан көлә инек. Уларҙа һәр кемдең ауылында, урамында бәләкәй генә “завод-фабрика”лары бар, крәҫтиән шунда эшләй, тип. Күпме генә ваҡыт үтте, ҡасандыр ошо бәләкәй генә күректә (горна) металл етештерелһә, бөгөн ҙур заводтарға әйләнде. Донъя баҙарына сыҡтылар. Ауыл хужалығы буйынса алғанда ла, ошо саҡлы ҡытайҙар астан үләсәк, ти торғайнылар. Бөгөн иһә улар сит илгә һатырлыҡ аҙыҡ етештерә. Магазинға инһәң, “тушенка”ның тышына русса яҙылған – эсендә ҡытай ризығы, ҡуйыртылған һөттө алып ҡараһаң да…
Ярай, элекке социалистик илдәрҙе алайыҡ. Был лагерҙың емерелеүен Венгрия һымаҡ ил тыныс ҡабул итте. Уларҙа кооперативтар бөтөрөлмәне, беҙҙә иһә Ельцин беренсе итеп колхоздарҙы бөтөрөү тураһында указ сығарҙы. Насармы-яҡшымы, эште улар алып бара торғайны. Ә бит алмашҡа бер ни тәҡдим ителмәне. Шул уҡ ваҡытта, колхоздарҙы тарҡатмайынса “реорганизация” тигән указ сығарылып, ауылға финанс ярҙамы булһа, бөгөн хәл бөтөнләй башҡа булыр ине. Эйе, ауыл хужалығы яйлап аяҡҡа баҫа, тик ауырлыҡ менән генә.

– Һүҙҙе “аяҡҡа баҫыу” яғына йүнәлтәйек. Артабан ауыл хужалығын үҫтереп, донъя баҙарына шар итеп ишектәр асыр өсөн, киләсәктә ниндәй аҙымдар эшләргә кәрәк?

– Бәләкәйерәк шәхси хужалыҡтарҙан кооперация ойоштороп була. Глобаль баҙарҙа ҡатнашыр өсөн, ҙур агрохолдингтар төҙөлөп, донъя баҙарын үҙҙәренең тауары менән яуларға, үҙ урындарын булдырырға тейеш. Шәхси хужалыҡтар, фермерҙар эске баҙарға эшләй. Улар район, республика, өлкә баҙарын тәьмин итә. Ә Рәсәй, донъя баҙарына ҙур холдингтар, компаниялар сыға. Ҙур хужалыҡтар булырға тейеш. Ә кешеләрҙең ерҙәрен бушлай алып, тик ятҡырып йәки бәләкәй уңыш алып эшләгәндәрҙән бер ни сыҡмаясаҡ. Тик халыҡтан аныҡ хаҡҡа һатып алып, буш ятҡандарын эшкәртеп, ергә тейешен биргән аграр ойошмалар ғына йәшәүгә, эшләүгә һәләтле.

Ә бушлай, алдап, тартып алынған ерҙәр ҡасандыр урындағы халыҡта ҡаршылыҡҡа килтерә. Рәсәйҙә 50-шәр мең гектар, хатта унан да күберәк ере булған берләшмәләр бар. Халыҡ-ара донъя баҙарында ундай холдингтар юҡ. Ошондай саҡлы ерҙе биләгән предприятие үҙен аҡламай, сөнки ерҙе күпләп биләй, ә килеме әллә ни юҡ. Етмәһә етәкселәре сит илдә. Шуның өсөн һәр нәмә дәүләт контролендә, бар нәмә асыҡ булырға тейеш: ойоштороусыһы кем, һалымы тейешенсә һалынамы… Юғиһә агрофирма эшләй-эшләй ҙә, ябылһа – ерҙә бер ни үҫмәй.

Ҡыҫҡаһы, ер мәсьәләһе бик сетерекле бит ул. Хужалыҡ итеүҙең бар асылы ла яҡшы, тик ер халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләһен. Унда тир түккәндәр файҙаһын күрһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 448

Илдар ирландтарҙы нимәгә өйрәтер?

Илдар ирландтарҙы нимәгә өйрәтер? 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев Ирландияға юлға сыҡты....

Тотош уҡырға 962

Ҡыш бауыры  оҙон түгел

Ҡыш бауыры оҙон түгел 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Арбаңды — ҡыш, санаңды йәй әҙерлә....

Тотош уҡырға 1 292

Ауылды улар йәшәтә

Ауылды улар йәшәтә 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Грант аҡсаһына — һөтсөлөк фермаһы....

Тотош уҡырға 1 437

Хәҙер Ахунға барырға мөмкин

Хәҙер Ахунға барырға мөмкин 23.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районында быға тиклем махсус мал һуйыу урындары икәү генә ине – ҡалала һәм Озерный...

Тотош уҡырға 982

Һөт сертификация үтәсәк

Һөт сертификация үтәсәк 22.03.2019 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майҙа әҙер һөт продукцияһын “Меркурий”...

Тотош уҡырға 986

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Шишмә районында ауыл хужалығы йүнәлешендәге индустрия паркы барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 954

“Ленин”дарға эйәрергә була

“Ленин”дарға эйәрергә була 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығында мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған....

Тотош уҡырға 1 030

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе,...

Тотош уҡырға 946

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Хәйбулла районы Өфө ауылынан Марат Булатов – районда малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгән...

Тотош уҡырға 1 016

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

1 ғинуарҙан ауыл ерендә малсылыҡта, үҫемлекселектә, балыҡсылыҡта 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға...

Тотош уҡырға 1 199

Ҡолоштан мал алмай тор...

Ҡолоштан мал алмай тор... 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районының Ураҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолош ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән....

Тотош уҡырға 990