Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һигеҙҙе аҫра, һимеҙҙе аҫра

Халҡыбыҙҙың йәшәйеше һыйыр малына бәйләнгән.

Һыйыр малы аҫрарға ҡарар иткән хужа алдан уҡ уны ниндәй маҡсатта тоторға йыйыныуын белергә тейеш: ит өсөн кәрәкме ул, һөт һауып алырғамы? Шәхси хужалыҡта икеһе лә бик мөһим, шуға ла бер нисә тоҡом тураһында белешмә биреп үтәйек.

Һөт тоҡомдары

“Холмогор” – һөт өсөн аҫралған, Рәсәйҙә электән килгән тоҡом. Ҡасандыр Архангельск губернаһында урындағы төньяҡ малы менән “ҡара-сыбар голланд” тоҡомон ҡушып сығарылған. Бөгөн иң таралған төбәктәрҙән Архангельск, Мурманск, Киров, Мәскәү, Төмән өлкәләре, Удмурт, Яҡут, Татарстан республикалары һанала. Тәү ҡарашҡа, ул “ҡара-сыбар” тоҡомлоларҙан айырылмаған да һымаҡ. Тик мускулдары беленеп тормай ҙа формаһы яғынан “мөйөштәре” ныҡлап һиҙелә.

Һыйырҙарҙың тереләй ауырлығы 550 килограмм һәм унан артығыраҡ тәшкил итә. Тыуған сағында быҙауҙары 30-38 килограмм була. Үгеҙҙәре 12-18 айҙа 300-400 килограмға етеп, һимертеп һуйғанда, тереләй ауырлы­ғының 55 проценты иткә сыға.

Һөтөнә килгәндә, тулы аҙыҡ берә­меге биргәндә, йылына алты мең литрғаса етә. Уртаса майлылығы — 3,6-3,8 процент. “Холмогор”ҙар төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармай, төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәр климатына яраҡлашҡандар. Көтөүлектә яҡшы йөрөйҙәр, аҙыҡ төрләмәйҙәр.

“Ҡара-сыбар”. Был тоҡом Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә киң таралған. Ошо исем менән хәҙер бер нисә тоҡомдо атап йөрөтәләр: “голланд”, “ҡара-сыбар литва”, “ҡара-сыбар эстон”… Уның киң тарала барыуы, хатта башҡаларға ҡарағанда тәүге урындарға сығыуы һөттө мул биреүе, урындарҙағы шарттарға тиҙ яраҡла­шыуы менән аңлатыла.

Һыйыр алырға теләгән хужаға уның ауырлығына, тән төҙөлөшөнә иғтибар бирергә кәңәш итәбеҙ. Тәүге тапҡыр быҙаулаған һыйырҙың ауырлығы 460 килограмдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Тиреһе ялтырап торған, йоҡа, тап-таҙа ҡара-сыбар төҫлө булыуы шарт. Был һыйырҙарҙың тәненең урта өлөшө оҙонсараҡ, аяҡтары бейек була, аяғында ныҡлы, ышаныслы баҫып тора. Быҙауҙары тыуған саҡта 32-40 килограмм тарта, алты айлыҡ саҡтарында инде 140-150-гә (үгеҙҙәре 150-170-кә) етә. Яҡшы ашатҡанда һыйырҙар йылына 5000-7000 килограмм һөт бирә, ҡуйылығы – 3,5-3,7 процент. Бындай тоҡомло һыйырҙарҙың “кәмселеге” шунда: һөтөндә аҡһым менән майы аҙыраҡ. Башҡа тоҡомло үгеҙ менән ҡушылған­да, быҙауынан үҫкән һыйырҙар ҙа әсәһенең һыҙаттарын һаҡлай.

Ярослав. Иң яҡшы Рәсәй тоҡомо, һөт өсөн махсус сығарылған иҫәпләнә. Ярославль, Вологда, Калинин, Кострома өлкәләрендә киң таралған. Урындағы “великорус” тоҡомло мал­дарҙан селекция юлы менән сыға­рылған.

Тоҡомдоң үҙенсәлеге шунда: улар кәүҙәгә әллә ни ҙур түгел, һөтө ҡуйы, урындағы шарттарға тиҙ яраҡлаша. Башлыса ҡара төҫтә булһалар ҙа, баштары, аяҡтарының аҫҡы өлөшө, ҡорһаҡтары аҡ. Йылына биш мең килограмғаса һөт бирһәләр, майлы­лығы дүрт процентҡа етә. Ауырыуҙарға бирешеп бармай, Рәсәйҙең урта һәм төньяҡ-көнбайыш төбәге климатына яраҡлашҡандар.

