Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Зариф икмәге”нә сират оҙон

Оҫталар тәмле ризыҡтың серен белә.

Икмәк – иң изге, ҡәҙерле ризыҡ. Ниндәй генә табын ҡорһаҡ та, уның урыны – түрҙә. Раевка ауылындағы “Зариф” икмәкханаһы эшсәндәре йәшәү сығанағы булған ошо ризыҡты етештереүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. “Зариф икмәге” (халыҡ шулай тип йөрөтә) һәр саҡ юғары сифатлы, тәмле булыуы менән билдәле. Бында етештерелгән күмәс-ҡаластар Раевканың брендына әүерелеп бара. Уның сере ниҙә һуң? Һорауға яуап табыу өсөн икмәкхананың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға булдыҡ.

Ул мең квадрат метр самаһы майҙанды биләгән заманса бинала урынлашҡан. Бер өлөшөн үҙҙәренең фирма магазины биләй. Күпереп бешкән, һыуы­нып та өлгөрмәгән хуш еҫле икмәк-булка һәм кондитер ризыҡтарының бай ассортиментынан кәштәләр һығылып тора. Уларҙы халыҡ сират тороп ала.

– Беҙҙең ҡаластарға ихтыяж ҙур, сөнки тәмле, бәрәкәтле булһын өсөн шартына килтереп бешерәбеҙ. Ҡамырҙы халҡы­быҙҙың элек-электән килгән йолаһы буйынса ҡомалаҡ әсет­ке­һендә генә ҡабартабыҙ. Ҡома­лаҡ ҡамырға хуш еҫ бирә, икмәк оҙаҡ һаҡлана. Технологик талаптарҙы еренә еткереп баш­ҡарабыҙ. Ҡамырҙың өлгөрөү ваҡыты 5-12 сәғәт, – тип һөйләй технолог Нурсилә Искәндәрова.

Икмәкхана тәүлек әйләнә­һенә эшләй. Бында илле төргә яҡын ризыҡ етештерелә. Көн һайын иртә менән предприя­тиеның биш машинаһы продукция тейәп сауҙа урындарына юл ала. Раевка ауылында – 30, Дәүләкән ҡалаһында – 26, шулай уҡ Аксен, Шөңгәккүл ауылдарында тиҫтәләрсә магазинды үҙҙәренең тауары менән тәьмин итәләр. Бынан тыш, икмәк-булка һәм кондитер ризыҡтарын Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Бишбүләк районынан бик күп сауҙа предприятиелары үҙҙәре килеп ала. Улар менән хеҙмәттәшлек йылдан-йыл киңәйә, сөнки икмәкха­наның продукцияһына ихтыяж арта.

Быны күҙ уңында тотоп, предприятиеның мөмкинлек­тәрен тағы ла тулыраҡ файҙа­ланыу, ассортиментты байытыу хәстәрлеге күрелә. Һуңғы осорҙа итле бәлеш, ваҡ бәрәмәс, сейбөйөрөк кеүек ризыҡтар етештерә башла­ғандар. Уларҙы бешереү өсөн итте республиканың экологик саф төбәктәренән һатып алалар. Тантаналы табындарға, байрамдарға заказдар айырыуса күп. Халыҡтың ихтыяжынан сығып, етештереү күләмен арттырыу, заманса технологиялар индереүгә икмәкхана етәкселеге ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар йүнәлтә. Етәкселек тигәндә, булдыҡлы эшҡыуар Ринат Зарипов хаҡында һүҙ бара.

Бөгөн “Зариф” икмәкханаһы заманса етештереү пред­приятие­һы булып үҫешкән. Районда Ринат Мөхәмәтғариф улын яҡшы беләләр. Сирек быуат мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй ул. Илдә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуғас, ошо йүнәлештә үҙенең көс-һәләтен һынап ҡарарға була. Шафран ауылында ябыҡ торған мәктәп ашханаһын ҡуртымға алып, иҫке генә булһа ла йыһаз урынлаштыра. Бер ярҙамсыһы менән икмәк бешереүгә тотона. Ни бары 40 дананан башлайҙар.


