Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт

Мәсетле эшсәндәре тормошто яҡшыртырға ынтыла.

Яңыраҡ Өфөлә “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында уҙған “Беҙҙең бренд” III аҙыҡ-түлек фестивалендә Мәсетле районы делегацияһы ла ҡатнашҡайны. Төбәк үҙҙәрендә етештерелгән байтаҡ ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте. Айырыуса “Урарту” ҡулланыусылар кооперативы тауары үтемле булды. Уларҙың ике төрлө сыры хатта “Алтын көҙ-2018” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ булған ине.

— Ауыл хужалығы эшсәндәре бөгөн район үҫешенә тос өлөш индереп кенә ҡалмай, ә төбәгебеҙҙең данын тирә-яҡҡа таратыуҙа мөһим роль уйнай. Был тармаҡта үҙ эшенең оҫталары эшләй — “Йондоҙ”, “Аҡтау” йәмғиәттәре, “Ленинский” хужалығы, “Бәҙретдинов”, “Попов”, “Зыялетдинов”, “Ғилметдинов” һәм “Насибуллин” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Шөкөр, республика хөкүмәте аграрийҙарҙы ярҙамынан ҡалдырмай, яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыуға, мал аҙығы әҙерләү осорона һәм көҙгө муллыҡты йыйып алыуға төрлө субсидиялар бүлә. Әлбиттә, бындай яҡлау тойғас, ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы: тиҙҙән районда биш хужалыҡты берләштергән “Урал” кооперативы эшләй башлаясаҡ, әле был тәңгәлдә һөйләшеү алып барыла, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәрткән ҡорамалдар һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән. Кооператив асылһа, киләсәктә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, йәштәр ҙә тыуған яҡтарына ҡайтып, ғаилә ҡороп, район үҫешенә тос өлөш индерәсәк, – ти Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин.

Социаль-иҡтисади үҫеш тә төбәктә тотороҡло һанала, районда файҙалы ҡаҙылмаларҙың табылыуы иҡтисади үҫешкә тос өлөш индерә, нефть һәм газ, суглик ятҡылыҡтары бар. Кесе Ыҡтамаҡ ауылында реконструкциянан һуң йылына 10 миллион дана продукция етештереүгә һәләтле кирбес заводы үҙ эшмәкәрлеген башланы, киләсәктә 120 кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк. Әйткәндәй, кирбес заводы — төньяҡ-көнсығыш райондарҙы кирбес менән тәьмин иткән берҙән-бер предприятие.

“Ҡарағай” шифаханаһы һәм бала­ларҙың ата-әсәләр менән ял итеү шифаханаһы беҙҙең райондың визит карточкаһы тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Район үҙәк дауаханаһы, өс ауыл амбулаторияһы, 26 фельдшер-акушерлыҡ пункты район халҡын сифатлы хеҙмәтләндерә. Яңы Мөслим ауылында күптән түгел модулле ФАП үҙ ишектәрен асты. Ошондай уҡ ФАП-ты Октябрьск ауылында ла төҙөү күҙаллана. Башҡортостан Республи­каһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә булғанында Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарында ла модулле ФАП-тар асырға бурыс ҡуйҙы.

Әлбиттә, районда проблемалар ҙа юҡ түгел, йылға ярҙарын нығытыу көнүҙәктәрҙән һанала. Әй йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдар биләмәһендәге алты участкала хәлдәр айырыуса ҡатмарлы, бында ярҙарҙы нығытыу проекты әле әҙерлек өҫтөндә, проекттар төҙөү ике йыл дауамында башҡарыласаҡ, бер нисә экспертиза үтеү ҙә кәрәк буласаҡ. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, быға тиклем был юҫыҡта эш бөтөнләй алып барылманы. Яңы Мишәр ауылында Гөршишмә йылғаһы ярҙарын нығытыу буйынса эш башҡарыла, уны “Агрохимия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алды.

Районда юлдар торошо ла маҡтанырлыҡ түгел, был тәңгәлдә лә иңдә байтаҡ бурыс ята.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, уның хаҡы — яҡынса 200 миллион һум. “Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә программала өс ауыл ҡатнаша. Әләгәҙ ауылы урамдары, Яңы Мөслимдә Еңеү паркы яңы төҫ алды. Оло Ыҡтамаҡта иһә төҙөкләндерелгән “Ғаилә” скверы хәҙер күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде.

Республика Хөкүмәте тарафынан күрһәтелгән ярҙам һәм яҡлау беҙгә артабан да тырышып эшләргә дәрт бирә, халыҡтың көнкүреше яҡшырһын өсөн киләсәктә лә ҙур көс һаласаҡбыҙ.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 311

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 376

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 263

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 355

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 329

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 316

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 253

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 484