“Тагил”. “Холмогор” менән “тагил” тоҡомло малдар “голланд”тарға яҡын. Голланд үгеҙҙәре шулай уҡ “истобен” (Киров өлкәһе), “бушуев” (Үзбәкстан) тоҡомлоларҙы сығарғанда ла файҙа­ланылған. Аҙыҡтың сифатына, төрөнә талымһыҙҙар, үрсеү яғына ла яҡшы һаналалар. Шуға ла шәхси хужалыҡта алмаштырғыһыҙ тоҡом иҫәпләнә.

Тагил тоҡомло мал күпләп Түбәнге Тагил һәм Свердловск өлкәләрендә, шулай уҡ Пермь, Силәбе яҡтарында аҫрала. Кәүҙә төҙөлөшө буйынса “холмогор”ҙарға оҡшаған. Ҡара-сыбар, һирәгерәк ҡыҙыл һәм һоро, һоро-сыбар төҫлө булалар. Һыйырҙары 440-480 килограмға етә, быҙауҙары тыуғанда 30-35 килограмм тарта. Ныҡлы ашат­ҡанда йылына биш мең килограмм һөт бирәләр, майлылығы – дүрт процент.

Ауырыуҙарға бирешеп бармай. Ҡырыҫ Урал шарттарына яраҡлаш­ҡандар. Кәмселектәре – төҫтәре һәм кәүҙә төҙөлөшө бер төрлө булмауы.
“Ҡыҙыл дала”. Был тоҡом “украин”, “великорус”, “ҡыҙыл немец” тоҡомло малдарҙы ҡушып сығарылған. Һаны буйынса илдә “симменталь”, “ҡара-сыбар”ҙарҙан һуң өсөнсө урында тора. Башлыса уны Көнбайыш Себер һәм Урта Азияла, шулай уҡ көньяҡта аҫрайҙар.

Һыйырҙарҙың уртаса ауырлығы 460-520 килограмм тәшкил итә. Быҙауҙары тыуғанда 30-36 килограмм булһа, 18 айлыҡ сағына 320-350-гә етә. Йылына 3000-4500 литр һөт һауыла. Майлы­лығы – 3,6-3,8 процент. Башҡа тоҡом­лоларҙан улар ҡоро, эҫе климатҡа яраҡлашҡанлығы, ҡоро йәйҙә таралған ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы менән айырыла.

Кәмселектәрҙән мускул системаһы­ның ярлылығын, ит сифатының үҫешеп етмәүен, тереләй ауырлығының аҙ булыуын әйтеп үтергә кәрәктер.
“Англер” (“ангельн”). “Ҡыҙыл дала” тоҡомло малдар менән ҡушылғандан барлыҡҡа килгән. Һыйырҙарының һөтө ныҡ майлы булыуы менән айырыла – алты процентҡа саҡлы. Уртаса йыллыҡ һауымы биш мең килограмм булһа ла, айырым шарттарҙа рекорд ҡуйған малдарҙың 10 500 килограмм биргәне лә бар.

Һыйырҙары ла кәүҙәгә бик бәләкәй түгел – 500-550 килограмм, быҙауҙары тыуғанда 30-32 килограмм була. Сейә йәки ҡараһыу-ҡыҙыл төҫтәләр. Тире­ләре йоҡа, кәүҙәләре оҙонса, арҡа өлөшө тура, мускулдары үҫешкән.

“Айршир”. Шотландияла сығарылһа ла, Рәсәйгә һуңғы ике-өс тиҫтә йыл элек Финляндия аша тоҡом малы булараҡ планлы рәүештә индерелә. Беҙҙә уның киң таралыуына һөтөнөң майлылығы (4,2-4,5 процент), муллығы (йылына биш-алты мең килограмм) сәбәпсе. Икенсенән, “айршир”ҙарҙан бер литр һөт алыу өсөн ни бары 0,88 аҙыҡ берәмеге тотонола.

Кәүҙә төҙөлөшө буйынса барлыҡ һөт һыйырҙарына оҡшаш булһалар ҙа, тиҙ үҫеп етеүҙәре менән айырылалар. Мәҫәлән, быҙауҙары тәүге йылына тәүлегенә 800-1000 грамға арта. Ә 14 айлыҡ сағында аталаныуға өлгөрәләр. Үгеҙҙәре бер йәшлек сағында 350-400 килограмға етә.
Төҫтәре ҡыҙыл-сыбар. Арт һәм урта өлөшөндә ҡыҙыл “таптары”ла бар. Әгәр ҙә “айршир” тоҡомло үгеҙҙәрҙе “симменталь” йәки башҡа тоҡом һыйырҙа­рына ҡушһаң, яңы алынған ҡатнаш тоҡомлоларҙың һөтө, уның ҡуйылығы арта.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ла алмаштырғыһыҙ мал иҫәпләнә.