Ринат Зарипов икмәкте баҙарға үҙе сығарып һата. Балаларҙың яратҡан уҡытыу­сыһы итеп күрергә ғәҙәтләнгән халыҡ уның һөнәрен алмаштырыуына тәүҙә ғәжәпләнеп ҡарай. Әммә Зариповтарҙың шәжәрәһен барлай башлаһаң, Ринат Мөхәмәтғариф улы был шөғөлгә осраҡлы тотонған, тип булмай. Уның ҡартатаһы заманында тирә-яҡта билдәле тирмәнсе була. Тирмәнсе ейәненең икмәк бешереүсе булыуы һис тә ғәжәп түгел. Йәнә шул, Ринат ун бер балалы ғаиләлә үҫә. Ишле ғаиләне туйҙырыу өсөн әсәһе көн аралаш тиерлек мейескә икмәк һала. Табындан күпереп бешкән ҡалас, өй эсенән уның хуш еҫе өҙөлмәй. Бала саҡ һәм үҫмер йылдарының ҡәҙерле һәм онотолмаҫ иҫтәлектәре илле йәшкә яҡынлашҡан ир-уҙаманға тормош юлында боролош яһарға бер этәргес булғандыр, моғайын.

Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, эшҡыуарҙарҙың тормошо тотош бәйгене хәтерләтә. Йәштән спорт менән шөғөлләнгән Ринат Мөхәмәтғариф улының да тәби­ғәтенә бәйге сәмлелеге, еңеүгә ынтылыш хас. Шуға ла ул юлын­да осраған ҡыйын­лыҡ­тарҙы еңергә үҙендә көс таба, иртәгәгә ышаныс менән ҡарай.

Эшмәкәрлеген киңерәк йә­йел­дереү ниәтенән Зариповтар ғаиләһе Раевкаға күсенә. Бында ул ҡуртымға ҙурыраҡ бина алып, продукция етештереүҙе тағы ла арттыра. Үҙенә эшкә райондағы оҫта икмәк беше­реүселәрҙе саҡыра. Иң тәмле, юғары сифатлы икмәк бешереү, табындарҙың муллығын арттырыу уның төп маҡсаты була. Бөтә тырыш­лығын ошоға йүнәлтә.

Артабан Раевка ауылында үҙенең шәхси икмәкханаһын төҙөтә һәм заманса яңы йыһаз урынлаштыра. Ҡеүәтле производство шарттарында етеш­т­е­реү күләме артҡандан-арта.

Әммә эшҡыуар күләм артынан ғына ҡыумай. Төп иғтибар­ҙы сифатҡа йүнәлтә. Был аңлашыла, сөнки икмәк бе­шереү бизнесында көнәркәшлек көслө. Һатып алыусыға һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Ә инде кешеләр “Зариф икмәге”нә өҫтөнлөк бирә икән, был – эшҡыуарҙың хеҙмәтенә иң юғары баһа.


Республика күләмендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә лә икмәкхананың продукцияһы танылыу яулай. Был коллек­тивтың һөнәри оҫталығын дәлилләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең оҫтаһы.

Ринат Зарипов – хәҙер районда ғына түгел, республикала билдәле эшҡыуар. Әммә ул үҙенең булмышына тоғро. Һаман, уҡытыусыларға хас булғанса, итәғәтле, изгелекле һәм хәстәрлекле булып ҡала. Шуға ла уны хеҙмәттәштәре ихтирам итә.

Ринат Мөхәмәтғариф улы мәктәпте онотмай. Уларға спорт йыһазы һатып алырға, спорт саралары ойошторорға ярҙам итә. Шуға ла ул райондың “Физик культура һәм күмәк спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн” кубогы менән бүләк­ләнгән.

Тырыш эшҡыуар үҙ пред­прия­тиеһын тағы ла үҫтереү, камиллаштырыу хәстәрлеген күрә, матур уй-ниәттәр ҡора. Яңыраҡ ул Германияла эшлекле сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Унда алдынғы ҡаҙаныштарға нигеҙ­ләнгән икмәк бешереү йыһаз­дары, яңы технологиялар менән танышты. Шуныһы раҫ: был ҡаҙаныштар киләсәктә уның предприятиеһында ла ҡул­ланыу табыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 321

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494