Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәш мал сирләһә, ни эшләргә?
Яңы тыуған быҙауҙы ҡарауҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлауҙан да яуаплыраҡ эш юҡтыр. Улар бигерәк тә эс китеүҙән йонсой. Был осраҡта, ауырый башлағас та, һөт биреүҙе яртылаш кәметәләр. Ҡайнаған һыу күләмен арттырып, ашатҡандан һуң ике сәғәт үткәс эсерәләр. Шулай уҡ һөткә ҡаты итеп сәй яһап ҡушалар — ярты литрға бер стакан.

Ауырыу күҙәтелһә, боронғо ысулды ла ҡулланырға мөмкин. Картуф крахмалын бер стакан ҡайнаған һыуға һалып болғаталар ҙа быҙауға эсерәләр. Оҙаҡҡа һуҙылған осраҡта бер литр ҡайнаған һыуға (40—50 градусҡа тиклем һыуытҡас) 10 грамм аш тоҙо һәм ике йомортҡа һалып болғаталар ҙа һөт эсерер алдынан ярты сәғәт элек бирәләр. Ғөмүмән, йомортҡа йәш организмды нығы­тыуҙа баһалап бөткөһөҙ файҙалы. Аҡһым сығанағы булараҡ, уны йыш ҡулланһаң да ҡамасауламай. Мәҫә­лән, йомортҡаның ҡабығын иҙеп (эсе менән бергә), бер эсерерлек һөткә ҡушып бирһәң дә файҙалы. Был осраҡта яйлап көнөнә өс йомортҡаға тиклем арттыралар.

Ошо кәңәш тә ҡамасауламаҫ: бер литр ҡайнаған һыуға ике сәй ҡалағы аш тоҙо һалалар ҙа ике йомортҡа һыталар. Бындай һыуҙы эсерһәң, быҙауҙың организмы нығыныр, ауырыуҙарға бирешеп бармаҫ.

Иммунитетын нығытыу өсөн һыйырҙың тәүге һөтөн — ыуыҙын алмаштырырлыҡ ҡатнашма ла әҙерләп була. Бының өсөн һөттөң 100 миллилитр ҡаймаҡлы өлөшөн алалар ҙа 200 миллилитр ҡуйы сәйгә һалалар, бер йомортҡа һыталар, 100 грамм шәкәр ҡомо болғаталар. Был ҡатнашма бер юлы эсерелә.

Организмды нығытыу, ауырыу­ҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында тағы бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Йомортҡа-бал ҡатнашмаһы. Бер литр ҡайнаған һыуға 40 грамм бал, 10—15 грамм аш тоҙо һәм дүрт йомортҡа һалып болғатыла. Ауырыу быҙауҙарға көнөнә ике тапҡыр 250-шәр грамм бирелә.

Шәкәр-йомортҡа ҡатнашмаһы түбәндәгесә әҙерләнә: ике стакан ҡайнаған йылы һыуға ике йомортҡа һыталар, 20 грамм шәкәр, 10 грамм аш тоҙо һалалар. Ҡатнашманы ауырыу, хәлһеҙ йәш быҙауға 250-300 миллилитрлап ике-дүрт көн эсе­рәләр.

Яһалма ыуыҙ. Бер литр яңы һауылған һөткә 15 миллилитр балыҡ майы, 10 грамм аш тоҙо һалына һәм өс яңы ғына һалынған йомортҡа һытыла. Ныҡлап болғатҡас, быҙауға эсерәләр.

Имән ҡайырыһы быҙауҙың эсе киткәндә файҙалы. Ҡабыҡты йәш имәндән яҙын, ботаҡтарҙа һут йүгергән саҡта һыҙырып киптерәләр. Ҡатнашма әҙерләгәндә уны ваҡ­лайҙар, бер литр һыуға 80-100 грамм иҫәбенән һалып, 10 минут ҡай­наталар. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсерәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487