“Голштин”. Тыуған илдәре Канада менән Ҡушма Штаттар иҫәпләнә. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ныҡлы тоҡом булып Германияла формалаша. Беҙҙең илгә урындағы тоҡомдарҙы яҡшыртыу маҡсатында индерелә. Ғөмү­мән, һәр саф тоҡомло мал форма­лаштырылғанда тиерлек “голштин” үгеҙҙәре файҙаланылған. Мәҫәлән, үгеҙҙәренә ҡушҡанда ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙан тыуған йәш тоҡомдан өҫтәмә рәүештә 200 литрға тиклем һөт һауып алырға мөмкин. Шуға ла ҡатнаш тоҡомло һыйырҙарҙан яҡшы быҙау алыу, тоҡомдо яҡшыртыу өсөн саф “голштин” үгеҙҙәрен файҙала­налар. Тағы шуныһы: әгәр ҙә яҡшы аҙыҡ рационы, тейешле шарттар булмаһа, ҡатнаш тоҡомло һыйырҙарҙан тейешле һөҙөмтә көтөргә ярамай. Шуға ла “голштин”дан тыуған быҙауҙарҙы аҫраған һәр хужа уларҙың аҙыҡҡа ныҡ талапсан булыуын онотмаҫҡа тейеш.

“Бестужев”. Электән ите һәм һөтө өсөн аҫрағандар. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа бөгөн дә алмаштырғы­һыҙ иҫәпләнә. Беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡандар, аҙыҡҡа талым­һыҙҙар, ауырыуҙарға бирешеп бар­майҙар. Ҡараһыу-ҡыҙыл, сейә төҫөн­дәге был һыйырҙар йылына 4000-5000 килограмм һөт бирә, майлылығы – 3,8 процент.

“Симменталь”. Һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тороп, таралыу даирәһе лә киң. Уҙған быуаттың тәүге яртыһында Швейцариянан индерелгән үгеҙҙәрҙе украин һыйырҙа­рына ҡушҡандан һуң барлыҡҡа килгән тоҡом иҫәпләнә.

Формаһы яғынан матур, мускул системаһы үҫешкән, ныҡлы, ярайһы уҡ ҙур кәүҙәлеләр. Һыйырҙары 550-650 килограмм булһа, быҙауҙары тыуғанда 35-45 килограмға, башмаҡ­тары 18 айлыҡ сағына 400-450-гә етә. Ошо уҡ ваҡытҡа үгеҙҙәре 500-600 килограмм тарта. Ите алһыу, һутлы, сифаты яҡшы.

Йылына һыйырҙан 4000-5000 литр һөт һауып алырға мөмкин. Ҡуйылығы (майлылығы) – 3,7-3,8 процент. Сим­мен­талдәрҙең төҫө төрлөсә булырға мөмкин: ҡыҙыл-сыбар, ҡыҙыл, баштары – аҡ. Кәмселектәрен атағанда, һөттән дә бигерәк, ит яғына тартым булыуы бар. Шуға ла һыйыр итер өсөн һөт биҙҙәре беленеп торғанын, үҫешкән еленлеһен һайларға кәрәк.

1951 йылда “симментал”дәрҙең Смоленск һәм Калинин өлкәләрендә формалашҡандарын айырым “сыцев” тоҡомлоға ла бүлеп йөрөтә башлайҙар. Францияла сығарылғанын “монбельярд” тип атайҙар. Асылда иһә был тоҡомдар “симментал”дәрҙән әллә ни айырылмай.

Ит тоҡомлолар

Бер үк ваҡытта ит һәм һөт өсөн аҫралған тоҡомло малдарҙан “швиц”, “лебедин”, “ҡурған” тоҡомлоларын атарға мөмкин. Ит өсөн генә тотолған малдарға “аҡ башлы ҡаҙаҡ”, “ҡалмыҡ”, “герефорд”, “абердин-ангус”, “санта-гертруда”, “шароле”, “шортгорн”, “лимузин”, “аквитан” инә. “Ҡалмыҡ” менән “аҡ башлы ҡаҙаҡ” тоҡомлоларҙан башҡаһы барыһы ла сит илдән индерелгән.

Ғөмүмән, ниндәй тоҡомдо алһаң да, уның хужалыҡ итеү маҡсатын күҙал­ларға кәрәк. Малдар “яҡшы”ға, “насар”ға бүленмәй. Тик тоҡом үҙенсәлеген, өҫтөнлөгөн, кәмселек­тәрен белергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487