Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөтө лә, ите лә, икмәге лә тәмле

Хужалыҡ сифатлы һәм тәбиғи продукция етештерә.

“Ленинский” төбәктә эре һәм тотороҡло эшмәкәрлек алып барған хужалыҡтарҙан һанала. 2002 йылдан йәмғиәткә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Павел Ватолин етәкселек итә. Бында, нигеҙҙә, үҫемлекселек, малсылыҡ ныҡлы үҫешкән.

— Шөкөр, уңыш-ҡаҙа­ныш­тарыбыҙ етерлек, баш­ҡаларға күрһәтерлек эш­тәребеҙ бар, шуға ла беҙгә тәжрибә уртаҡ­лашырға төрлө тарафтан килә­ләр, — ти хужалыҡ рәйесе. — Көҙ баҫыуҙан йылына ҡа­рата ярайһы ғына яҡшы уңыш йыйып алдыҡ, әле мал ҡыш­латыу эше ойош­ҡан бара.

Йәмғиәт эшсәндәре 10 мең гектарға яҡын ерҙе эшкәртеп, уны минераль ашлама менән туҡландыр­ғас, көҙ баҫыуҙар мул уңы­шы менән ҡыуандыра. Бында бөгөн өс ауылдан 176 кеше эш урыны тапҡан. Йәштәрҙең туған хужалы­ғын ташламай, ауылды һайлауына етәк­селек ҡы­уанып бөтә алмай. Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә йәмғиәттең үҫеше өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ, хатта күрше ауыл, райондарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итәләр икән.

Йәмғиәттә төҙөлөштөң туҡта­ғаны юҡ, яңы оҫтахана һал­ғандар, хәҙер меха­низаторҙар йылы һәм иркен биналарҙа машина-трак­торҙарҙы ремонтлап, яҙ­ғылыҡҡа әҙерләй. Бынан тыш, йылы гараждар, көҙгө муллыҡты һаҡлау өсөн һыйҙырышлы келәттәр саф­ҡа индерелгән. Хужалыҡтың таҡта ярҙырыу, столяр цехтары ла бар, халыҡҡа ошо тәңгәлдә хеҙмәт тә күрһә­тәләр. Техника паркы ла бай, уны яңыртыуға аҡса йәллә­мәйҙәр.

Һөтсөлөк фер­малары заманса йыһаз­ландырылған, һөт, һыу үткәргестәр менән йы­һаз­ландырылған, ҡеүәтле һы­уыт­ҡыстар продукцияны сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә.

“Ленинский” хужалығы тоҡом­ло һыйыр малы үр­сетеү менән дә шөғөлләнә, 1998 йылдан бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡу­йылған. Бөгөн көтөүҙә ике мең башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡом­ло һыйыр малы аҫрала. Сусҡа, йылҡы ла тоталар. Тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнгәс, йыл һайын йәмғиәт көтөүҙе йәш таналар менән тулыландыра, 120 баш һатыуға сы­ғарыла, иткә оҙатыла.

— Беҙҙә тырыш, уңған халыҡ эшләй. Шәхси иха­таһында ла мал тотоусылар бихисап, уларға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, — ти Павел Леонидович. — Ярмаһы ла, бесән-һаламы ла бүленә, быҙау алып тәрбиәләү­селәр ҙә бар.

Хужалыҡтың ярымфабрикат, колбаса етештереү цехы ла уңышлы эшмәкәр­лек алып бара. Ауыл халҡын йылы икмәк менән дә туйындыралар. Шуныһы мө­һим: цех хеҙмәткәрҙәре продук­цияға төрлө өҫтәмә-ҡу­шылма, кө­сәйткестәр ҡул­ланмай, тик тә­биғи сеймалдан ғына етештерә. Бөгөн бында 20 төрлө ярымфабрикат һатыуға сығарыла, хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел. Әҙер продукция “Башҡортостан продукты” сауҙа билдәһе менән район ауылдары магазиндарына оҙатыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501